Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
24 Июль 2021, 13:30

Йәш ғалимдарға - гранттар

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йәш ғалимдарға республика гранттары биреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Йәш ғалимдарға - гранттар
Йәш ғалимдарға - гранттар

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йәш ғалимдарға республика гранттары биреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Маҡсат – 35 йәшкә тиклемге аспиранттарға һәм фән кандидаттарына дәүләт ярҙамы сараларын киңәйтеү, төбәктәге йәш, перспективалы тикшеренеүселәргә эш өсөн шарттар булдырыу, донъя кимәлендәге Евразия ғилми-мәғариф үҙәге прграммаһы эшмәкәрлеген һөҙөмтәле тормошҡа ашырыу.

Гранттар йыл һайын конкурс нигеҙендә биреләсәк.

Республикалағы юғары уҡыу йорттары һәм ғилми ойошмалар аспиранттары йыл һайын 500 мең һум күләмендәге ун грантҡа, уларҙың һәм бергә башҡарыусыларҙың (улар иҫәбе бер ғалимдан, студенттан, аспиранттан кәм булмаған һан) хеҙмәтен түләүҙе ҡушып, өмөт итә аласаҡ. Шул уҡ ваҡытта аспиранттың һәм уның менән бергә башҡарыусыларҙың хеҙмәтенә түләү хаҡы йылына 360 мең һумдан артмаясаҡ. Башҡортостан юғары уҡыу йорттарында һәм ғилми ойошмаларында эшләгән фән кандидаттары, улар менән бергә эшләүселәр (был иҫәп ике ғалим, студент, аспиранттан тора) йыл һайын бер миллион һум кимәлендәге ун грантҡа өмөт итә ала. Шул уҡ ваҡытта барыһының бергә хеҙмәт хаҡы йылына 600 мең һумдан арта алмай.

Гранттарҙы түләүгә бюджет ассигнованиеларының күләме 2021 йылда – 15 миллион, киләһе һәр йылда 30 миллион һум тәшкил итәсәк. Башҡортостан Хөкүмәте был сығымдарҙы республика бюджетын формалаштырғанда ҡарарға тейеш.

Йыл һайын гранттарҙы алыуға конкурс үткәреүгә һәм уларҙа еңеүселәргә түләүгә Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы яуап бирәсәк.

Указда гранттарҙы биреү тәртибе, гранттар буйынса Совет һәм уның составы раҫланған.

Фото: glavarb.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: