

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин Өфөлә төҙөләсәк вуз-ара кампус тураһында йөкмәткеле итеп Башҡортостан юлдаш телеканалы ойошторған брифингта һөйләне.
– Беҙҙең иҫәпләүҙәр буйынса дөйөм алғанда уның хаҡы 18 миллиард һумға төшә, – тине Александр Сидякин. – Һүҙ ҙә юҡ, федераль бюджеттан ҙур сумма йүнәлтеләсәк, ул кәмендә дөйөм сумманың 60 процентын тәшкил итә. Бынан тыш Башҡортостан бюджетынан дөйөм сумманың 40 проценты финансланасаҡ. Дөрөҫөрәге, республика бюджетынан – 20 процент һәм бюджеттан тыш 20 процент.
Шул ҡыуаныслы, тиҙҙән Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә студенттарҙың вуз-ара кампусы төҙөләсәк.
Фото: Илдар Аҡъюлов.