Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
23 Июль 2021, 20:30

Балалар йәйәү йөрөмәйәсәк

Өфөнөң Кузнецов Затоны биҫтәһендә яңы мәктәп 2023 йылда эшләй башлаясаҡ. Был хаҡта “Сириус” үҙәге етәксеһе Елена Шмелева белдерҙе.

Балалар йәйәү йөрөмәйәсәк
Балалар йәйәү йөрөмәйәсәк

Өфөнөң Кузнецов Затоны биҫтәһендә яңы мәктәп 2023 йылда эшләй башлаясаҡ. Был хаҡта “Сириус” үҙәге етәксеһе Елена Шмелева белдерҙе.

Әлегә тиклем үткәрелгән тура бәйләнештә ошо районда йәшәгән Гүзәл Гәрәй ҡыҙы микрорайонда мәғариф инфраструктураһы булмауы тураһында һөйләгәйне. Ысынлап та, биҫтә тиҙ үҫешһә лә, иң яҡын мәктәпкә тиклем ике километр ара үтергә кәрәк. Елена Шмелева эш сәфәре барышында бындағы бер төркөм кешеләр һәм шәхсән Гүзәл Гәрәй ҡыҙы менән осрашырға теләк белдерҙе. Осрашыуҙа Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы вәкилдәре, район етәкселеге ҡатнашты.

"Был биҫтәлә мәктәп төҙөүгә ғариза бирелгән. Ул 1225 урынға иҫәпләнгән. 2023 йылда асыласаҡ. Ике километр ара иһә бала өсөн ысынлап та йыраҡ, шуға уҡыусыларҙы мәктәпкә дүрт автобус йөрөтәсәк", - тине Елена Шмелева.

Ул әлеге осрашыуға тиклем Владимир Путин менән тура бәйләнеш ваҡытында Калинин районында йәшәгән Константин Мөхәмәтйәровтың мөрәжәғәтендә телгә алынған мәктәпкә инеп сыҡты. Өфө гражданы бында ремонт эшләргә кәрәклеге тураһында белдергәйне. Бөтә Рәсәй халыҡ фронты Үҙәк штабы рәйестәше, төҙөкләндереүҙең бер өлөшө 1 сентябргә тамамланасаҡ, артабан планлаштырылған үҙгәрештәр йыл дауамында тормошҡа ашырыласаҡ, тине.

Фото: Валерий Шахов.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: