Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
26 Июль 2021, 21:30

Авиация университеты - еңеүсе!

Өфө дәүләт авиация техник университеты "Алтын ҡанаттар-МАКС-2021" конкурсында еңеү яулаған.

Авиация университеты - еңеүсе!
Авиация университеты - еңеүсе!

Өфө дәүләт авиация техник университеты "Алтын ҡанаттар-МАКС-2021" конкурсында еңеү яулаған. Был юғары уҡыу йорто "Импортҡа алмаш" номинацияһында алдынғылыҡты бирмәгән.

Беҙҙең уҡыу йорто мәртәбәле ярышта 60-тан ашыу ойошманы артта ҡалдырған.

"Әле еңел һәм айырыуса еңел осоу аппараттары класында сит ил етештергән авиация поршень двигателдәрен ҡулланабыҙ, - тип һөйләй Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры Сергей Новиков. - Яраҡһыҙ яңы двигателдәр йәки запас частар менән тәьмин иткәндә илдең милли хәүефһеҙлегенә ҡурҡыныс янай. Был еңел һәм айырыуса еңел осоу аппараттарына ватан авиация поршень двигателдәрен, шул иҫәптән вертолеттар һәм пилотһыҙ осоусылар етештереү кәрәклеген билдәләй. Бөгөн тәжрибә өлгөһө етештерелгән: уникаль яғыулыҡ системаһы күп яғыулыҡлы эш тәртибен тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә".

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор:Ильдар Акьюлов
Читайте нас: