Белем һәм тәрбиә
7 Август 2021, 06:00

Үҙ маҡсатыңа нисек барырға?

"Аҫылташ"  мәғариф йәштәр форумының бөгөн өсөнсө көнө 

Үҙ маҡсатыңа нисек барырға?Үҙ маҡсатыңа нисек барырға?
Үҙ маҡсатыңа нисек барырға?

Йылайыр районында "Аҫылташ" мәғариф йәштәр форумының бөгөн өсөнсө көнө. Кисә йәштәр  Өфөнән килгән спикерҙар менән осрашты.

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Эльвира Айытҡолова "Сторителлинг: нисек дөрөҫ итеп үҙ маҡсатыңа барыу тарихы" тигән тема менән сығыш яһаны. Эльвира Ринат ҡыҙы үҙ миҫалында алдыңа алған маҡсатҡа ынтылыу, уға барыу юлдары, карьер үҫеше хаҡында һөйләне.

- Уңыш - һәр кеше өсөн айырым үҫеш, шәхси мөмкинлектәр. Кемдер өсөн уңыш - ул тулы азатлыҡ. Барыһы ла ҡуйған маҡсаттарыңдан тора. Һәр кемдең үҙенең яуаплы биләмәһе бар, - тине спикер.

Эльвира Айытҡолва шулай уҡ йәштәрҙең ҡыҙыҡһындарған һорауҙарына яуап бирҙе, улар менән яҡындан аралашты.

Римма Үтәшева "Нисек итеп сәйәсәттә уңышҡа өлгәшергә һәм шул уҡ ваҡытта кеше булып ҡалырға?" тигән тема менән сығыш яһаны. Римма Әмир ҡыҙы сәйәсәттең бик нескә серҙәре менән уртаҡлашып, үҙенең тәжрибәһе менән бүлеште. Шулай уҡ йәштәр менән һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге проблемалар хаҡында ла фекер алышты.

Бөгөн дә "Аҫылташ" форумы эшлекле шарттарҙа үҙ эшен дауам итә.

Фото: "Аҫылташ" сайтынан.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас