Белем һәм тәрбиә
16 Август 2021, 10:30

Буласаҡ студенттар ниндәй йүнәлештәрҙе һайлай?

Уҡыу йорттарына тапшырылған документтар һаны буйынса иң популяр йүнәлештәр асыҡланды.

Буласаҡ студенттар ниндәй йүнәлештәрҙе һайлай?Буласаҡ студенттар ниндәй йүнәлештәрҙе һайлай?
Буласаҡ студенттар ниндәй йүнәлештәрҙе һайлай?

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин быйыл юғары уҡыу йорттарына инеүҙең нисек барыуы тураһында һөйләне. 13 авгусҡа ҡарата 2009 кеше Башҡортостан вуздарына уҡырға алынған.

Шул иҫәптән 49-ы имтихан биреп тормай ғына студент булып киткән, 1666 кеше маҡсатлы белем аласаҡ. 295 кеше махсус квота нигеҙендә уҡырға ингән. Ғөмүмән, Башҡортостан вуздарына 145688 ғариза тапшырылған. Был, былтырғы менән сағыштырғанда, 16 процентҡа күберәк.

Тапшырылған документтар һаны буйынса иң популяр йүнәлештәр асыҡланған: дауалау эше, педиатрия, нефть-газ эше, информатика, мәғлүмәт хәүефһеҙлеге, химия технологиялары һәм төҙөлөш.

Быйыл Башҡортостан вуздарында яңы уҡыу йылы өсөн 11 мең бюджет урыны бүленгән.

Айбулат Хажин Берҙәм дәүләт имтихандарын 100 балға тапшырған йәштәр тураһында ла әйтеп үтте. Быйыл ундайҙар 104-кә еткән. 109 эш 100 балға башҡарылған, тимәк, биш уҡыусы икешәр эшен иң юғары балға яҙған. Былтырғы менән сағыштырғанда, уларҙың һаны 6,3 процентҡа артҡан. Дөйөм алғанда, барлыҡ предметтар буйынса ла уртаса балл үҫкән.

Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтиханы буйынса 100 балға өлгәшкән уҡыусыларҙы әҙерләгән педагогтарға 50 мең һум күләмендә премия бирелә. Быйыл был аҡсаны 90 уҡытыусы аласаҡ.  

Быйыл Башҡортостан Башлығы Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырған һәм республика вуздарын һайлаған йәштәргә 150 мең һумлыҡ премия вәғәҙә иткәйне. Бөгөнгә ҡарата Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарына документ тапшырыусылар араһында бындай 36 кеше иҫәпләнә.

 

Фото: orenburzhie.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас