

Башҡортостанда донъяуи кимәлдәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең студенттар кампусы булдырыла.
Өфөләге юғары уҡыу йорттарын тоташтырған кампус республикалағы ғилми фекерҙең үҫешенә алып килә, туристарҙы йәлеп итә – ошондай фекерҙә республика парламентының вице-спикеры Эльвира Айытҡолова.
“Кампус ни өсөн абитуриенттар республикала ҡалырға тейеш, тигән һорауға яуаптарҙың береһе булып тора. Студент өсөн юғары уҡыу йортоноң статусынан тыш, уҡытыусыларҙың тәжрибәһе лә, инфраструктура ла бик мөһим. Һуңғыһы менән беҙ артыҡ маҡтана алмай инек.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселәргә генә хас ныҡышмалылыҡ менән был проектты иғтибар үҙәгендә тота килде. Рәсәй Президенты менән осрашыуҙа ла ошо проект, уны бойомға ашырыуҙа ярҙам күрһәтелеүе хаҡында һүҙ барҙы. Еңеүгә дәғүә иткән күп проекттар араһынан тап беҙҙең кампустың еңеүселәр исемлегенә эләгеүе беҙҙең төбәк етәксеһенә һәм уның командаһына күрһәтелгән ышаныс хаҡында һөйләй. Етәкселектең үҙ сиратында был ҙур бурысты атҡарып сығыуына шик юҡ.
Кампустың ҡайҙа урынлашыуы ла мөһим, һәм был матур урын Өфө халҡының да, туристарҙың да күңеленә хуш килер, баш ҡалабыҙға ҡыҙыҡһыныу уятыр”, – тине ул.
Фото: "Башинформ"