

Яңы уҡыу йылы башланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Йәшермәйек, август – ата-әсәләр өсөн ифрат мәшәҡәтле ай. Ул һәм ҡыҙҙарын өр-яңынан кейендереү, уҡыу кәрәк-яраҡтары хәстәрләү һәм башҡа күңелле мәшәҡәттәр менән мәж килә улар. Бының өсөн байтаҡ аҡса талап ителә. Ә инде ғаиләлә бер нисә мәктәп уҡыусыһы булһа, сығымдар уның һайын күберәк.
Шул ҡыуаныслы, мәктәпкә әҙерләнеү сығымдарын ҡаплау маҡсатында Рәсәй Президенты Владимир Путин уҡыусыларға дәүләт ҡаҙнаһынан 10-шар мең һум аҡса бирҙертте. Ата-әсәләрҙең рәхмәте сикһеҙ!
Күптәр балаларын Магнитогорск ҡалаһы баҙарына һәм шундағы сауҙа нөктәләренә алып барыуға өҫтөнлөк бирһә, район үҙәге Асҡарҙың магазиндарын ҡыҙырыусылар ҙа байтаҡ. Бигерәк тә дүшәмбе һәм кесе йома көндәрендә, ғәзиздәрен етәкләп, оҙон исемлеккә ҡарай-ҡарай әйбер һайлаусылар күп. Ҡыҙҙарына ап-аҡ матур блузкаларҙың ҡайһыһын алырға белмәй аптыранған сибәр ҡатын менән һөйләштек. Әңгәмәсемдең өлкән балаһы – VIII, бәләкәйе V класҡа бара икән.
– Ҡыҙҙарыма семәрле, ебәк блузкалар оҡшай. Классик стилдәгеһен алыу яҡлымын, улар уңайлы ла, туҡымаһы тәнгә килешле лә, оҙон еңле булғас, ҡыш та кейергә мөмкин, — ти Альбина ханым. — Бәлки, икәүһен дә алырмын. 1 сентябрҙә йәки төрлө байрамдарға матурын кейерҙәр, икенсеһе көндәлек кейем булыр. Аяҡ кейемдәре, спорт костюмдары алдыҡ. Хәҙер салбар, юбка, кофталар эҙләйбеҙ. Портфелдәре быйылға ярай. Былтыр ҡиммәтлеһен, сифатлыһын алдыҡ, ипләп тотонғас инде, яңы көйөнсә һаҡланған. Мәктәп формалары ла ярағандай әле, аҡса артһа ғына яңыртырбыҙ. Ҡыҙҙарға кейем күп кәрәк шул.
Тағы бер әсәй аяҡ кейемдәре бүлегендә күренә, улы менән ҡыҙын эйәрткән.
– Кроссовки ҙа, туфли ҙа кәрәк алмашҡа, һәр береһе 1200-1500 һум тирәһе тора, — ти ауылдан килгән Ә. Сабитова. — Икеһенә дүрт пар аяҡ кейеме һатып алырға ҡарар иттек. Унан башҡа мәктәп формаһы, портфелдәр алынмаған әле. Элек мәктәпкә тулыһынса кейенеүгә бер балаға ун мең һум етә ине. Быйыл хаҡтар ярайһы уҡ артҡан. Ҡыҙым – IX, ` улым XI класҡа уҡырға бара. Икеһе өсөн дә бик ҡатмарлы йыл, имтихандар көтә алда. Исмаһам, улыбыҙҙың компьютерын яңыртһаҡ, тип торабыҙ. Ҡыҙыбыҙға былтыр ноутбук бүләк иттек, хәҙер яңы телефон һорай.
Ысынлап та, ҙурыраҡ балаларға аҡса күберәк сарыф ителә. Өләсәһе менән баҙарҙа йөрөгән Арсен 2021/2022 уҡыу йылында III класта белем аласаҡ. Һатыусы алып биргән тәүге аҡ күлдәкте кейҙе лә:
– Өләсәй, ошоно алайыҡ, миңә хәтәр ныҡ оҡшай, – тине малай. Бәләкәйҙәр менән мәшәҡәт аҙыраҡ.
Ғөмүмән, портфелдәрҙең хаҡы 600 һумдан башлана, әммә һатыусы үҙе үк ундайҙың сифатһыҙ булыуын иҫкәртә. 1000 – 1600 һумға малайҙарға ла, ҡыҙҙарға ла яраҡлыларҙы табырға мөмкин. Аяҡ кейемдәренең уртаса хаҡы – яҡынса 1500 һум. Ҡыҙҙар өсөн туфли-балеткаларҙы ла осһоҙораҡҡа табырға була. Кроссовки бөтә магазиндарҙа ла тиерлек мең ярым һум тора. Ҡыҙҙар өсөн блузкалар 700 һумдан алып 1300-гә тиклем, алъяпҡыслы формалар – 1200 һум тирәһе. Малайҙар өсөн спорт костюмдарын — 1500 – 1800, ә салбар-күлдәктәрҙе 500 – 1000 һумға алып була.
Канцелярия тауарҙарын, ҡалаға ҡарағанда, районда алыу отошлораҡ. Бында яйлап һайлау мөмкинлеге бар, хаҡтар ҙа артыҡ “тешләшмәй”. 12 битлек дәфтәр – 4 һумдан, ә 18 битлектәре 6 һум 50 тиндән башлана. Көндәлекте 30 – 200 һумға алырға мөмкин, авторучка — 5-6 һум, пенал һәм төҫлө ҡәләмдәр йыйылмаһы— 50 һум, альбом — 12 һум. Ҡыҫҡаһы, һәр кем әйберҙе үҙ кеҫәһенә, сифатына ҡарап һайлай.
Динара САФИУЛЛИНА.
Әбйәлил районы.