Белем һәм тәрбиә
17 Август 2021, 18:50

Өфө – студенттар ҡалаһы

Александр Сидякин әйтеүенсә, Өфө студенттар һәм йәштәр ҡалаһына әйләнәсәк. 

Өфө – студенттар ҡалаһыӨфө – студенттар ҡалаһы
Өфө – студенттар ҡалаһы

Башҡортостан юлдаш телеканалы ойошторған Өфөлә төҙөләсәк вуз-ара кампус тураһындағы брифингта Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин әйтеүенсә, Өфө студенттар һәм йәштәр ҡалаһына әйләнәсәк. Һөйләшеүҙә республикабыҙҙың юғары уҡыу йорттары ректорҙары ла ҡатнашты.

Беҙгә билдәле булыуынса, Өфөлә 70 меңдән ашыу студент иҫәпләнә. Өфө дәүләт нефть техник университетында – 21 меңдән ашыу студент, Өфө дәүләт авиация техник университетында – 13 меңдән ашыу студент, Башҡорт дәүләт университетында 15 мең тирәһе, Башҡортостан дәүләт медицина университетында 11 меңгә яҡын студент иҫәпләнә. Ғөмүмән, баш ҡалабыҙ халҡының ун процентын студенттар тәшкил итә.

– Өфөлә заманса кампус төҙөләсәк, Башҡортостанға донъя кимәлендә танылыу яулаған ғалимдар төрлө симпозиумдарға киләсәк, – тине Александр Сидякин.

 

Фото: Илдар Аҡъюлов.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас