

Бөгөн Өфөләге "Торатау" конгресс-холында республика педагогтарының мәғариф буйынса август кәңәшмәһе үтә, тип хәбәр иткәйнек. Уның барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мәғариф өлкәһендәге яңылыҡтар менән таныштырып үтте.
Мәҫәлән, 2021 йылда баш ҡалала һәләтле балалар өсөн математика һәм IT-технологиялар йүнлешле республика лицей-интернаты асылырға тейеш ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был мәсьәлә һаман хәл ителмәгән, төҙөлөш өсөн Өфөлә ер участкаһы ла бүленмәгән.
Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, 1 октябргә тиклем баш ҡала хакимиәте был мәсьәләне хәл итмәһә, төҙөлөштө Стәрлетамаҡҡа күсереү тәҡдиме ҡараласаҡ.
– Өфө теләмәй икән, Стәрлетамаҡта төҙөрбөҙ. Ҡала – эре сәнәғәт үҙәге, эргәһендә – Салауат һәм Ишембай, “Алға” айырым иҡтисади зонаһы, – тине Радий Фәрит улы.
Кәңәшмәлә республика ҡалаларында юғары уҡыу йорттарының филиалдарын асыу мәсьәләһе хаҡында ла һүҙ булды.
Был йәһәттән Радий Фәрит улы тәү сиратта Белорет һәм Күмертау ҡалаларын телгә алып үтте, ҙур һәм күп халыҡ йәшәгән төбәктәр улар, тип билдәләне. Шуныһы ғәжәп: республика ҡалаларында Магнитогорск һәм Ырымбур юғары уҡыу йорттарының филиалдары бар, ә үҙебеҙҙекеләрҙеке – юҡ. “Хәлде төҙәтергә кәрәк”, – Башҡортостан Башлығы.
Төбәктәр өсөн белгестәр әҙерләү ҙә – киҫкен пробемаларҙың береһе. Республика етәксеһе әйтеүенсә, әлеге ваҡытта Көньяҡ Урал райондары өсөн медицина белгестәре әҙерләү мәсьәләһе хәл ителгән. Улар Сибай медицина колледжына уҡырға ингәндән һуң автоматик рәүештә Башҡорт дәүләт университетының биология факультеты студенттары тип иҫәпләнәсәк. Өсөнсө курстан был йәштәрҙе Башҡорт дәүләт медицина университетына ҡабул итәсәктәр.
Төп шарт – диплом алғас, улар тыуған яғына эшкә ҡайтырға тейеш.
Сара аҙағында Радий Хәбиров мәғариф хеҙмәткәрҙәренең бер төркөмөнә дәүләт наградалары һәм һөнәри оҫталыҡ конкурстары финалистарына республика Башлығы премияларын тапшырҙы.
Фото: Альберт Заһиров.