Белем һәм тәрбиә
6 Август 2021, 07:04

Йәштәр һәр саҡ яҡшы тормошҡа ынтыласаҡ

Көткән өмөттәр аҡланһын ине.

Көн һайын төрлө ҡатмарлыҡтар, сикләүҙәр, көтөлмәгән үҙгәрештәр менән осрашыуыбыҙға, икенсе йыл инде тирә-яғыбыҙҙа үлемесле коронавирус хакимлыҡ итеүенә ҡарамаҫтан, тормош дауам итә! Сабыйҙар донъяға килә, берәүҙәр йорт туйлай, икенселәр сәстәрен сәскә бәйләй, ә өсөнсөләр, уҡыу йорттарын тамамлап, ҡулдарына дипломдар алып, оло юлға аяҡ баҫырға әҙерләнә. Бар йәштәрҙең дә көткән өмөттәре аҡланырмы, үҙҙәренең һөнәренә ярашлы, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләнгән эш урындары таба алырҙармы?

 Республикала ошо ҡырҡыу мәсьәләләрҙең береһе менән йөҙгә-йөҙ осрашҡан ата-әсәләрҙең яуаптары менән таныштырып үтәйек.

“Улыбыҙ былтыр иҡтисадсы һөнәренә эйә булып, диплом алып сыҡҡас, барыбыҙ ҙа һөйөнгәйнек. Таныштар аша көс-хәл менән эшкә урынлаштырырға тура килде. Ярай әле, ҡыҙыбыҙ киләһе йыл медицина училищеһын тамамлаясаҡ, шәфҡәт туташтарына хеҙмәт баҙарында урын табыуы ҡыйын булмаҫ, тип уйлайбыҙ”, – тип фекерҙәре менән уртаҡлашты Гөлфинә З. (исемдәр үҙгәртеп алынды).

“Ни өсөн вуз тамамлаған йәштәрҙе хеҙмәт урындарына бүлеү алымын тергеҙмәйҙәр икән? Совет осорондағы был система һәр яҡ өсөн дә уңайлы, өҫтәүенә, хеҙмәт баҙары менән юғары уҡыу йорттары араһындағы бәйләнеште тығыҙыраҡ, күҙгә күренмәлерәк итәсәк бит”, – тип аптырай өс ул үҫтергән атайҙарҙың береһе. SuperJob cервисы тикшеренеүҙәренә ҡарағанда, Рәсәйҙәге өлкән йәштәге халыҡтың өстән ике өлөшө тиерлек тап ошо фекерҙе яҡлай, вуз тамамлаған йәш белгестәрҙе хеҙмәт урындарына бүлеү системаһын ҡайтарыу яҡлы.

“Известия” гәзите хәбәр итеүенсә, был ҡарарҙы хуплағандар араһында өлкән йәштәгеләр һәм юғары уҡыу йортон тамамлағандар күпселекте тәшкил итә (78%). Йәштәр араһында был системаны респонденттарҙың 59 проценты яҡлай.

Башҡортостан һуңғы тиҫтә йылда үҙҙәре әҙерләгән белгестәре менән башҡа төбәктәрҙе туйын­дырҙы, ҡеүәттәрен арттырҙы, тип иҫәпләй социологтар. Халыҡ республиканан төрлө сәбәп менән, айырыуса яҡшы белем алырға, йәки лайыҡлы хеҙмәт хаҡы эҙләп бүтән өлкәләргә китә. Шулай ҙа Башҡортостан Стратегик тикше­ренеүҙәр институтының ғилми хеҙмәткәре Гөлдәр Хилажева билдәләүенсә, тотош алғанда, хәл көрсөккә барып терәлмәгән әле. Хеҙмәткә һәләтле йәштәгеләрҙең күпселеге Ханты-Манси автономиялы округына, Силәбе өлкәһенә, Татарстанға тартыла.

2011–2016 йылдарҙа был ағым айырыуса көслө булды, күрһәткес йылына 11 меңгә етте, 2017–2018 йылдарҙа ул 8 меңгә тиклем кәмене, ти социологтар. Күпселек осраҡта 15–29 йәшлек йәш-елкенсәк сит тарафтарға китһә, илле йәштән уҙғандар тыуған яҡтарына кире ҡайта.

Республика белгестәре билдә­ләүенсә, төп проблема – квалификациялы кадрҙарҙың һәм юғары ҡеүәтле, өмөтлө йәштәрҙең үҙҙә­ренең  мөмкинлектәрен арттырыу өсөн ҙур ҡалаларға юл тотоуы. Йәшерен-батырын түгел, һәр кем яҡшыраҡ тормошҡа, сифатлыраҡ, ихтыяж ҙурыраҡ булған белемгә ынтыла. Сәнәғәт моделенең тар йүнәлешлелеге, икенсел тармаҡ­тарҙың тейешенсә үҫешеп етмәүе һәм, әлбиттә, хеҙмәт хаҡының ҡәнәғәтләнерлек булмауы – шулай уҡ төп сәбәптәрҙең береһе.

Быйыл, республиканың Мәға­риф һәм фән министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Берҙәм дәүләт имтихандарын йөҙ балға тапшырған 109 уҡыусының күбеһе республиканан ситтә ятҡан Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан ҡалала­рының уҡыу йорттарына уҡырға инергә ниәтләй. Улар артынан мәктәпте яҡшы билдәләргә тамам­лаған башҡалар ҙа ҡалышмаясаҡ.

Ошо тынғылыҡ бирмәгән мәсьә­ләләр өҫтөндә эшләгән социолог­тарҙың фекеренсә, йыл һайын сығарылыш уҡыусыла­рының өстән бер өлөшө башҡа тарафтарға уҡырға китә. Әммә был мәсьәләне хәл итеүҙең юлы бар, тип иҫбатлай улар, был осраҡта вузды тамам­лағандан һуң эшкә урынлашыу мөмкинлектәрен үҫтереү ярҙамға киләсәк.

Уҡыусылар сит өлкәләргә белем алыу өсөн генә түгел, ә яҡшы тормош артынан, яраҡлы, бар яҡтан да ихыяждарына яуап биргән эш табыу өсөн дә китә. Шулай уҡ бөгөндән урындағы вуздарҙың абруйын күтәреү, уҡыу мөхитен ылыҡтырғыс, уңайлы итеү өсөн дә көс һалырға тура киләсәк.

Белгестәрҙе республика вуздарында бюджет урындарының, күрше төбәктәр менән сағыштырғанда, аҙыраҡ булыуы ла ҡәнәғәтләндермәй, был йәһәттән иҡтисади үҫеше буйынса беҙҙән алыҫ китмәгән Ырымбур өлкәһендә лә күрһәткес юғарыраҡ, ти улар.

Уҡыусыларҙың күпләп бүтән өлкә вуздарын һайлауының тағы бер  мөһим сәбәбе – федераль статуслы вуз филиалдарының булмауы. Республика вуздарының филиалдарын бөтөрөү үҙен аҡламаны, уларҙы ябыу менән сит өлкәләргә ағым көсәйҙе генә. “Хәҙер был хатаны таныныҡ, филиалдарҙы ябыу туҡтатылды. Әммә республиканың үҙәктән алыҫ ятҡан райондарында йәшәгән йәштәр күрше өлкәләрҙәге уҡыу йорттарына уҡырға инеүҙе күпкә ҡулайлыраҡ һанай”, – тип борсола белгестәр.

“Башстат” мәғлүмәттәренә яраш­лы, мәктәпте һәм юғары уҡыу йорттарын тамамлаған йәштәрҙең уҡыуға бәйле миграцияһы тәрәнәйә бара. “Башҡортостан “ҡартая” тигән һүҙҙәрҙе ишетеү ауыр булһа ла, хәҡиҡәткә ҡаршы барып булмай. “Башстат” мәғлүмәттәренән күре­неүенсә, 2020 йылдың башына республикала йәштәр өлөшө дөйөм халыҡ һанының 19,5 процентын тәшкил итте, йәки 788 мең кеше (бер нисә тиҫтә йыл дауамында ул 25 процент тирәһе ине). Йәштәр иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡтың 25 процентын тәшкил итә, шуның менән бергә ошо категорияла эшһеҙлек кимәле, 2019 йыл һөҙөмтәһе буйынса, 6,5 процент булған.

Ошо йәһәттән этносәйәсәт тикше­ренеүҙәре үткәреүҙә әүҙем ҡатнашҡан эксперт Илдар Ғабдрафиҡовтың бынан бер нисә йыл элек матбуғат баҫмаларының береһенә биргән интервьюһындағы фекере иҫкә төштө. “Йәштәрҙе алдаштырып булмай, улар һәр саҡ яҡшы тормошто эҙләйәсәк, – тип белдергәйне ул. – Миграцияның төп сәбәбе – социаль-иҡтисади мәсьәләләр. Башҡортостанды айырым ғына  ҡарап булмай, тотош ил буйынса хәл ҡатмарлы. Ҡайһы бер сәбәптәр һөҙөмтәһендә ул беҙҙә сағыуыраҡ күренә. Ауылдарҙағы эшһеҙлек һәм хеҙмәт хаҡының түбәнлеге миграцияға этәрә. Ыңғай миграция баланслы төбәктәр беҙҙә күп түгел, ҡулдарҙағы бармаҡтар хәтлем генә. “Мәғариф миграцияһын ҡатмарлы процесс тип иҫәпләп, уның инвес­тициялар, эш хаҡы, хеҙмәт урындары менән тығыҙ бәйлелеген иҫбатланы эксперт.

Берҙәм дәүләт имтиханының йәштәргә “йәшел ут” тоҡандырыуы, яңы мөмкинлектәргә юл асыуы билдәле. Мобиль йәш-елкенсәк өсөн кәртәләр юҡ хәҙер. Һис һүҙһеҙ, сит төбәктәрҙә булһа ла үҙеңде һынап ҡарау, яңылыҡҡа ынтылыу, күнеккән ҡалыптарҙы емереп, хыялдар ҡороу һис тә насар эш түгел, тик республика өсөн миграцияның ыңғай булыуы мөһим.

Федераль кимәлдә лә Волга буйы федераль округындағы вуз­дарҙы тамамлаусыларҙың төбәк-ара миграцияһы өйрәнелә. Тикше­ренеүселәр әйтеүенсә, йәштәрҙең ҙур ҡалаларға ынтылыуы профессиональ һәм карьера үҫешендә ырамлы аҙым яһарға, эшмәкәр­лектең яңы төрҙәрен үҙләштерергә ярҙам итә. Төбәктәрҙәге хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнеш буласаҡ йәш белгескә йыш ҡына үҙенең алған белеме буйынса эшкә урынлашырға мөмкинлек бирмәй.

Быға миҫалдарҙы әллә ҡайҙан эҙләйһе юҡ, тирә-яғыбыҙҙағы таныш-тонош, дуҫ-иш ғаиләләренә күҙ һалыу ҙа етә. Сәбәбе билдәле – хеҙмәт баҙары һәм белем биреү хеҙмәттәре икеһе ике ҡаршы ярҙа кеүек, бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә эште алып бара алмай. Тикшеренеүселәр хаҡлы, хәҙерге заман юғары белем үҫеше абитуриенттарҙың белем алыуға ихтыяжы менән билдәләнә, ә иҡтисадтың ниндәй белгестәргә ҡытлыҡ кисереүен, талаптарын иҫәпкә алып бөтмәй, шуға күрә йыш ҡына институт тамамлаған йәштәргә йәнә өҫтәмә белем алырға, профессияһына үҙгәреш­тәр индерергә йәки алған белеменә ярашлы булмаған  профилдә эшләргә тура килә.

Федераль кимәлдә тикшеренеүҙәр алып барған Мәскәү ғалимдары фекеренсә, төбәктең социаль-иҡтисади кимәле ни тиклем юғарыраҡ, шул тиклем ситкә китеүселәр ҙә аҙыраҡ. Башҡортостан тотороҡло миграция кимәле булған төбәктәр төркөмөндә, республиканан китеүселәр һаны уға йәшәргә ҡайтыусыларҙан күберәк, әммә ике тапҡырҙан да артыҡ түгел, хәл көрсөккә килеп етмәгән, тип иҫәпләй улар. Әлбиттә, оҙаҡ йылдар буйы формалашҡан тенденцияны тиҙ генә “һындырыу” мөмкин түгел. Республика етәксеһе Радий Хәбиров Хөкүмәт кәңәшмәләренең береһендә “белем миграцияһында бер хәүеф тә юҡ, бары йәштәрҙең тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуы мөһим” тип белдергәйне.

Статистика күрһәтеүенсә, әлегә уларҙың бик аҙ өлөшө әйләнеп ҡайта. Миграция процесын көйләү, социологтар әйтеүенсә, ҡатмарлы комплекслы эш, уны хәл итеү өсөн бөтөнләй башҡа өлкәләрҙә эшмәкәрлекте йәнләндереү кәрәк. Мәҫәлән, йәш ғаиләләргә ярҙамды арттырыу менән уларҙы тыуған яҡтарына еректерә алабыҙ, йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған урынды кем ташлап китһен? Был шулай уҡ иҡтисад, мәҙәниәт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау өлкәләренә ҡағыла.

Башҡортостан ғалимдары фекеренсә, республиканан ситтә уҡыған белгестәрҙе ҡайтарыу өсөн уларҙың профессиональ ҡеүәтен һәм перспективаларын тормошҡа ашырыу өсөн мөмкинлектәрҙең етешмәүе, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы булмауы тотҡарлай. Урындағы ойошма һәм предприятиеларҙың йәш көстәрҙе ҡулланыуға ҡыҙыҡ­һыныусанлығы, республиканың хеҙмәт потенциалын һаҡлауға теләге ҙур булырға тейеш. Миграция сәйәсәтенең бер генә өлөшөн тәшкил иткән йәш белгестәр проблемаһы, хеҙмәт баҙарындағы әллә күпме мәсьәләне үҙ эсенә ала, республикалағы социаль-иҡтисади процестарҙың асыҡ сағылышы булып тора.

 

- Д. ҒӘБДРӘХИМОВА.

Читайте нас