Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
30 Июль 2021, 17:30

"Йәш быуынға үҙ тарихыбыҙҙы өйрәтәйек"

Бөгөн “Торатау” конгресс-холында “Йәш быуында хәрби илһөйәрлек тәрбиәләү – дәүләт именлеге факторы” исеме аҫтында "түңәрәк өҫтәл" ойошторолдо.

"Йәш быуынға үҙ тарихыбыҙҙы өйрәтәйек"
"Йәш быуынға үҙ тарихыбыҙҙы өйрәтәйек"

Бөгөн “Торатау” конгресс-холлында “Йәш быуында хәрби илһөйәрлек тәрбиәләү – дәүләт именлеге факторы” исеме аҫтында "түңәрәк өҫтәл" ойошторолдо.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов һөйләшеүҙең көнүҙәк темаһының мөһимлеген билдәләне, быға миҫал итеп ил Президенты Владимир Путиндың йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләүҙең әһәмиәтле тармаҡтарының береһе булыуы хаҡындағы һүҙҙәрен әйтеп үтте. “Беҙ Рәсәйҙең киләсәген тәрбиәләйбеҙ. Һәм был киләсәктең нигеҙендә тап илһөйәрлек тойғоһо булырға тейеш”, – тине ул.

Артабан һүҙ Рәсәй Геройы, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһының оборона буйынса комитеты рәйесе Владимир Шамановҡа бирелде. Ул Советтар Союзы ваҡытында илһөйәрлек тәрбиәләү эшенең киң йәйелдерелеүе, СССР тарҡалыу менән бергә юғары идеологияның да юҡҡа сығыуы, йәш быуындың Көнбайыш йоғонтоһона бирелеүе, ҡиммәттәр үҙгәреүе хаҡында әйтеп үтте.

“Бөгөн хәрби илһөйәрлек тәрбиәләү традицион майҙандарҙан ҡыҫырыҡлап сығарылған. Балалар тарихты өйрәнә һалып бармай, Тыуған иленең тарихын белмәй. Рәсәй төбәктәрендә йәш быуынға әһәмиәтле булырҙай ҡиммәттәр күп. Уларҙы оло тормошҡа әҙерләгәндә сит-яттарҙың түгел, ә үҙ тарихыбыҙҙы өйрәтер кәрәк.

Ульяновск өлкәһенә губернатор итеп тәғәйенләнгәндән һуң үҙем өсөн яһаған тәүге асыштарымдың береһе шул булды: генерал-лейтенант, 1812 йылдағы Ватан һуғышындағы партизандар хәрәкәте командиры Денис Давыдов ошо төбәктә ерләнгән икән. Ошонан һуң айырым төбәктәр тарихын ныҡлап өйрәнергә тигән ҡарарға килдем һәм губернатор булып йәшәгән осорҙа ошондай тарихи факттарға иғтибарҙы нығыраҡ йүнәлтеү эшенә тотондом.

Беҙҙең илдең милли идеяһы булырға тейеш. Был йәһәттән традицион дин ойошмалары ла шулай уҡ эш алып барырға тейеш”, – тине Владимир Шаманов һәм сығышын республикабыҙ хаҡындағы ошо һүҙҙәр менән тамамланы: “Башҡортостандың тарихы бай, ул Рәсәйҙең үҫешенә ҙур өлөш индергән төбәк. Башҡорт халҡы араһынан илдең күп күренекле хәрбиҙәре сыҡҡан. Шул хәрбиҙәрҙең һәр береһе өсөн Башҡортостан – Кесе Ватан. Бының менән ғорурланырға кәрәк. Ошо йүнәлештә эш алып барған республика етәкселегенә рәхмәт. Бында ысын илһөйәрҙәр йәшәй, милләт-ара татыулыҡ менән дә һоҡландыралар. Тыуған илебеҙҙе, бер-беребеҙҙе яратайыҡ”.

"Түңәрәк өҫтәл"дә Башҡортостан йәштәрендә илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү эшмәкәрлеге хаҡында ла һүҙ алып барҙылар.

Республикала йәмғеһе 1 132 000 йәш быуын вәкиле иҫәпләнә, был һандар буйынса Волга буйы федераль округында - 1-се, Рәсәйҙә 7-се урынды биләйбеҙ. “Парк патриот” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошма, Ветерандар менән эшләү үҙәге, Хәрби комиссариат һәм башҡалар илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү йәһәтенән киң эшмәкәрлек йәйелдергән. Мәғариф учреждениеларында батырлыҡ дәрестәре, Ватан геройҙары, уларҙың туғандары, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары менән осрашыуҙар даими үткәрелә.

“Юнармия” Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик йәмәғәт хәрәкәтенә Башҡортостандан 23 283 ағза ҡабул ителгән, республикала 759 отряд бар. Башҡортостанда шулай уҡ “Рәсәй эҙләү хәрәкәте” ойошмаһы ла үҙ эшен йәйелдергән, уның бурысы Ватанды һаҡлағанда яу яланында ятып ҡалғандарҙың исемен мәңгеләштереүҙән ғибәрәт.

Республикала 52 эҙләү отряды бар, дөйөм хәрәкәттә 5000 кеше ҡатнаша.

Үткән йылдарҙа Башҡортостан Волга буйы федераль округы буйынса “Ватанды һаҡлаусыларҙың исемен мәңгеләштереүҙә закон буйынса эш итеү” номинацияһында беренсе урын алған.

"Түңәрәк өҫтәл"дә “Башҡортостан ветераны” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, Афғанстандағы һуғыш хәрәкәте ветераны Радик Ғәбиҙуллин да ҡатнашты. Ул ветерандарҙың йәш быуынды хәрби-патриотик рухта тәрбиәләү маҡсаты менән һәр ерҙә әүҙем ҡатнашырға теләк белдереүҙәре хаҡында әйтте. Ул башлыса йәштәр аңына кире йоғонто яһаған хәүефле хәлдәр хаҡында һүҙ алып барҙы. Бында, Радик Ғәбиҙуллин фекеренсә, ҡурҡыныс сит тарафтарҙан ғына түгел, үҙебеҙҙең аранан да янай: йәштәр хәҙер интернет менән ныҡ мауыға, ошо рәүешле насар йоғонтоға юлыға.

Ултырышта билдәле совет һәм Рәсәй инструкторы, легендар Михаил Калашниковтың ҡатыны Фәйрүзә Бурганова ла ҡатнашты. Ул Михаил Тимофеевичтың хәрби-патриотик тәрбиәгә ҙур иғтибар бүлеүен билдәләне, был йәһәттән уның эшмәкәрлеген һөйләп үтте. “Йәш быуынды Ватан рухында тәрбиәләргә кәрәк” – был һүҙҙәр ҙә Михаил Калашниковтыҡы. Фәйрүзә Бурганова бөгөнгө һөйләшеүҙә бик мөһим темалар күтәрелеүен билдәләне.

Һөйләшеү тамамланғас, бер төркөм хәрбиҙәргә Башҡортостан Башлығының Почет грамоталары тапшырылды, ә бөгөн асылған “Десантсылар быуыны бәйләнеше” һәйкәле авторы Артем Зеленинға “Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы” исеме бирелде.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: