Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
29 Июль 2021, 14:15

Әлмәс мәктәбендә эш ҡайнай

Күгәрсен районының Әлмәс дөйөм белем биреү мәктәбе бинаһы 1993 йылда төҙөлгән.

Әлмәс мәктәбендә эш ҡайнай
Әлмәс мәктәбендә эш ҡайнай

Күгәрсен районының Әлмәс дөйөм белем биреү мәктәбе бинаһы 1993 йылда төҙөлгән. Шул мәлдән алып унда бер тапҡыр ҙа ремонт яһалмаған. Айырыуса спорт залы төҙөкләндереүгә мохтаж ине.

Күгәрсен районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, күптән түгел мәктәптә капиталь ремонт башланған. Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының “Һәр баланың уңышы” федераль проектына ярашлы башҡарыла.

Әле спорт залында түшәм, иҙән яңыртылған, йөҙләү, биҙәү менән мәшғүлдәр. Тиҙҙән төҙөүселәр ишектәрҙе алмаштыралар. Эште яңы уҡыу йылы башланғанға тиклем тамамларға ниәтләйҙәр.

“Һәр баланың уңышы” проекты балаларҙың һәм йәштәрҙең һәләтттәрен асыу, уларҙы үҫтереү системаһын ойоштороуға, был системаның әүҙем эшен тәьмин итеүгә йүнәлтелә.  

 

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Фото: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/129053

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/129053

 

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: