

Билдәле булыуынса, Өфө ҡалаһында донъя кимәлендәге Евразия белем биреү үҙәгенең студенттарҙың вуз-ара кампусы төҙөләсәк. Ошо һөйөнөслө яңылыҡты Рәсәй Хөкүмәтендә хәбәр иттеләр. Ҙур кампустың Рәсәйҙә Фән һәм технологиялар йылында төҙөлә башлауы айырыуса ҡыуаныслы.
Шул иғтибарға лайыҡ, Башҡортостан әлеге ҙур конкурста еңеү яуланы. Ошо уңайҙан Башҡортостан юлдаш телеканалында тура эфир ойошторолдо. Төрлө һорауҙарға Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин һәм Башҡортостан Башлығының Фән мәсьләләре буйынса кәңәшсеһе Руслан Ҡазыханов яуап бирҙе, шулай уҡ һөйләшеүгә республикабыҙҙың юғары уҡыу йорттары ректорҙары ҡушылды.
Вуз-ара кампусты тәүҙә Өфөнөң Дим биҫтәһендә төҙөргә уйлағайнылар. Аҙаҡтан баш ҡала үҙәгендә төҙөргә ҡарар иттеләр. Шулай итеп, кампус Өфөнөң “Динамо” стадионы тирәһендә буласаҡ.
"IQ-парк яңы йылға тапшырыласаҡ, – тине Александр Сидякин. – Ул Зәки Вәлиди урамындағы элек файҙаланылмаған ерҙә урынлашасаҡ. Унда хәҙер төрлө яҡлап төҙөлөш бара. Кампустың икенсе этабы әле проектлана, ул 2024 йылда Өфөнөң 450 йыллығына төҙөлөп бөтәсәк. Кампустың өсөнсө этабы иһә баш ҡалабыҙҙың көньяҡ битләүендә буласаҡ".
Александр Геннадьевич һөйләүенсә, кампуста студенттар белем алыу менән бер рәттән фән менән шөғөлләнәсәк, бынан тыш, спорт һөйөүселәр унда үҙҙәренә шөғөл табасаҡ.
Хәйер, кампусты студенттарҙың ҡаласығы тип кенә аңларға ярамай, унда донъя кимәлендә танылған ғалимдар төрлө симпозиумдарҙа ҡатнашасаҡ. Унда машиналар өсөн туҡталҡа, бассейн, заманса дөйөм ятаҡтар, спорт залы, технопарк, конференц-холл, уҡыу, лабораториялар блоктары һәм башҡа ҡоролмалар буласаҡ.
Әйткәндәй, Александр Сидякин, Башҡорт дәүләт университеты менән Өфө дәүләт авиация техник университетының ҡушылыуы Өфө Фән һәм технологиялар университетын хасил итә, тине.
Кампус өсөн финанстар федераль бюджеттан йүнәлтелгән, бынан тыш, республикабыҙҙың бюджетынан да аҡса бүлеү ҡаралған.
"Студенттар кампусының икенсе этабы төҙөлөшө ваҡытында Туҡай урамы йәйәүлеләр урамына әйләнәсәк, – тине Александр Сидякин. – Яр буйынан Зәки Вәлиди урамына хәтлем, тимәк, студенттарҙың кампусы биләмәһендә, канатлы юл төҙөләсәк. Киләсәктә ул бер нисәү буласаҡ".
Автор фотоһы.