

Бөгөн Өфөләге "Торатау" конгресс-холында республика педагогтарының мәғариф буйынса август кәңәшмәһе үҙ эшен башланы. Быйылғы сара “Мәғлүмәти дәүерҙә балаларҙы һәм йәштәрҙе тәрбиәләү һәм социалләштереү” темаһына ярашлы үтә.
Кәңәшмә эшендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, республиканан сенатор, Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе, "Рәсәй башҡорттары" федераль милли-мәҙәни автономияһы етәксеһе, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы милләт-ара мөнәсәббәттәр буйынса Совет ағзаһы Лилиә Ғүмәрова, Рәсәйҙең мәғариф министры урынбаҫары Александр Бугаев, республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов һәм башҡа рәсми кешеләр, республика райондарының етәкселек органдары, мәғариф өлкәһе вәкилдәре, педагогтар һәм тармаҡ ветерандары ҡатнаша.
Республика Башлығы Радий Хәбиров республиканың мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәрен бөгөнгө сара менән тәбрикләне һәм яңы уҡыу йылы алдынан тармаҡҡа ҡағылышлы мөһим ғәмәлдәрҙе билдәләп үтте.
Тәү сиратта һүҙ 1 сентябргә ҡағыла, әлбиттә. Башҡортостан Башлығы: "Яңы уҡыу йылы ҡәҙимге форматта буласаҡ һәм барлыҡ уҡыусылар, студенттар мәктәптәргә, урта һәм юғары уҡыу йорттарына барасаҡ", – тип билдәләне. Һис шикһеҙ, хәл республикалағы эпидемиологик хәлгә бәйле, әммә әлегә борсолорға урын юҡ: сир таралыуға бәйле хәл контролдә тотола.
– Әлеге ваҡытта уҡытыу процесын дистанциялы форматҡа күсереү йәһәтенән бер ниндәй ҙә нигеҙ юҡ. Әммә, коронавирус инфекцияһының таралыуын иҫәпкә алып, төрлө хәлгә әҙер булырға кәрәк. Быйыл беренсе класҡа 58 мең бала барасаҡ, уларҙы тантаналы ҡаршылау зарур, – тине Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе республикалағы 365 мәктәпкә капиталь ремонт талап ителеүен дә билдәләп үтте. Был – Башҡортостандағы һәр бишенсе мәктәп, тигән һүҙ.
“Ил Президенты 2026 йылға тиклем барлыҡ иҫке мәктәп биналарын ремонтлау бурысын ҡуйҙы. Беҙ быны комплекслы итеп башҡарабыҙ, мәктәптең эргә-тирәһен дә, эсен дә ремонтлайбыҙ. Быйыл ғына ошо маҡсатҡа 400 миллион һум аҡса бүленгән һәм ете мәктәп тулыһынса тәртипкә килтерелгән”, – тине Радий Фәрит улы.
Фото: Альберт Заһиров.