Белем һәм тәрбиә
6 Август 2021, 06:59

“Балалар иле” бәхет өләшә

Саҡмағош гимназияһындағы йәйге лагерҙа 200 тирәһе бала һаулығын нығыта.

Балаларҙың йәйге ялын файҙалы һәм иҫтә ҡалырлыҡ итеп ойоштороу – Башҡортостан етәкселеге өсөн өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров был турала йыш ҡабатлай. Әле меңдәрсә ҡыҙ һәм малай рәхәтләнеп лагерҙарҙа ял итә. Үҙ сиратында, киләһе уҡыу йылына етерлек көс туплайҙар, һаулығын нығыталар. Саҡмағош районы балаларына ла йылмайған бындай бәхет.

– Балаларҙың ялы тәңгәлендә эштәрҙе һәр саҡ алдан барлайбыҙ, – тип һөйләй Саҡмағош районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Светлана Шәкирова. – Ҡайҙа һәм күпме урын кәрәклеген каникул алдынан хәстәрләйбеҙ, финанс күләме билдәләнә, исемлектәр төҙөлә.

Светлана Фларис ҡыҙының оҙатыуында район үҙәгендәге Саҡмағош гимназияһына юл тоттоҡ. ­Белеүебеҙсә, 2020/21 уҡыу йылында бында бер мең тирәһе бала белем алған. Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырған үҫмерҙәр яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән. Быйыл 1 сентябргә беренсе класҡа 124 баланың килеүе көтөлә. Әйткәндәй, белем усағы үҙенең күркәмлеге һәм таҙалығы менән хайран итте.

Саҡмағош гимназияһы янында ойошторолған “Балалар иле” ял лагерының өлкән вожатыйы Раушания Шәйҙуллина һөйләүенсә, бер сменалы лагерҙа 200 малай һәм ҡыҙ ял итә. Шул иғтибарға лайыҡ: ата-әсәләр бының өсөн бер тин дә түләмәгән. Бер нисә ай элек үк йөкмәткеле итеп программа төҙөгән вожатыйҙар.

– Туҡландырыу ике тапҡыр ойошторола, ашнаҡсылар иртәнге һәм төшкө ашты телде йоторлоҡ итеп әҙерләй, – тип дауам итә һүҙен Раушания Риф ҡыҙы. – Маҡсат – аҙыҡ-түлек витаминдарға бай һәм аш-һыу төрләндерелгән булһын.

7 йәштән 12 йәшкә тиклемге малай һәм ҡыҙҙар бында төшкә тиклем була. Балаларҙың көнө иртәнге зарядканан башлана, артабан барыһы ла линейкаға теҙелә. Лагерь етәкселеге, тотош донъялағы киҫкен хәл-торошҡа бәйле, төрлө сараларҙы мөмкин хәтлем асыҡ һауала уҙғарырға тырыша. Әлбиттә, бөтә түңәрәктәр ҙә баланың һәләтен үҫтереүгә ҡоролған. Бейеү, йыр, инглиз телен өйрәнеү һәм башҡа түңәрәктәр – шуға асыҡ миҫал.

Саҡмағош ауылының иҫтәлекле урындары буйлап экскурсия ойоштороу, һүҙ ҙә юҡ, бәләкәстәр өсөн ныҡ файҙалы. Райондың тарихты өйрәнеү музейына, кинотеатрҙарға, боҙ катогына, янғын һүндереү часына һәм башҡа ерҙәргә баралар. Шулай уҡ балалар баҡсаһы эргәһендәге юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәнеү майҙансығында, Саҡмағош ауылы­ның ғаилә паркында, гимназияның үҫеш нөктәһендә булғандар.

I класты тамамлаған Нурия Шәй­мөхәмәтова әйтеүенсә, уға бейеү түңәрәге ныҡ оҡшаған, береһен дә ҡалдырмаған. Киләсәктә гимназия­лағы бейеү түңәрәгенә йөрөй башларға уйлай.

– Янғын һүндереү машиналарын ҡараныҡ, – ти II класҡа уҡырға барасаҡ Тимур Бикмырҙин. – Һыу һиптергес торбаларын һәм шлангыларын тотоп ҡараным. Ҙур үҫкәс, янғын һүндереү часында эшләргә уйлайым. 

 - Илдар АҠЪЮЛОВ.

Саҡмағош районы. 

Читайте нас