Белем һәм тәрбиә
16 Август 2021, 14:30

Һыбайлылар турында ҡатнашырға теләйһегеҙме?

Башҡортостандың Ирҙәр ҡоро “Ил терәге” проекты буйынса һыбайлылыр турында ҡатнашыусыларҙы һайлап алыуҙы башланы.

Һыбайлылар турында ҡатнашырға теләйһегеҙме?Һыбайлылар турында ҡатнашырға теләйһегеҙме?
Һыбайлылар турында ҡатнашырға теләйһегеҙме?

Башҡортостандың Ирҙәр ҡоро “Ил терәге” проекты буйынса һыбайлылыр турында ҡатнашыусыларҙы һайлап алыуҙы башланы.

 

Был проект Башҡортостан Республикаһының Граждандар йәмәғәтселегенә булышлыҡ итеү конкурсында еңеп сыҡты. Конкурс йомғаҡтары 5 августа иғлан ителгәйне һәм алдағы көндәрҙә ойошма ҡатнашыусыларҙы һайлауға тотонасаҡ. Проектты ойоштороусы – “Башҡортостандың атайлыҡ ролен үҫтереү буйынса Ирҙәр берлеге” төбәк йәмәғәт ойошмаһы.  

 

– Атайҙар ролен күтәреү буйынса проектты тормошҡа ашырырға йыйынабыҙ. Программа ике йүнәлештән тора: атайҙарҙың балалары менән берлектә һыбайлылар турын ойоштороу һәм өлгөлө атай тәрбиәһен сағылдырған видеофильмдар сығарыу. Беҙ социаль селтәрҙә (https://vk.com/sovet_mujchin_rb?w=wall-202441032_1186)  алдан теркәүҙе башланыҡ, – тип уртаҡлашты Башҡортостандан VII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров.  

 

30 атай һәм уларҙың балалары ҡатнашлығында ике көнлөк һыбайлылар турын һәм атайҙар менән балалар араһындағы өлгөлө мөнәсәбәтте сағылдырған видеорепортаж, видеофильм сығарыуҙы ойоштороу планлаштырыла. Улар йыл аҙағына тиклем күрһәтеләсәк.

 

Һыбайлылар туры сентябрь аҙағында – октябрь башында Күгәрсен һәм Бөрйән райондарының тарихи урындары буйлап старт аласаҡ. Уның сиктәрендә ғаиләләр халыҡ шөғөлө, уҡтан атыу, солоҡсолоҡ һәм һыбай йөрөү буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашасаҡ. Шулай уҡ спорт ярыштарында ҡатнашыу, изге урындарға барыу һәм тәрбиәүи-ағартыу лекциялары тыңлау ҡаралған. Тур һөҙөмтәһе буйынса видеофильм Башҡортостандың Ирҙәр ҡороның мәғлүмәт селтәре һәм киң мәғлүмәт саралары аша таратыласаҡ.  

 

“Ир терәге” социаль программаһы сиктәрендә аралашыу  ғаиләлә тәрбиә мәҙәниәтен байытыу, ирҙәрҙең үҙҙәрен тотоу тәртибе менән танышыу мөмкин буласаҡ, ҡарар ҡабул иткәндә үҙаллыҡҡа һәм ышаныслы булырға ярҙам итәсәк”, – тип һөйләне Берлек рәйесе.

 

Проекттың тағы ла бер маҡсаты бар – социаль ял, яҡшы өлгөләр ярҙамында атайҙарҙы айыҡ тормош рәүешенә саҡырыу.

 

“Ата-әсәләр менән балалар аралашыуы һөҙөмтәһендә атайҙарҙан улдарына быуаттар йолаларының быуындан-быуынға күсеүен теләйбеҙ. Был проект заман тормош ағышында ғаилә менән аралашыуға нисек ваҡыт табырға мөмкин тигән “тишекте” ябырға мөмкин булыуын аңлатасаҡ. Был проект бер йылға ғына түгелдер, тип уйлайым. Уны дауам итергә, үҫтерергә һәм киңәйтергә кәрәк”, – тип һөйләне проектта әүҙем ҡатнашҡан Ғәзиз Йосопов.       

 

Фото: рәсми сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас