

Йәмле Һаҡмар буйында урынлашҡан "Дуҫлыҡ" балалар лагеры биләмәһендә йәш һәм дәртле, маҡсатлы һәм креатив йәштәрҙе үҙенә туплаған "Аҫылташ" йәштәр белем биреү форумы үҙ эшен башланы. Сарала яҡынса 200-гә яҡын ҡыҙ һәм егет ҡатнаша, шуларҙың 50-һе - форумды ойоштороусылар. Дүрт көн дауамында барған сарала йәштәр үҙ-ара таныша, төрлө лекцияларҙа ҡатнаша, спикерҙар меннә осраша.
Форумды төп ойоштороусыларҙың береһе, Илеш егете Айбулат Ямилов белдереүенсә, сарала коронавирус сиренә ҡаршы бөтә һаҡланыу саралары ла теүәл үтәлә. Ҡатнашыусыларҙың барыһы ла ПЦР белешмәһе йә иһә прививка һалдырыуы хаҡында сертификат менән үтә.
- Быйыл башҡа йылдарҙағы форумдан айырмалы рәүештә, беҙ күберәк практик өлөшкә иғтибарҙы йүнәлттек. Хакатон кеүек яңы аралашыу алымы төрөн һайланыҡ. Көн һайын спикерҙар менән аралашыу, дискусиялар үтәсәк. Ошоға тиклем "Аҫылташ" Баймаҡ районында үтһә, быйыл уның урынын үҙгәртергә ҡарар итеп, Йылайыр районы хакимәтенә тәҡдим менән сыҡтыҡ. Район башлығы Борис Мелкоедовҡа ҙур рәхмәт, үтенесебеҙҙе ҡәнәғәтләндерҙе һәм беҙ йәмле Йылайыр ерендә бик шәп форум үткәрәбеҙ, - ти Айбулат.
Форумды асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Яна Гайдук һәм башҡалар ҡатнашты.
Форум сиктәрендә этноквестар, оҫталыҡ дәрестәре, интерактив күнекмәләр үтәсәк. Һәр кис йәштәр ут яғып, төрлө йырҙар йырлап, иртә менән саф һауала зарядкалар эшләп көндәрен башлаясаҡ. Әйткәндәй, форум тәүге йылдарҙан уҡ сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалай һәм спиртлы эсемлектәрһеҙ үтә.
Форумдың төп маҡсаты - үҫешкә ынтылған йәштәрҙе күреү, табыу, уларҙа артабан лидерлыҡ кеүек сифаттар тәрбиәләү, йәштәр араһында төрлө йүнәлештә проекттар эшләп, уны грант яҡлауға тиклем юлдарына өйрәтеү, берҙәм команда менән эш итеү, республика йәштәрен бергә туплау, улар өсөн аралашыу һәм осрашыу майҙансығы булдырыу.
Автор фотолары.