

Һәр баланың күңеле аҡ ҡағыҙ кеүек: тормошондағы барлыҡ ваҡиға унда ғүмерлеккә теркәлә бара. Быйылғы йәйге каникул да уларҙың хәтеренә һеңеп ҡалыр. Ә ошо матур миҙгелдең иң сағыу осорҙарының береһе, әлбиттә, йәйге ял лагерында булыу. Унда бала ял итеп кенә ҡалмай, тиҫтерҙәре менән аралаша, уның ижади, интеллектуаль һәм ойоштороу һәләттәре асыла.
Әйткәндәй, Башҡортостан “Сәйәхәттәр донъяһы. РФ сайтында теркәлгән лагерҙар” һаны буйынса өсөнсө урынды биләй. Беренселә – Краснодар крайы (96 лагерь), икенселә – Ҡырым Республикаһы (64 лагерь). Бына ошондай һандар әйтелгәйне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендәге аҙналыҡ кәңәшмәләрҙең береһендә. Унда йәйге һауыҡтырыу кампанияһы хаҡында һүҙ барҙы.
“Балалар ялы – бик мөһим мәсьәлә. Уға мөмкин тиклем яуаплы ҡарарға кәрәк. Балалар лагерҙа булған ваҡытта барлыҡ саралар көйләнергә, контролдә тотолорға тейеш”, – тип белдерҙе Андрей Назаров.
Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда 1 – 28 июндә 1184 лагерҙа 84 меңдән ашыу бала ял иткән. Ял итеүҙең аҙ сығымлыларын да иҫәпкә алғанда, уҡыусылар һаны 210 мең тирәһе тәшкил итә. “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы, республиканың Гигиена һәм эпидемиология үҙәге тарафынан санитар-эпидемиологик һығымталар биреү дауам итә. Әйткәндәй, лагерҙарҙа эшләгән 14 меңдән ашыу кеше коронавирус инфекцияһына тикшереү үткән.
Өҫтәүенә, республика – “Балалар турист кешбэгы” программаһын тормошҡа ашырыу буйынса ла тәүге биш төбәк араһында. Ә был – әлеге ваҡытта республикала балалар ялын ойоштороуға һәм сәләмәтлеген нығытыуға йүнәлтелгән төрлө программаларҙың береһе. Ул – “Сәйәхәттәр донъяһы.РФ” сайтында һатып алынған юлламаның яртыһын кире ҡайтарыуға йүнәлтелгән федераль программа.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был программа йәй буйы, йәғни 31 авгусҡа тиклем ғәмәлдә. Теләге булғандар үҙҙәре һайлап, йәйге лагерға юллама һатып алып, уның 50 процентын – федераль бюджеттан, 30 процентын республика бюджетынан кире ҡайтарта ала. Ял итеү сикләнмәгән, бер бала бер нисә сменала ял итә ала.
Тағы шуны билдәләргә кәрәк: Башҡортостанда 2010 йылдан балалар юлламаһын һатып алыу буйынса ташламалы программалар бар. Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығында теркәлеп, республикалағы лагерҙар исемлеге менән танышыу һәм ҡулайлы шарттар менән юлламалар һатып алыу мөмкинлеге бирелгән.
Әйткәндәй, барлыҡ ял итеү ойошмаларында ла ял коронавирус инфекцияһына бәйле мәғариф ойошмаларына ҡарата талап ителгән санитар-эпидемиология ҡағиҙәләренә ярашлы ойошторола.
Ҡырмыҫҡалы районында ла йәйге һауыҡтырыу кампанияһы уңышлы бара: балалар өсөн көндөҙгө 17 лагерь эшләне. Йәнә “Виктория” спорт-һауыҡтырыу лагерындағы беренсе сменала ғына 115, шул иҫәптән ауыр тормош хәленә тарыған 40 ҡыҙ һәм малай ял итте. Ә барлыҡ сменаларҙа 345 бала сәләмәтлеген нығытасаҡ. Әйткәндәй, был лагерь ҙа үрҙә әйтелгән “турист программаһы”нда ҡатнаша.
Беҙ Ҡырмыҫҡалы районындағы “Виктория” лагерына барғанда ҡыҙҙар һәм малайҙар үҙҙәренең яратҡан спорт төрҙәре, төрлө уйындар менән мәшғүл ине. Әйткәндәй, был лагерҙың төп программаһы ла – “Сәләмәт булыу – модала!” Ул киләсәк быуынды сәләмәт тормош алып барыуға ылыҡтырыу, балаларҙы физик культура һәм спорт менән даими шөғөлләнеүгә йәлеп итеү. Ойошманың педагогтар составы М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттарынан тора. Өҫтәүенә, ҡыҙҙар һәм малайҙар менән физик культура буйынса тренерҙар, музыка етәксеһе шөғөлләнә. Бында ял иткәндәрҙең фекеренсә, лагерь программаһы мауыҡтырғыс һәм бай. Уларға бигерәк тә “Шаян старттар”, “Стартинейджер” кеүек саралар, төрлө квестар оҡшай.
Ҡырмыҫҡалы районында йәйге каникул ваҡытында 2 меңдән ашыу бала көндөҙ йәки хеҙмәт һәм ял лагерында булыр, тип планлаштырылған. Шулай итеп, улар футбол кеүек спорт уйындары менән мауығып ҡына ҡалмай, шулай уҡ дөрөҫ, сәләмәт туҡланыуҙың, хәрәкәттең һаулыҡ, яҡшы кәйеф өсөн мөһим икәнлеге хаҡында хәбәрҙар буласаҡ. Әйткәндәй, лагерь етәксеһе Эльмир Миһранов үҙе лә спортсы. “Физик күнекмәләр, спорт менән даими мауығыу һәр кемде рухи йәһәттән дә, физик яҡтан да нығыта”, – ти ул.
Кисен балалар бергәләп кино ҡарай, бейей. Тағы шуныһы: бында һәр кемеһе үҙенең күңеленә яҡын шөғөлдө таба ала. ...Сихри йәйҙең бер өлөшөн ошондай матур тәбиғәт мөйөшөндә, Ҡырмыҫҡалы районындағы Ибраһим ауылынан, Ҡыҙылғы күленән алыҫ түгел урында, үткәреү балалар күңелендә мәңгелеккә уйылып ҡаласаҡ.
- Айһылыу НИЗАМОВА.
Ҡырмыҫҡалы районы.