

Бөгөн Өфөләге "Торатау" конгресс-холында республика педагогтарының мәғариф буйынса кәңәшмәһе үтә.
Йыллыҡ сара башланыр алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров респубиканың мәктәп директорҙарына өр-яңы 41 "ГАЗель” автобусының асҡыстарын тапшырҙы.
Транспорт сараларын һатып алыу өсөн төбәк ҡаҙнаһынан 92 миллион һум аҡса бүленгән. Яңы автобусар Сибайға, мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн коррекцион мәктәпкә, 30 районға һәм Өфө ҡалаһындағы мәғариф учреждениеларына юлланды.
2019-2020 йылдарҙа Башҡортостанда 151 мәктәп автобусы һатып алынған, был маҡсат өсөн республика ҡаҙнаһынан 310,7 миллион һум аҡса бүленгән.
– Быйыл автобустарҙы яңыртыу программаһы өсөн 110 миллион һум бүлдек. Яңы мәктәп автобустары хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәгән иҫке транспортты алмаштырасаҡ, балаларҙы йөрөтөү өсөн яңы маршруттар булдырырға ярҙам итәсәк. Мин яңы, уңайлы автобустарҙа йөрөйәсәк балалар өсөн шатмын, – тине Радий Хәбиров.
Яңы техника ГЛОНАСС юлдаш навигацияһы йәки ГЛОНАСС/GPS аппаратураһы, тахографтар менән йыһазландырылған.
Ғөмүмән, республикала 1476 мәктәп автобусы бар, улар 42 мең самаһы баланы йөрөтә, 2749 тораҡ пунктты хеҙмәтләндерә.
Фото: “Башинформ”.