Белем һәм тәрбиә
18 Август 2021, 07:00

Өфөләге кампус – сираттағы еңеүебеҙ

Мәртәбәле кампустың баш ҡалабыҙҙа барлыҡҡа килеүе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге республика командаһының ҙур ҡаҙанышы.

Өфөләге кампус – сираттағы еңеүебеҙӨфөләге кампус – сираттағы еңеүебеҙ
Өфөләге кампус – сираттағы еңеүебеҙ

Өфөлә донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы төҙөлөүенә ҡарата Башҡортостандан Федерация Советы сенаторы Лилиә Ғүмәрова үҙенең тос фекерен белдергән.

– Өфөләге донъя кимәлендәге вуз-ара студенттар кампусы – тағы ла бер еңеүебеҙ тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләй, – тигән Лилиә Салауат ҡыҙы. – Ысынлап та, мәртәбәле кампустың баш ҡалабыҙҙа барлыҡҡа килеүе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге республика командаһының ҙур ҡаҙанышы. Шәхсән мин быны республикабыҙҙа ғилми-белем комплексын нығытыу тәңгәлендә ҙур аҙымға тиңләйем. Беҙҙә донъя кимәлендәге кампус булһын өсөн шул хәтлем ауыр юл үттек. Эйе, маҡсатыбыҙға өлгәштек, тәүҙән үк Өфөлә буласаҡ Евразия университеты ҙур иғтибарға лайыҡ икәнен күрһәтте.

Лилиә Ғүмәрова белдереүенсә, киләһе аҙым – кампус төҙөлөшөндә ҡатнашыуҙағы көрәш. Ул ябай ғына биналар, стеналар, инфраструктура түгел, ә студенттарҙан тыш ғалимдарҙы ла үҙенә тартып торған тотош философия, киңлек. Республика командаһының йәнә мөһим пландары бар – ул “Приоритет-2030” конкурсында ҡатнашыу.

 

Фото: gorobzor.ru

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас