Белем һәм тәрбиә
7 Август 2021, 06:45

Йәштәр туған телдәрҙе һанлаштырыу мәсьәләһен дә күтәрә

"Аҫылташ" форумында яңғыраған төп темаларҙың береһе — туған телдәрҙе, шул иҫәптән башҡорт телен һанлаштырыу

Йәштәр туған телдәрҙе һанлаштырыу мәсьәләһен дә күтәрәЙәштәр туған телдәрҙе һанлаштырыу мәсьәләһен дә күтәрә
Йәштәр туған телдәрҙе һанлаштырыу мәсьәләһен дә күтәрә

Бөгөн өсөнсө көн "Аҫылташ" республика мәғариф йәштәр форумы үҙ эшен дауам итә. Сарала ҡатнашыусылар үҙҙәренең проекттарын тормошҡа ашырыу мәсьәләләрен өйрәнә, эксперттарҙың сығыштарын тыңлай, актуаль мәсьәләләрҙе тикшерә.

Күгәрсен районынан блогер Ильяс Байғусҡаров һанлы технологиялар һәм интернетта туған телдәге контент — туған телде һаҡлау өсөн мөһим факторҙар, тип иҫәпләй.

- Беҙ цифрлы технологиялар дәүерендә йәшәйбеҙ. Смартфондар, компьютерҙар, социаль селтәрҙәр тормошобоҙҙа ныҡлы урын алды. Мәҫәлән, беҙҙең аккаунттарға яҙылыусылар, шул иҫәптән балалар, туған телдә сториздар күреп, шулай эшләргә мөмкин һәм кәрәк икәнен аңлай башлай. Беҙҙән күреп үҙҙәре лә туған телдә видеолар ҡуя, шулай итеп тиҫтерҙәре араһында башҡорт телен тарата, — ти Ильяс.

 
Блогер фекеренсә, хәҙерге балаларға халыҡ эпостары мотивтары буйынса стилләштерелгән йәнһүрәттәр, туған телдә эшләнгән үҫтереүсе уйындар кәрәк.

«Туған телдәрҙе һанлаштырыу буйынса перспективалы проекттар байтаҡ, был йүнәлештә ғилми ойошмалар ҙа, ирекмәндәр ҙа эш алып бара. Беҙ башҡорт телендә электрон һүҙлектәр, һанлы белем биреү проекттары, йәнһүрәттәр һәм сериалдар барлыҡҡа килеүенә шаһитбыҙ. Мәҫәлән, «Тамыр» телеканалы лайыҡлы интернет-контент етештерә, бер төркөм блогерҙар үҫтереп сығарҙы. Башҡорт Википедияһы, вики-ирекмәндәр хәрәкәте уңышлы үҫешә. Телмәр синтезаторы, виртуаль ярҙамсылар, боттар булдырыу буйынса эш алып барыла. Республика халыҡтары телдәрен үҫтереү һәм һаҡлау буйынса дәүләт программаһы, грант ярҙамы системаһы әҙерләнгән һәм тормошҡа ашырыла. Башҡарылған эштәрҙең сифатын яҡшыртыу, проекттарҙың һанын арттырыу өсөн һанлы продукттар етештереүгә ҡарашты үҙгәртергә, маҡсатлы күрһәткестәрҙе аныҡларға, ирекмәндәргә ярҙам итергә кәрәк», — тип иҫәпләй Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова.

IT-проекттар авторҙарының береһе Айгиз Ҡунафин. Бер нисә йыл элек ул һәм уның командаһы үҙ теләге менән башҡорт телен цифрлаштырыуға тотондо. Ябайлаштырып әйткәндә, был кеше телмәренең автоматик рәүештә тексҡа әүерелеүе. Быйыл улар республика халҡы ярҙамында компьютерҙы башҡорт теленә «өйрәтеү» өсөн тейешле тауыш базаһы булдыра алды.

"Тел көндәлек тормошта ни тиклем күберәк ҡулланыла, шул тиклем уның юғалыу ҡурҡынысы кәмей. Был хәҡиҡәт. Ләкин виртуаль ярҙамсыларҙың популярлаша барыуын да оноторға ярамай. Мәҫәлән, банкка шылтыратаһығыҙ икән ти, һеҙгә автоматлаштырылған бот яуап бирә. Виртуаль ярҙамсылар әлегә хеҙмәттәр өлкәһендә ҡулланылһа, тиҙҙән башҡа тармаҡтарға ла тараласаҡ. Әле улар рус, инглиз һәм башҡа телдәрҙә һөйләшә. Нишләп уларға башҡорт телен дә өйрәтмәҫкә?" - ти Айгиз.

Әлеге ваҡытта Айгиз Ҡунафиндың командаһы «телмәр синтезлаусыһы» проекты өҫтөндә эшләй. Ул навигаторҙарға, авто яуап биреүселәргә, тәржемәселәргә башҡорт телендә «һөйләшергә» ярҙам итәсәк. Әйткәндәй, Айгиз «Аҫылташ» спикерҙарының береһе, форумда һанлы проекттар буйынса фекерҙәштәр табырға ниәтләнә.

«Аҫылташ» форумы барышында проекттар конвейеры ла ойоштороласаҡ. Еңеүселәр «Аҫылташ» бренды партнерҙарынан һәм эксперттарынан гранттар һәм остаз ярҙамы аласаҡ.

Фото: "Аҫылташ" сайтынан.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас