Белем һәм тәрбиә
13 Август 2021, 11:01

Мәктәптәр йәнә гөрләр

Беренсе класта 60 меңдән ашыу бала уҡыясаҡ.

Йәйге оҙайлы каникулда һауыҡтырыу лагерҙарында күп итеп көс туплаған балалар тиҙҙән уҡырға барасаҡ. Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, белем усаҡтарының барыһы ла уҡыу йылына тулыһынса әҙер.

 Әйткәндәй, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың “Бәй­ләнештә” селтәрендәге үҙенсәлекле яҙмаһы күптәрҙең иғтибарын йәлеп иткәндер.

– Август, әле йәй айы. Көҙгөһөн парта артына ултырасаҡ балаларға был ваҡыт бик аҙ. Мәктәпте киләһе уҡыу йылына әҙерләгәндә был ай бик тиҙ үтеп китәсәк, әммә беҙ барыһына ла өлгөрөргә тейешбеҙ, – тип башлаған яҙмаһын Радий Фәрит улы. – Әҙ генә статистикаға күҙ һалайыҡ: 1 сентябрҙә республикала беренсе класҡа 60239 бала киләсәк. Ғөмүмән, төбәк мәктәптәрендә 498441 уҡыусы иҫәпләнә. Беҙҙең бурыс – йылы осорҙа мәктәптәрҙе тәртипкә килтереү. 2021 йылда был мәсьәләгә беҙ комплекслы килергә ҡарар иттек һәм 27 белем усағын капиталь ремонтланыҡ. Ҡайҙа кәрәк, шунда бинаның ҡыйығын алмаштырҙылар, тәҙрәне яңырттылар, стеналарға йылытыу әйберҙәре ҡуйҙылар, иҙән түшәнеләр. Балаҡатай районының – Яңы Балаҡатай, Ҡыйғы районының – Үрге Ҡыйғы, Учалы районының – Ахун, Бөрйән районының Иҫке Монасип ауылдарында һәм башҡа урындарҙа балалар комплекслы яңыртылған кластарҙа уҡый башлаясаҡ. Киләһе йыл тағы ла был тәңгәлдә эштәрҙе арттырырға уйлайбыҙ, коронавирус ҡына ҡабаттан ҡамасауламаһын.

Радий Фәрит улы билдәлә­үенсә, 2020 йылдың 1 сен­тябренән башланғыс класс уҡыусылары бушлай ашатыла башланы. Туҡландырыуға аҡса федераль бюджеттан алына, аныҡ талаптар бар. Быға бөтә мәктәп ашханалары ла әҙер түгел ине. Шуға күрә лә Ағиҙел, Межгорье, Салауат ҡалаларындағы, Өфө ҡалаһының 24-се мәктәбендәге, М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназия­һындағы, М. Шайморатов исемендәге 104-се мәктәптәге һәм башҡа белем усаҡтарындағы йәмғеһе 280 ашхана ремонтланған һәм ундағы ҡоролмалар алмаштырылған.

– Мәктәптә тәрбиәнең мөһим йүнәлеше – спорт, – тип дауам иткән яҙмаһын республика етәксеһе. – Әле эшләп килгән 48 ауыл спорт залын ремонтланыҡ һәм йыһазландырҙыҡ. Әбйәлил, Әлшәй, Көйөргәҙе, Өфө һәм башҡа райондар мәктәптәрендә төрлө йүнәлештә спорт клубтары эшләйәсәк. Һуңғы ике йыл, коронавирус менән бәйле, беҙҙең балаларыбыҙ һәм уҡытыусыларыбыҙ өсөн ауыр булды. Быйыл эпидемиологик хәл-торош мәктәп тормошоноң ҡайнап тороуына булышлыҡ итер, тип ышанам! Бөтәгеҙгә лә ҡалған каникул көндәрен матур итеп үткәреүегеҙҙе, 1 сентябрҙән ҙур теләк менән уҡыуҙы башлауығыҙҙы теләйем!

Шуға шатланырға кәрәк: рес­публикабыҙҙа йыл да мәғариф тармағына ҙур күләмдә финанс ярҙамы йүнәлтелә. Ошо аҡсаға заманса мәктәп, балалар баҡсалары төҙөлә, иҫкеләренә ремонт һәм капиталь ремонт үткәрелә, класс бүлмәләре һәм спорт залдары йыһазландырыла. Мәктәп автобустары һатып алына, ә инде уҡытыусыларҙың эш хаҡы тураһында әйтәһе лә түгел. Башҡортостанда белем биреү учреждениеларының матди-техник базаһы шаҡтай яҡшы булыуын барыһы ла яҡшы белә.

- Илдар АҠЪЮЛОВ.

Читайте нас