

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Бәйләнештә” селтәрендә түбәндәге яңылыҡ менән уртаҡлашҡан.
"Рәсәй Хөкүмәтенең бөгөнгө ҡарары – Башҡортостан юғары мәктәптәренең һәм фәндең һуңғы ун йылдағы иң мөһим ҡаҙаныштары тураһында, – тип яҙған Радий Хәбиров. – Был беҙҙең төбәк Хөкүмәтенең, юғары уҡыу йорттарының оҙаҡ йылдар эш һөҙөмтәһенең ысынбарлығына әйләнәсәк. Башҡортостандың үҙенең донъя кимәлендәге студенттар кампусы буласаҡ. Был унлаған миллиард һум тигән һүҙ, улар студенттарҙың дөйөм ятаҡтарына ғына йүнәлтелмәйәсәк, ә ғилми лабораториялар, уҡытыусылар, студенттар өсөн спорт, мәҙәни учреждениеларына ла. Уларҙың бөтәһе лә ҡаланың үҙәгендә урынлашҡан. Ҙур ярҙамы өсөн илебеҙҙең Президентына ҙур рәхмәт! Айырым рәхмәт Ғилми-белем үҙәгенең идара компанияһына, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякинға, беҙгә ышанған ректорҙарға. Хәҙер инде бергәләшеп алға хәрәкәт итәсәкбеҙ. Республикабыҙҙың мәғариф һәм фән үҫешендә был һуңғы уңышыбыҙ булмаҫ, тигән ышаныста ҡалам".
Фото: vk.com/radiyhabirov