Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
24 Июль 2021, 09:30

"Сириус" менән арабыҙ яҡыная

Радий Хәбиров Елена Шмелеваға республика менән ҡыҙыҡһыныуы, һәләтле балаларға ярҙам итеү буйынса эштә ҡатнашҡаны өсөн рәхмәт белдерҙе.

"Сириус" менән арабыҙ яҡыная
"Сириус" менән арабыҙ яҡыная

23 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты рәйестәше, “Сириус” мәғариф үҙәге етәксеһе, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Фән һәм мәғариф буйынса совет президиумы ағзаһы Елена Шмелева менән осрашты. Һөйләшеү темалары йәш таланттарға ярҙам итеү системаһын үҫтереү, республикала Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең студенттар кампусын ойоштороу булды.

Осрашыу башында төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Елена Шмелеваға республика менән ҡыҙыҡһыныуы, һәләтле балаларға ярҙам итеү буйынса эштә ҡатнашҡаны өсөн рәхмәт белдерҙе.

"Һеҙгә республика уҡыусылары исеменән Сочилағы “Сириус” үҙәгенең мәғариф программалары буйынса уҡыу мөмкинлеге өсөн рәхмәт белдерәм, - тине ул. – 976 бала яңы мөмкинлектәргә эйә булды".

Башҡортостан Башлығы шулай уҡ республика Хөкүмәте эше векторҙары береһенең юғары мәғариф һәм фәндең стратегик үҫеше икәнлеген билдәләне. Һөйләшеү һөҙөмтәләре буйынса төбәк етәксеһе Елена Шмелеваға Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең күҙәтеү советына рәйес урынбаҫары сифатында инергә тәҡдим итте.

“Сириус” етәксеһе Башҡортостанда һәләтле балаларға һәм үҫмерҙәргә ярҙам итеү буйынса системалы эш алып барылыуы хаҡында әйтте. Ул яҡшы һөҙөмтәләр бирә. Елена Шмелева төбәктә Евразия фәнни-мәғариф үҙәген ойоштороу проектын юғары баһаланы.

"Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең күҙәтеү советына рәйес урынбаҫары булыу тәҡдименә килгәндә, ул бик ҡыҙыҡлы. Был составҡа инергә ихлас ризамын", - тине ул.

Осрашыу аҙағында Радий Хәбирпов һәм Елена Шмелева Республикаға идара итеү үҙәген ҡараны. Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская коллективтың эш механизмдары хаҡында һөйләне.

"Бында барлыҡ төбәктән көнүҙәк мәғлүмәт йыйылған. Ул дөрөҫ идара итеү ҡарарҙары ҡабул итеү һәм эшләү өсөн мотлаҡ кәрәк, - тине Радий Хәбиров. – Республика менән идара итеү идаралығы иҡтисад һәм социаль өлкә үҫеше буйынса хәлде аңларға, аҙымдарҙы координацияларға ярҙам итәсәк".

Фото: glavarb.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: