Белем һәм тәрбиә
17 Август 2021, 17:05

Өфөлә студенттарҙың кампусы төҙөлә

Һөйләшеүҙә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин һәм Башҡортостан Башлығының фән мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Руслан Ҡазыханов ҡатнашты

Өфөлә студенттарҙың кампусы төҙөләӨфөлә студенттарҙың кампусы төҙөлә
Өфөлә студенттарҙың кампусы төҙөлә

Башҡортостан юлдаш телеканалында ойошторолған брифингта һүҙ Өфөлә төҙөләсәк донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең студенттарҙың вуз-ара кампусы тураһында барҙы. Һөйләшеүҙә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин һәм Башҡортостан Башлығының фән мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Руслан Ҡазыханов ҡатнашты. Унда республикабыҙҙың юғары уҡыу йорттарының ректорҙары ла үҙҙәренең фекерҙәрен еткерҙе

– Кампустың тәүге сираты яңы йыл алдынан тапшырыласаҡ, – тине Александр Сидякин. – Ошо проекттың икенсе өлөшө хаҡында һүҙ йөрөткәндә, ул әле проектлана. Ә кампустың өсөнсө сираты ҡаланың көньяҡ өлөшөндә буласаҡ.

Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль ғилми үҙәге рәйесе Вадим Захаровтың һүҙҙәренә ҡарағанда, Өфөлә төҙөләсәк донъя кимәлендәге кампус республикабыҙ фәненә донъя киңлегенә тәрәнерәк үтеп инеүгә ныҡ булышлыҡ итәсәк.  Ошо проектты тормошҡа ашырыу дәүләттең фәнгә ни хәтлем ҙур ярҙам күрһәтеүе тураһында һөйләй.

 

Фото: Илдар Аҡъюлов.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас