Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
23 Июль 2021, 21:30

Чемпионаттың иҡтисади әһәмиәте лә ҙур

23 июлдә XI “Йәш профессионалдар (Ворлдскиллс Рәсәй)” милли чемпионатының эш төркөмө кәңәшмәһе видеоселектор форматында үтте.

Чемпионаттың иҡтисади әһәмиәте лә ҙур
Чемпионаттың иҡтисади әһәмиәте лә ҙур

23 июлдә XI “Йәш профессионалдар (Ворлдскиллс Рәсәй)” милли чемпионатының эш төркөмө кәңәшмәһе видеоселектор форматында үтте. Сараны Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов алып барҙы.

Чемпионат 25 – 29 августа үтәсәк. Уға әҙерлек этаптары хаҡында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һөйләне.

"Төп ярыштар майҙансығында – Йәш профессионалдар паркында – павильон конструкцияларын ҡуйыу тамамланды. Планлаштырылған ҡоролмалар һатып алынды. Чемпионаттан һуң улар урта һөнәри белем биреү ойошмаларына ебәреләсәк. Шулай итеп, төбәктәге колледждарҙың матди-техник хәле 70 процентҡа яңыртыласаҡ", - тине Андрей Назаров.

Конкурсанттар үҙ оҫталығын ете блокка бүленгән 105 профессиональ компетенцияла күрһәтәсәк: төҙөлөш һәм төҙөлөш технологиялары, мәғлүмәт һәм мәғлүмәт технологиялары, мәғлүмәт һәм коммуникация технологиялары, ижад һәм дизайн, етештереү һәм инженер технологиялары, хеҙмәттәр өлкәһе, транспорт һәм логистика, мәғариф.

Республика командаһы 103 компетенция буйынса ярыштарҙа ҡатнашасаҡ. Йыйылма командала – 498 кеше – 280 конкурсант, 218 эксперт. Ә ярыштарҙа барлығы өс мең спортсы, илдәге 78 төбәк командалары ҡатнашасаҡ.

"Башҡортостанда Милли финалдың үткәрелеүе һөҙөмтәһендә пилотһыҙ авиация кластеры ойоштороласаҡ – “Геоскон”, “Гироплан”, “Хоер” компаниялары пилотһыҙ вертолеттарҙы, квадрокоптерҙарҙы, аэротаксиҙы ебәрәсәк. “Йәш профессионалдар паркы” павильонында Башҡортостан сода компанияһы инновациялы экологик пакеттарҙы етештереүҙе башлаясаҡ һәм 300 эш урыны барлыҡҡа килтерәсәк. Шулай уҡ тент конструкциялар ҡаласаҡ, уларҙы муниципалитеттарға тапшырасаҡбыҙ - физкультура-һауыҡтырыу комплекстары төҙөйәсәктәр", - тине Андрей Назаров.

Премьер-министрҙың әйтеүенсә, чемпионатты үткәреү өсөн эпидемиологик хәүефһеҙлек регламенты ҡаралған.

"Аккредитациялағанда һәм майҙансыҡҡа ингәндә тән температураһы тикшереләсәк. Ул юғары икән, йәки киҙеү билдәләре булһа, кеше аккредитацияланмаясаҡ, майҙансыҡҡа индерелмәйәсәк. Уларға экспресс юл менән ПЦР-тикшереү үткәреләсәк. Яңы коронавирус инфекцияһы менән сирләү осрағы асыҡланғанда, улар менән бәйләнештә булғандарға 14 көнлөк карантин ҡаралған. Ковид асыҡланған кеше Зубовтағы инфекция дауаханаһына тулыһынса медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн урынлаштырыласаҡ", - тине Андрей Назаров.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: