Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
23 Июль 2021, 11:10

Ҡул ҡаушырып ултырыу булмышына тап килмәй

Рәйлә Рәшит ҡыҙының һәр көнө алдан планлаштырылған.

Уҡытыусылар менән әңгәмәләшеүҙән һәр йәһәттән дә кинәнес алаһың, осрашыу күңел донъяһын байыта. Мөғәллимдәр – үҙҙәре айырым донъя. Ниндәй генә теманы ҡуҙғатма, һәр береһенең төплө фекере, әйтер һүҙе бар. Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, беҙҙең гәзит ойошторған “Булдыҡлы ҡатын-ҡыҙ” конкурсы призеры Рәйлә ЛАТИПОВА менән Салауат районына командировкаға барғанда осраштыҡ. Әңгәмәне гәзит уҡыусыларға тәҡдим итәбеҙ.

– Кемдәрҙер хаҡлы ялға сығыу ваҡытын көтөп ала алмай, нисектер тынып ҡалғандай тойола. Ә икенселәр, киреһенсә, пенсияға сыҡһа ла, тик ултыра белмәй. Рәйлә апай, һеҙ, тынғыһыҙ кеше булараҡ, ниндәй уй-ниәттәр менән йәшәйһегеҙ?

– Күптән инде хаҡлы ялдамын, бына ошо алтынға торошло ваҡытымды нисек тә файҙалы итеп үткәреүҙе үҙемә маҡсат итеп ҡуйҙым. “Бер нисек тә өлгөрә алмайым”, “буш ваҡыт таба алмайым” тип аҡланыу – минең өсөн ят күренеш. Һәр көнөмдөң нисек үтере алдан уҡ планлаштырылған. Ташҡа баҫылғандың ни хәтлем мөһим икәнен йылдар үткән һайын тәрәнерәк һәм нығыраҡ  аңлайым. Мәҫәлән, рус, башҡорт һәм татар телдәрендә сыҡҡан мәҡәләләрҙе туплап, “Нәҫел ебе өҙөлмәһен” (“Пусть не прервется нить родословной”) тигән китап төҙөгәйнем. Был эште бойомға ашырыуҙа атайым Рәшит Фәйзуллиндың ҙур ярҙамын тойҙом. “Республика гәзиттәрендә, районыбыҙ баҫмаһында сыҡҡан мәҡәләләрҙе, иҫтәлектәрҙе бергә туплап, китап итеү хаҡында Рәйлә ҡыҙымдың фекеренә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ризалаштыҡ”, – тип ҡәҙерле кешем фатихаһын биргәс, уға айырыуса дәртләнеп тотондом. “Башланған эш – бөткән эш” тигәндәй, ул ныҡ еңел барҙы һәм йәһәт кенә тамамлап та ҡуйҙым.

Китапты Өфө ҡалаһында баҫтырҙым, тиҙ арала таралды. Башҡортостанда комсомол ойошмаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыу уңа­йынан Салауат районының комсомол ойошмаһы, комсомол ҡыҙ­ҙар һәм егеттәр хаҡында баҫма әҙерләнем. “Кемдәр улар комсомолдар?”, “Шөғөлдәре ниндәй булған?” – хәҙерге йәштәрҙең ошо һорауҙарына яуап булды ул. Ағайым Сәғит Фәйзуллиндың “Ғүмерем миҙгелдәре”, диндар ауылдашым Фәймә Вахитованың “Дин юлы изгелеккә илтә” тигән китаптарын мөхәррирләп, баҫырға әҙерләнем. Ғөмүмән, китаптар әҙерләгәндә төрлө йүнәлеште алырға тырышам. Бер һүҙ менән әйткәндә, ҡул ҡаушырып ултырған юҡ.

– Оҙаҡ йылдар бер урында мәшғүл кеше булараҡ, биш йыл һайын эш урыны алмаштырыусыларҙы аңлап етмәйем. Бының сәбәптәре ниҙә?

– Эш урынын йыш алмаштырыусыларға ыңғай ҡарайым. Йыраҡ йөрөйһө түгел, мин тап шундайҙарҙан. Был бер урында ғына эшләй белмәүҙән түгел, ә тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ тормош эсенә инергә, ҡайнап торған хәл-ваҡиғаларҙың уртаһында булырға тырышыуҙан киләлер. Минеңсә, бер урында оҙаҡ эшләү ялҡыта, бер үк нәмәнең көн дә ҡабатланып торғанын күңелем менән өнәп етмәйем.

Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамланым. Ауылдаштарым әйтмешләй, атайым менән әсәйемдең юлынан киттем. Мәсетле урта мәктәбендә балаларҙы рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыттым.

Бер йылдан район етәкселеге комсомолдың район комитетына өсөнсө секретарь итеп саҡырҙы. Был эштә кешеләр менән аралашырға, саралар ойошторорға, телмәр тоторға өйрәндем. Каникул осоронда уҡыусыларҙы Рәсәй ҡалаларына экскурсияларға күпләп ебәрә торғайныҡ.

Бер аҙҙан мәғариф бүлегенә эшкә “ҡоҙалағас”, бер нисек тә баш тарта алманым. Бында тәүҙә телдәр буйынса методист, һуңынан методик кабинет мөдире булдым. Малаяҙ башҡорт гимназияһы асылғас, унда директорҙың уҡытыу-тәрбиә буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарҙым.

Эшем шыма ғына бара ине, һис уйламай редакцияға күстем. “Йүрүҙән” район гәзитендә ете йылға яҡын мөхәррир йөгөн тарттым, ул йылдарҙа районды арҡырыға-буйға йөрөп сыҡтыҡ. Ҡыҫҡаһы, ҡайҙа ғына булһам да, бер ҡасан да һынатманым, һәр саҡ тырыштым. Ижтиһад һалһаң, барыһы ла уң килеп тора икән.

 – Атай-әсәйегеҙ тураһында һөйләгеҙ әле.

– Ғәзиз кешеләремдең икеһе лә хозур тәбиғәтле Салауат районында тыуып үҫкән. Аныҡлабыраҡ әйткәндә, атайым – Арҡауылдан, әсәйем – Күҫәләрҙән. Тәүҙә – ауыл мәктәбендә, аҙаҡтан Өфөләге 9-сы башҡорт мәктәбендә (хәҙер – Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты) белем алғандар. Данлы мәктәпте яҡшы билдәләргә генә тамамлағас, атайым Башҡорт дәү­ләт университетының – география, әсәйем физика-математика факультетына һис ауырлыҡһыҙ уҡыр­ға ингән. Вуз тамамлаған йәштәр­ҙең икеһен ике яҡҡа йүнәлтмә нигеҙендә эшкә ебәргәндәр. Ә һуңынан Арҡауыл ауылында төпләнеп, ғаилә ҡороп, 40 йылға яҡын мәктәптә уҡыттылар. Атай-әсәйем – педагог Фәйзуллиндар династияһына нигеҙ һалыусылар. Беҙҙең династияға ҡараған 18 уҡытыусының 500 йылдан ашыу педагогик стажы бар. Беҙ ғаиләлә дүрт бала үҫтек. Әсәйем Сәймә Харис ҡыҙы – Башҡортостандың мәғариф отличнигы, атайым Рәшит Хужа улы – мәғариф хеҙмәте ветераны.

Әйткәндәй, атай-әсәйемә районда беренселәрҙән булып Рәсәй Хөкү­мәтенең “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн!” миҙалын тапшыр­ҙылар.

– Рәйлә Рәшит ҡыҙы, шәжәрә буйынса ирегеҙ – Салауат Юлаев нәҫеленән. Ниндәй дәлилдәр килтерә алаһығыҙ?

– Ирем Данис Даниял улы менән өс баланы аяҡҡа баҫтырҙыҡ. Һәр береһенә бәләкәйҙән төплө белем бирергә ынтылдыҡ, бер эште лә тамамламайынса туҡталыу юҡ, тип өйрәттек, күңелдәренә туғанлыҡ хистәрен һалырға тырыштыҡ. Данир улыбыҙ Өфөлә төпләнде, “Россельхозбанк” йәмғиәтендә – баш иҡтисадсы, Резеда – Краснодар крайындағы Бөтә Рәсәй “Орленок” балалар үҙәгендә инглиз теле уҡытыусыһы. Ә өлкән ҡыҙыбыҙ Розалия Малаяҙ башҡорт гимназияһында мәктәп директоры урынбаҫары вазифаһын башҡара, бер үк ваҡытта тарихтан да уҡыта. Ул тулы итеп шәжәрә ағасын төҙөгән. Ошо шәжәрә буйынса ирем Данис Мәликә Аҙналинаның нәҫелен дауам итеүсе булып сыға. Ә Мәликә – “Рәүиз яҙмалары” буйынса Юлай Аҙналиндың бер туған һеңлеһе. Беҙ Салауат Юлаев тоҡомона барып тоташыуыбыҙ менән ғорурланабыҙ! Әйтергә кәрәк, улыбыҙ ейәнсәребеҙгә Мәликә тип исем ҡушты.

– Фиҙакәр хеҙмәтегеҙгә, илем, телем һәм халҡым тип янып йөрөүегеҙгә ҡарағанда, ысынлап та, батыр нәҫелдән булыуығыҙ һиҙемләнә...

– Бер мәл эш сәфәре менән Свердловск өлкәһенә барырға насип булды. Йөкмәткеле сарала ҡатнаштыҡ, ситтә ғүмер кисергән милләттәштәребеҙ менән осрашыу күңелдәргә дәрт һәм көс өҫтәне. Красноуфимск районы хакимиәте башлығының үҙ сығышында Салауат Юлаевты бер нисә тапҡыр телгә алыуына шул тиклем ғорурланып ултырҙым. “Һеҙ, башҡорттар, бәхетле халыҡ, һеҙҙең бар яҡлап та өлгө алырлыҡ данлы Салауатығыҙ бар!” – тип телмәрен тамамлағайны ул.

 – Биш ейән-ейәнсәргә өләсәй булған кешенең йәштәргә ҡарата ниндәй теләктәре булыр?

– Ейәндәрем һәм ейәнсәрҙәрем, балаларым – шатлығыбыҙ ҙа, йәшәү мәғәнәһе лә. Өлкәндәрҙең ҡайһы берҙәре йәштәрҙең баҡсаһына таш ырғыта икән, уларҙы ла аңларға кәрәк, шул иҫәптән мине лә. Улар ҡыҙҙар һәм егеттәребеҙ киләсәк менән йәшәһен тигән маҡсатты күҙ уңында тота. Ысынлап та, һәр замандың үҙенә хас йәштәре бар. Миңә ҡалһа, аҡыллы һәм белемле йәш быуын алмашҡа килә, быға ныҡ һөйөнәм. Форсаттан файҙаланып, бер кәңәшемде лә еткерәйем әле. Беҙҙең Малаяҙ ауылы күҙгә күренеп үҫә, күркәмләнә. Йәштәрҙең бер-береһен уҙҙырып ҙур өйҙәр һалыуы, хатта бер нисә ҡатлы йорттар ҡал­ҡытыуы, һүҙ ҙә юҡ, ҡыуаныслы күренеш. Ошо йәштәрҙең ике-өс балаһы ихатала рәхәтләнеп уйнай. Иркенлек бит, әйҙә, матур итеп донъяларын ҡорһондар. Шуға иғтибар иткәнем бар: хан һарайынан кәм булмаған йорт янында шашлыҡ ҡурыу урыны, бассейн, беседка, ҡыҫҡаһы, ял итеү өсөн уңайлыҡтар тыуҙырылған, ә баҡсаға, мал һарайына урын да ҡалмаған. Түтәлдәр юҡ, шуға күрә унда йәшелсә, еләк-емеш үҫмәй. Ауылда йәшәп, бер нәмә сәсмәйенсә булалыр шул? Балалары хеҙмәткә өйрәнеп үҫмәй, бына ошо мәсьәлә күңелде ҡыра. Бәләкәйҙән эшкә күнеккән үҫмер тормошҡа тиҙ яраҡлаша, көтөлмәгәнлектәргә еңел ҡаршы тора ала, ҡапыл килеп тыуған хәл-торошто йәһәт йырып сыға, тип аңлатма бирә психологтар. Уларҙың фекере менән тулыһынса килешәм.

 – Рәйлә Рәшит ҡыҙы, гәзит уҡыусыларға ла әйтер һүҙегеҙ барҙыр.

– Бөтә яңылыҡ – гәзиттә. Мәҫәлән, шәхсән мин йыл да төрлө баҫмаларға күпләп яҙылам. Шулар араһында “Башҡортостан” республика гәзите бар ғына түгел, һәр саҡ өйөмдөң түрендә ята. Ташҡа баҫылғанды даими алдырып уҡыйыҡ, йәмәғәт!

 – Киләсәккә уй-ниәттәрегеҙ менән дә уртаҡлашһағыҙсы.

– Алдағы көндәргә пландар тураһында һүҙ йөрөткәндә, түбәндәгеләрҙе еткерәм. Милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына 250 йыл тулыу айҡанлы нәшерләнгән һәм Салауат районына арналған “Земля Салаватская, земля батыра” тигән китап бар, шул хәтлем бай йөкмәткеле итеп әҙерләнгән. Авторҙарына рәхмәтем сикһеҙ. Әле иһә Салауат районының мәғариф тарихы, педагогия хеҙмәткәрҙәренең энциклопедияһы кеүек күләмле эшкә бер төркөм ветеран-уҡытыусылар менән тотондоҡ. Район хакимиәтенең мәғариф бүлеге, мәктәп коллективтары менән бергәләп был мөһим эштең дә осона сығырбыҙ, тип ышанам.

 

– Рәйлә Рәшит ҡыҙы, ҡыҙыҡлы әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт!

 - Илдар АҠЪЮЛОВ әңгәмәләште.

 Салауат районы.

Читайте нас: