Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
27 Июль 2021, 20:45

Өҫтәмә белем биреү мәсьәләләре тикшерелде

Бөгөн Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова Стәрлетамаҡ ҡалаһында эш сәфәрендә булды.

Өҫтәмә белем биреү мәсьәләләре тикшерелде
Өҫтәмә белем биреү мәсьәләләре тикшерелде

Бөгөн Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова Стәрлетамаҡ ҡалаһында эш сәфәрендә булды.

Ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов менән бергә ул “Ҡайынҡай” шифахана-профилакторийының элекке бинаһын 2-се гимназияның икенсе корпусы итеп реконструкциялау проекты менән танышты, 23-сө полилингваль мәктәпте ҡарап сыҡты, А.П. Гайдар исемендәге Пионерҙар һәм уҡыусылар һарайында тәрбиәләнеүселәр менән аралашты.

1-се гимназия директоры Риф Рәхим улы Тажиев ҡунаҡтарға “Ҡайынҡай” бинаһын реконструкциялау проектын тәҡдим итте. Уның әйтеүенсә, әле гимназияла урындарға ҡытлыҡ күҙәтелә, ә яңы бина ошо мәсьәләне хәл итәсәк. Лилиә Салауат ҡыҙы проектты хупланы һәм федераль программаларҙа, гранттарҙа ҡатнашыу зарурлығын билдәләне. Ул шулай уҡ мәктәптә өҫтәмә белем биреү секцияларын ойошторғанда уларға ихтыяж булһын өсөн уҡыусыларҙың һәм ата-әсәләрҙең фекерен иҫәпкә алырға кәңәш итте.

Делегация шулай уҡ 23-сө полилингваль мәктәптә лә булды. Унда ҡунаҡтар кабинеттарҙы, тамаша залын, музейҙы ҡараны. Лилиә Ғүмәрова хеҙмәт лагерына йөрөгән балалар һәм йәш футболсылар менән аралашты.

А.П. Гайдар исемендәге Пионерҙар һәм уҡыусылар һарайында йәйге һауыҡтырыу лагеры асылған. Бында йәнһүрәттәр һәм кино студияһы, йәнле мөйөш бар, “тәбиғәтте өйрәнеүсе” берекмәһе, башҡа түңәрәктәр эшләй.

Лилиә Ғүмәрова әйтеүенсә, республикала ҙурлығы буйынса икенсе урынды биләгән Стәрлетамаҡ федераль программаларҙа әүҙем ҡатнаша.

"1-се гимназияла филиал реконструкциялана. Бының өсөн ҙур әҙерлек эше башҡарылды. Гранттар конкурстарында ҡатнаштылар. Бына, ниһайәт, уңышҡа өлгәшелде. 600 миллион һум (500 мең һумы – федераль ҡаҙнанан) ҡалалағы иң ҙур гимназияларҙың береһен реконструкциялауға йүнәлтелә, – тине ул. – 23-сө полилингваль мәктәптә лә, Пионерҙар һәм уҡыусылар һарайында ла өҫтәмә белем биреү буйынса байтаҡ мәсьәләләрҙе тикшерҙек. Беҙҙең бурыс – өҫтәмә белемгә эйә булыу мөмкинлеген киңәйтеү, уны файҙалыраҡ итеү, сығымдарҙың ҙур өлөшөн ата-әсә иңенә һалмау".

Фото: Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте.

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: