Белем һәм тәрбиә
2 Август 2021, 08:00

Быйыл беренсегә 60 меңдән ашыу бала бара

Республика Башлығы әйтеүенсә, беҙҙең бурыс – йылдың йылы осоронда мәктәптәрҙе тәртипкә килтереп өлгөрөү.

Быйыл беренсегә 60 меңдән ашыу бала бараБыйыл беренсегә 60 меңдән ашыу бала бара
Быйыл беренсегә 60 меңдән ашыу бала бара

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сираттағы яҙмаһы күптәрҙең иғтибарын йәлеп итте.

"Август, әле йәй миҙгеле... Көҙгөһөн парта артына ултырасаҡ балаларға был бик аҙ. Мәктәпте киләһе уҡыу йылына әҙерләгәндә был ай бик тиҙ үтеп китәсәк. Әммә беҙ барыһына ла өлгөрөргә тейешбеҙ, – тип башлаған яҙмаһын Радий Фәрит улы. – Әҙ генә статистикаға күҙ һалайыҡ: 1 сентябрҙә 60239 бала, беренсе класҡа килеп, парта артына ултырасаҡ. Ғөмүмән, республикабыҙҙа 498 441 уҡыусы иҫәпләнә. Беҙҙең бурыс – йылдың йылы осоронда мәктәптәрҙе тәртипкә килтереү. 2021 йылда был мәсьәләгә беҙ комплекслы ҡараш булдырырға ниәт иттек һәм 27 белем усағын капиталь ремонтланыҡ. Ҡайҙа кәрәк, шунда бинаның ҡыйығын алмаштырҙылар, тәҙрәләрҙе яңырттылар, стеналарға йылытыу ҡатламдары ҡуйҙылар, иҙәндәрҙе алмаштырҙылар. Балаҡатай районының – Яңы Балаҡатай, Ҡыйғы районының – Үрге Ҡыйғы, Учалы районының – Ахун, Бөрйән районының Иҫке Монасип ауылдарында һәм башҡа урындарҙа балалар комплекслы яңыртылған кластарҙа уҡый башлаясаҡ. Киләһе йыл тағы ла был тәңгәлдә эштәрҙе арттырырға уйлайбыҙ, коронавирус ҡына ҡабаттан ҡамасауламаһын.

2020 йылдың 1 сентябрендә башланғыс класс уҡыусылары мәктәптә бушлай туҡлана башланы. Уға финанс сығымдары федераль бюджеттан алына, аныҡ талаптар бар. Быға бөтә мәктәп ашханаларына ла әҙер түгел ине. Шуға күрә лә беҙ Ағиҙел, Межгорье, Салауат ҡалаларындағы, Өфө ҡалаһының 24-се мәктәбендәге, М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһындағы, М. Шайморатов исемендәге 104-се мәктәптәге һәм башҡа белем усаҡтарындағы йәмғеһе 280 ашхананы ремонтланыҡ һәм уларҙағы ҡорамалдарҙы алмаштырҙыҡ".

Радий Хәбиров әйтеүенсә, мәктәптә тәрбиәнең мөһим йүнәлеше – спорт. "Әле эшләп килгән 48 ауыл спорт залын ремонтланыҡ һәм йыһазландырҙыҡ. Әбйәлил, Әлшәй, Көйөргәҙе, Өфө һәм башҡа райондар мәктәптәрендә төрлө йүнәлештә спорт клубтары эшләйәсәк, – тигән республика Башлығы. – Һуңғы ике йыл, коронавирус менән бәйле, балаларыбыҙ һәм уҡытыусыларыбыҙ өсөн ауыр булды. Быйылғы эпидемиологик хәл-торош мәктәп тормошоноң ҡайнап тороуына мөмкинлек бирер, тип ышанам. Бөтәгеҙгә лә, каникулдың ҡалған көндәрен матур итеп үткәреп, 1 сентябрҙән ҙур теләк менән уҡыуҙы башлауығыҙҙы теләйем".

Фото: Радий Хәбировтың “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһенән.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас