Белем һәм тәрбиә
23 Июль 2021, 08:45

"Һеҙҙә һәләтлеләр менән эшләү яҡшы ойошторолған"

Был хаҡта Өфөгә эш сәфәре менән килгән “Сириус” үҙәге етәксеһе Елена Шмелева Өфө дәүләт нефть техник университетында белдерҙе.

"Һеҙҙә һәләтлеләр менән эшләү яҡшы ойошторолған""Һеҙҙә һәләтлеләр менән эшләү яҡшы ойошторолған"
"Һеҙҙә һәләтлеләр менән эшләү яҡшы ойошторолған"

Башҡортостан һәләтлеләр менән эшләүҙең милли системаһына өлөш индереүҙә алдынғы урындарҙың береһен биләй. Был хаҡта Өфөгә эш сәфәре менән килгән “Сириус” белем биреү үҙәге етәксеһе Елена Шмелева Өфө дәүләт нефть техник университетында белдерҙе.

“Беҙ “Сириус”тағы квалификация күтәреү дәрестәрендә педагогтарҙы даими күрәбеҙ. Улар уҡытып сығарған йәштәр ҙә беҙҙең программалар буйынса йыш килә, – тине Елена Шмелева. – Бөгөн төрлө белем биреү программалары менән таныштыҡ, бында төп үлсәү – баланың үҫешенә ниндәй өлөш индереүҙә. Яңы инфраструктураны үҫтереү иҫәбенә һәр балаға үҙ һәләтен камиллаштырыу мөмкинлеге бирелеүе мотлаҡ. Төҙөлөп ятҡан проекттарҙы ҡараныҡ, барлығы 300-ҙән ашыу ғариза бирелгән. Эшләй башлаған проекттар республикалағы бөтә белем биреү структураһын интеграциялаясаҡ",  – тине Елена Шмелева.

Фото: bashinform.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас