Белем һәм тәрбиә
6 Август 2021, 06:56

Рәшит Назаров уҡыған мәктәптә

Төрөмбәт ауылын үҙенең мәшһүр шәхестәре күтәрә.

Төрөмбәт ауылына бер нисә тапҡыр юл төштө. Бер барғаныбыҙҙа ҡәләмдәштәрем менән ундағы мәктәп яны биләмәһендә үҫентеләр ултыртҡайныҡ, күптән түгел мәктәп тормошо менән таныштыҡ.

– Беҙҙә балалар һәр йәһәттән дә тырыш, уҡыуҙа алдынғы, мәктәп тормошондағы төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашалар, – тип һөйләй Төрөмбәт мәктәбе директоры Минира Бикәнәсова. – Уҡытыусылар ҙа йәш быуынға төплө белем һәм күркәм тәрбиә биреү өсөн хәленән килгәндең барыһын да тормошҡа ашыра. “Һеҙ – билдәле ижадсы Рәшит Назаровтың ауылдаштары, ҡайһылай ғорурлыҡ!” – тип дәртләндерәбеҙ. “Ерем минең, ғорур, гүзәл Ерем минең! Ниндәй кескәй мин яныңда, ниндәй кескәй. Йөрәгемдә көнө-төнө һин әйләнгәс, кемгә күсһен һинең көсөң, миңә күсмәй!..” тип әҙиптең шиғыр юлдары менән нығытып ҡуябыҙ фекеребеҙҙе. Шул ваҡытта балаларҙың йөҙҙәре балҡыуын, күҙҙәрендә өмөт уты яныуын күреү – шул тиклем ҙур шатлыҡ.

2020/2021 уҡыу йылында белем усағында 51 уҡыусы иҫәпләнгән. Барыһы ла яҡшы баһаларға өлгәшкән, имтихандарҙы юғары балға тапшырған. Шуға асыҡлыҡ индереп китеү кәрәктер: Төрөмбәт ауылы балалары XI класты тамамлағандан һуң күршеләге Степановка урта мәктәбенә йөрөп уҡый. Йөрөй тиеү дөрөҫлөккә тап килмәйҙер, уларҙы бынамын тигән мәктәп автобусы ташый. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөһрә Рәхмәтуллина ла ошо ике тиҫтә бала менән бергә йөрөп эшләй.

Төрөмбәт мәктәбе 1969 йылда төҙөлгән, 2014 йылда капиталь ремонтланған. Ике ҡатлы, 360 урынға иҫәпләнгән. Һәр кабинеты матур итеп биҙәлгән, шул иҫәптән баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты ла. Бөтәһе туғыҙ уҡытыусы эшләй.

Беҙгә мәктәптәге спорт залы ныҡ оҡшаны. Заманында Төрөмбәт көрәшселәре һабантуйҙарҙа көрәш­тә бил бирмәне, йыш ҡына һарыҡ ала торғайны. Әле лә бында малайҙар көрәш серҙәренә төшөнә. Эйе, ауылда милли көрәш секцияһының эше маҡтауға лайыҡ.

Минира Винер ҡыҙының һүҙҙәренә ҡарағанда, әлбиттә, Төрөм­бәттең Степановка мәктәбенең филиалы булыуына төрлө ҡараштар йәшәй. Бер генә теләк бар: балалар күңелендә уҡыуға дәрт һүнмәһен, киреһенсә, артһын.

Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Люциә Әхмәтшинаның да тырышлығын күрмәү мөмкин түгел. Ҡыҙ һәм малайҙарҙы кеше итеп сығарыу өсөн бар көсөн һала ул.

– Башҡорт теленең үҫеүе ҡыуандыра. Русса ла, башҡортса ла таҙа һөйләшкән бала юғалып ҡалмаясаҡ, – тине Люциә Әмир ҡыҙы.

Башланғыс кластар уҡытыусыһы Альбина Исхаҡова әйтеүенсә, I һәм IV класс балаларын ҡушып уҡытыу әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырмаған, уның ҡарауы, һәр бала менән шәхсән шөғөлләнеүгә өҫтөнлөк бирелгән.

Төрөмбәт мәктәбе шәп уҡыусылары менән дан тота. Мәҫәлән, Арыҫлан Исхаҡов үҙенең кәүҙә ауырлығында башҡорт көрәше буйынса ике тапҡыр чемпион исемен яулаған. Тренеры Булат Ильясовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, мыҡты кәүҙәле малай йылдан-йыл уңыштары менән һөйөндөрә, уға өмөт ҙур.

Эмиль Назаров – Рәшит Назаровтың нәҫелдәше. Олатаһы шикелле шиғырҙар яҙа, бер һүҙ менән әйткәндә, ҡәләме бар. Педагогтар уҡыусыларының ижадын юғары баһалай, һүҙ ҙә юҡ, һәр ваҡыт дәртләндереп, күңелдәрен үҫтерәләр.

– Ангелина Ибраҡова сәсәниә Розалия Солтангәрәева уҡыуҙарында тәүге урынды алды, ул да әҙәбиәткә ныҡ тартыла, – тип дауам итә һүҙен әңгәмәсем. – Алмаз Таһиров тураһында ла оҙаҡ һөйләргә мөмкин. Ул бөтәһенә лә өлгө, һәр яҡлап та.

Әйткәндәй, Төрөмбәт ауылын билдәле шәхестәре күтәрә. Атаҡлы көрәшселәр Вәкил Ильясов, Заһит Солтаҡаев, күренекле журналистар Әлфиә Батталова, Мәликә Әминева, фән докторы Ләйлә Хөсәйенова һәм башҡалар – шуға асыҡ миҫал.

Мәктәптә Рәшит Назаровтың музейы эшләй, унан йыл әйләнәһенә әҙәбиәт һөйөүселәр өҙөлмәй.

 - Илдар АҠЪЮЛОВ.

Ауырғазы районы.

Читайте нас