Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
28 Июль 2021, 18:30

“Маҡсатыбыҙ – Башҡортостанды күрһәтеү”

15 июлдән Рәсәй студенттарының ил буйынса сәйәхәт итеү һәм кампустарҙа, дөйөм ятаҡтарҙа йәшәү мөмкинлеге барлыҡҡа килде.

“Маҡсатыбыҙ – Башҡортостанды күрһәтеү”
“Маҡсатыбыҙ – Башҡортостанды күрһәтеү”

15 июлдән Рәсәй студенттарының ил буйынса сәйәхәт итеү һәм кампустарҙа, дөйөм ятаҡтарҙа йәшәү мөмкинлеге барлыҡҡа килде.

Студенттар туризмы программаһы 25 авгусҡа тиклем ғәмәлдә буласаҡ. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса Фән һәм юғары белем биреү министрлығы тарафынан эшләнгән Студенттар туризмы программаһында 15 университет һәм туризм йәһәтенән ылыҡтырғыс 15 төбәк ҡатнаша.

Башҡортостанда Евразия ғилми-мәғариф үҙәгенең “Яңы мөхит” йүнәлешендәге проекттары ғилми-мәғариф һәм экологик туризмдың үҫеш ҡеүәтен билдәләй. Башҡорт дәүләт университеты, Евразия ғилми-мәғариф үҙәге ҡатнашыусыһы булараҡ, ”Башҡортостанды асабыҙ” маршрутын эшләне һәм программала ҡатнашҡан 15 университеттың береһе булды. Маршрут алты көндән һәм биш төндән тора.

"Маҡсатыбыҙ – башҡа төбәктәрҙәге студенттарға Башҡортостанды күрһәтеү. Шуға маршрутты ҡыҙҙар-егеттәр тәбиғәткә һоҡланып ҡына ҡалмай, төп халыҡтың мәҙәниәтен, көнкүрешен күрерлек итеп ойошторҙоҡ, - ти ғилми-методологик эш буйынса проректор Азат Ғәлимханов.

Фото: pravitelstvorb.ru

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: