Белем һәм тәрбиә
12 Августа 2021, 08:45

Рухи лидерҙар студент булды

"Бынан 15 йыл элек алынған белем онотола, көнүҙәклеген юғалта бара. Шуға күрә икенсе юғары белем алыу теләге тыуҙы".

Рухи лидерҙар студент булдыРухи лидерҙар студент булды
Рухи лидерҙар студент булды

Башҡортостан митрополияһының  Салауат епархияһы менән етәкселек итеүсе Салауат  һәм Күмертау епискобы Николай һәм “Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты”ның үҙәкләштерелгән дини ойошмаһы рәйес–мөфтөйө Айнур Бирғәлин  Башҡортостан Башлығы эргәһендәге  Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идараһы  академияһында уҡыясаҡ.

“Академияны ошондай абитуриенттар килеүе менән  ҡотлайым, һөҙөмтәлә республикала  дәүләт-конфессиаль мөнәсәбәттәр яңы кимәлгә сығасаҡ,”– тип студенттарҙы  Башҡортостан Башлығы эргәһендәге дәүләт –конфессиональ   мөнәсәбәттәр буйынса Совет рәйесе Азат Фәттәхов ҡотланы.  

Академия ректоры Данияр Абдрахманов рухи лидерҙарға ошо уҡыу йортон һайлағандары өсөн рәхмәт белдерҙе һәм түңәрәк өҫтәл артында халыҡты рухи - әхләҡи тәрбиәләү буйынса  фекер алышыуҙарға саҡырҙы. Мөфтөй Айнур Бирғәлин әйтеүенсә, һуңғы ваҡытта райондың баш имамдарына, уларҙың урынбаҫарҙарына, рус православ сиркәүе хеҙмәткәрҙәренә белем алыу буйынса тәҡдимдәр еткерелә.

– Дини һәм заманса белем алыу һәр ваҡыт мөһим. Бынан 15 йыл элек алынған белем онотола, көнүҙәклеген юғалта бара. Шуға күрә икенсе юғары белем алыу теләге тыуҙы, - тине епископ Николай.

— Беҙҙең дини лидерҙарыбыҙ хеҙмәткәрҙәренә яҡшы өлгө күрһәтер, дини белемдәренән тыш, заманса йүнәлештәр буйынса белем алырға дәртләндерер, – тине академия ректоры Данияр Абдрахманов.

Фото:VK.com

Рухи лидерҙар студент булды
Рухи лидерҙар студент булды
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас