Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
30 Июль 2021, 12:09

Башыңды эшләтһәң, йәшәүе еңел

Мейе тиҙ ҡартаймаһын өсөн нимә эшләргә?

Кеше мейеһендәге нервы күҙәнәктәре даими яңырып тора, был процесс ғүмер аҙағына тиклем бара, һәм беҙҙең өсөн үтә мөһим. Тимәк, был йүнәлешкә һәр яҡлап ярҙам итеү ҙә шулай уҡ мөһим. Бының өсөн нимә эшләргә? Иғтибар иткәнегеҙ барҙыр: үҫмерҙең мейеһе тиҙ эшләй, күп мәғлүмәтте “һыйҙыра” ала, ләкин, ғәҙәттә, көтөлмәгән мәсьәләгә яуапты тап оло йәштәгеләр  тиҙ таба, уларҙың тәҡдиме тормошҡа яраҡлыраҡ булып сыға...

 Тап китапханалағы кеүек

 Бөтә сәбәп – холоҡ-ғәҙәттәрҙең ғүмер буйы туплана килгән алгоритмында. Ябайыраҡ итеп аңлатыу өсөн китапхананы күҙ алдына килтерәйек: үҫмерҙекендә буш кәштәләр күп, ул бында көн һайын яңы китаптар ҡуя һәм шуға уларҙы хәтерҙә ҡалдыра барыуы ла ҡыйын түгел, кәрәк осраҡта  тиҙ генә табырға ла мөмкин. Ә оло кешенең мейеһе – иҫке китаптар һәр кәштәгә тыңҡыслап тултырылған китапхана. Ҡайһы бер кәштәләр ҡыйшайған, бәғзе бер әсбаптарҙы саң баҫҡан... Әммә һөнәри оҫталыҡлы китапханасы кәрәкле китапты тиҙ генә табып килтерә.

Нервы күҙәнәктәренең яңыры­уына булышлыҡ итеп, һеҙ айыҡ аҡылды мөмкин тиклем оҙағыраҡ һаҡлай алаһығыҙ. Ә был иһә ғүмерҙе файҙалыраҡ итеп үткәреү өсөн нигеҙ булдыра.

Кеше 40 йәштә үк фекерләү тиҙлеге һәм хәтерҙең эш диапазоны буйынса үҙ балаларынан ҡалыша башлай. Швециялағы Гётеборг университеты профессоры Магнус Линдваль мейе сәләмәт­леген оҙаҡ йылдар һаҡларға һәләтле ошо йүнәлештәрҙе булдырырға тәҡдим итә:

l физик яҡтан ҡарағанда, был ҡан әйләнешен һәм туҡланыуҙы тиҙләтәсәк;

l когнитив яҡтан, йәғни фекерләргә мәжбүр итеү;

l социаль яҡтан, йәғни башҡалар менән аралашыу.

 Хәрәкәт

 Был талап хатта боронғо гректарҙа ла билдәле булған, шуға күрә спортты аҡыл үҫешенең бер өлөшө тип һанағандар. Мейе өсөн теләһә ниндәй хәрәкәт тә файҙалы – ул яңы нервы күҙәнәктәре барлыҡҡа килеүҙе әүҙемләштерә. Атлау һәм йүгереү генә түгел, физик эштән торған бөтә кө­сөргәнешлек мейегә файҙалы. Ә физик әүҙемлекте төрләндереп тороу бигерәк тә маҡсатҡа ярашлы – бындай осраҡтарҙа тән бер төрлө генә хәрәкәткә ҡулайлашып өлгөр­мәй һәм һәр саҡ үҙгәреп торорға мәжбүр.

Оҙаҡ йылдар ултырып эшләү иһә мейенең нервы күҙәнәктәре яңырыуын һүлпәнәйтә бара. Альц­геймер сиренең барлыҡҡа килеүенә, нигеҙҙә, шул сәбәпсе лә инде.   Хәрәкәттең тағы ла бер файҙалы яғы бар – ул дофамин эшләп сығара. Был матдә иһә йәшәү дәртен әүҙемләштерә, кешелә ниндәйҙер эшкә тотоноу теләге, маҡсатҡа ынтылыш барлыҡҡа килә.

 Сәләмәт йоҡо

 Беҙ йоҡоноң әһәмиәтен һәр саҡта ла тейешенсә баһалай белмәйбеҙ. Хатта билдәле Рәсәй психотерапевы Андрей Курпатов та йоҡо аҙыраҡ булған һайын файҙалы мәшғүллеккә ваҡыт күберәк ҡала тип иҫәпләй. Әммә шуныһы бар: бындай мәшғүллеккә һеҙҙең мейенең ресурстары етмәй ҡалыуы ла ихтимал... Йоҡоға тәүлек һайын алты сәғәттән дә аҙыраҡ ваҡыт бүленә икән, деменция һәм Альцгеймер ауырыуы ихтималлығы ҡырҡа арта төшә.

 Яңы шарттарға яраҡлашыу

 Был ынтылыш ғүмер буйы һаҡланырға тейеш. Үҙегеҙ өсөн ниндәйҙер яңы шартҡа (ваҡиғаға) эләккәндә һәм уға яраҡлашырға тырышҡанда нервы күҙәнәктәре лә әүҙемләшә һәм үҫә башлай икән. Организм быға ҡулайлашмай булдыра алмай, ундай саҡта нейрондар кәрәк бит. Шуға күрә яңы ҡыҙыҡлы шөғөл, китап һәм белемгә ынтылыш мейе үҫеше өсөн бик мөһим.

– Әсәйемә 80 йәш. Уның әйте­үенсә, үҙен ҡарт тип тоймай, – ти бер танышым. – Ул ғүмер буйы физик эштән айырылманы, китап уҡый, сканвордтар сисә, совет киноһы актерҙарының бик күптәрен һанап сыға ала.

Уның үҙен нисек өйрәтергә?

 Мейе ресурстарын дөрөҫ файҙаланыу һәм үҫтерә барыу кәрәклеге тураһындағы ғилми әҙәбиәт ҙур күләмде тәшкил итә. Был йүнәлештәге танылған белгестәрҙең береһе – психолингвист, нейробиолог, Санкт-Петербург университеты профессоры Татьяна Черниговская. Уның яҙыуынса, күп ата-әсәнең баланы сабый сағынан уҡ аҡыл йәһәтенән “тиҙерәк” үҫтерә башларға ынтылыуы һис тә дөрөҫ түгел, сөнки был осраҡта баланың яңы барлыҡҡа килгән мейеһе быға әҙер түгел. “Беҙҙә башланғыс мәктәпте тамамлаған балаларҙың 40 проценты ауырлыҡ менән уҡый һәм яҙа, был иһә баланың аҡыл үҫешенә дөрөҫ йүнәлеш бирмәүгә бәйле”, – тип яҙа ғалимә.

Мейе эшмәкәрлеген бала саҡтан әүҙемләштерергә өйрәтеү өсөн ата-әсә нимә эшләргә тейеш? Татьяна Черниговская был йәһәттән шундай кәңәштәр бирә:

* ваҡ моторикаға өйрәтергә. Әгәр ҙә сабый балалар баҡсаһында уҡ пластилин менән эш итергә, ынйылар сүпләргә һәм теҙергә, ҡайсы менән ҡырҡырға күнекмәй икән, тимәк, ваҡ моторикаһы ла үҫмәй, ә был иһә уның мейе үҫешенең артта ҡалыуына килтерә;

* музыка тыңларға һәм балаларҙы ла шуға өйрәтергә. Музыканың нейрон селтәрен һәм структураһын үҫтерергә ярҙам итеүе хәҙерге фәнгә һәйбәт билдәле. Кеше телмәрен тыңлағанда мейелә физик сигналдарҙы ҡатмарлы эшкәртеү процесы бара. Музыканы тыңлағанда иһә бала тауыштағы ваҡ деталдәргә һәм уларҙың оҙайлығына иғтибар итә белә башлай;

* мейегә ялҡауланырға ирек бирмәҫкә. Беренсенән, бөтә кеше лә гениаль булып тыумай. Икенсенән, нәҫел буйынса һәйбәт гендар тура килгән осраҡта ла, был үҙе генә уңыш килтермәй, мейене даими үҫтерә барырға кәрәк. Бының өсөн уға көн һайын, сәғәт һайын эш биреү талап ителә;

* БДИ тапшырыуҙы төп маҡсат итеп ҡуймағыҙ. Шундай карикатура иҫкә төштө: маймыл, балыҡ һәм фил ағасҡа менергә әҙерләнә. Тәбиғи, уға барыһы ла үрмәләй алмаясаҡ. Берҙәм дәүләт имтиханы менән дә шулай. Әгәр ҙә беҙ киләсәк быуынды ниндәйҙер конвейерҙарҙа эшләтергә әҙерләйбеҙ икән, был – ярашлы система. Әм­мә ижади шәхестәр үҫтереү өсөн ул һис ҡулайлы түгел;

* малайҙар менән ҡыҙҙарҙы айырым өйрәтегеҙ. Малайҙар менән ҡыҫҡаса һәм тәғәйен һөйлә­шеү талап ителә. Улар әүҙем эшмәкәрлеккә йәлеп ителергә тейеш, тик ултыртырға ярамай. Малайҙарҙың көс-ҡеүәте өсөн хәрәкәт кәрәк һәм быға дөрөҫ йүнәлеш биреү зарур, шул иҫәптән – дәрес мәлендә лә. Уларға тәғәйен күнекмәләр биреү, үҙ-ара яраштырыу ҡулайлы. Малайҙарҙы ябыҡ бүлмәлә тотоу маҡсатҡа ярашлы түгел;

* тағы ла бер ҡыҙыҡлы факт: малайҙар һалҡынсараҡ бүлмәлә ултырырға тейеш икән, сөнки йылыла улар тиҙ арый һәм йоҡоға тартыла. Ҡыҙҙар иһә төркөмдә эшләргә ярата, уларға үҙ-ара аралашыу кәрәк. Улар бер-береһен күҙ алдында тоторға, уҡытыусыға ярҙам итергә ынтыла. Ҡыҙҙар юғары тауыш менән киҫкен һөйләшеүгә ҡаршы, ләкин тойғоло әңгәмәне үҙ итә. Улар төҫлө донъяны ярата, шуға күрә улар өсөн класс бүлмәһен сағыу төҫтәргә буяу һәйбәтерәк;

* тәнәфесте йыш яһағыҙ. Уҡыу-өйрәнеү процесында бала нимәнелер онотһа, сит нәмәгә әүрәһә, йоҡлап китһә, был бик насар тип уйлай ҡайһы бер ата-әсә һәм... яңылыша. Тәнәфес – ул уҡыу барышында ярҙамсы ғына, был хәл мейе алған мәғлүмәтте “кәштәгә һалыу” һәм үҙләштереү өсөн кәрәк. Мәғлүмәт оҙайлы хәтергә барып ятһын өсөн билдәле бер химик процестар талап ителә. Даими көсөргәнешлектә булыу, нимәнелер онотоп ебәреүҙән ҡурҡыу, килеп сыҡмаҫ инде тип хафаланыу – был мейе өсөн иң зарарлыһы.

 Һәр кемгә айырым ҡағиҙәләр юҡ

 Хәрәкәт, сәләмәт йоҡо, дөрөҫ туҡланыу, музыка тыңлау... Был турала хәҙер күп яҙалар һәм һөйләйҙәр, шуға күрәлер, ошо темаға бәхәстәр ҙә аҙ түгел. “Әгәр ҙә нәҫелдән килгән сәләмәтлек бик шәптән булмаһа, ошо ҡағиҙәләр генә аҡыл кимәлен һәм ғүмер оҙайлығын хәл итмәй, – тип яҙа берәү. – Әсәйемә 83 йәш, оҙаҡ йылдар сирләне, атайым һәр саҡ уны дауалау хәстәрлеге менән йөрөнө, медицина учреждениеларына ла йыш алып барҙы, ләкин атайымдың мәрхүм булғанына 15 йыл инде, ә әсәйем йәшәй әле. Аллаһы Тәғәлә күпме йылдар биргән, беҙ хәл итмәйбеҙ...” “Бер танышыма 92 йәш, араҡы ла эскеләй, спорт менән дә шөғөлләнгәне юҡ. Атаһы йөҙ йәшкә тиклем йәшәгән. Генетика!” Бер ыңғай Михаил Жванецкийҙың әйткәне лә иҫкә төшә: “Аэробика менән шөғөлләнеү ғүмерҙе уртаса биш йылға оҙайта, тиҙәр. Әммә биш йыл ғүмерегеҙ спорт  залынан сыҡмай уҙасаҡ бит...”

Бындай яҙмалар авторҙарының әйтергә теләгән фекере: барыһы ла нәҫелдең сифатына бәйле, ҡалғаны һеҙҙең хәстәрлек түгел, бында бер нәмә лә эшләй алмайһығыҙ. Әммә сәләмәт йәшәү рәүешенең кеше һаулығына, ғүмер оҙайлығына  ыңғай йоғонтоһо ҙур икәнлеге лә бәхәсһеҙ. Был мөмкин тиклем сирләмәй йәшәүҙе генә түгел, ә әҙәмсә ғүмер итеүҙе, йәғни социаль әһәмиәткә эйә шарттарҙы ла күҙ уңында тота бит. Тап ошо шарттар өсөн мейе эшмәкәрлеге, мейе күҙәнәктәренең тейешле кимәлдә  яңырып-үҫеп йәшәүе хәл иткес булып тора ла инде.

 - Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.

Читайте нас: