Белем һәм тәрбиә
18 Август 2021, 07:33

Уҡытыусылар иңендә – ҙур бурыстар

Альберт ЗаһировАльберт Заһиров
Фото:Альберт Заһиров

Үткән йома Өфөлә, “Торатау” конгресс-холында республика педагогтарының мәғариф буйынса август кәңәшмәһе үтте. Быйылғы сара “Мәғлүмәти дәүерҙә балаларҙы һәм йәштәрҙе  тәрбиәләү һәм социалләштереү” темаһы аҫтында уҙғарылды. Уның эшендә Башҡортостандан сенатор, Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе, Рәсәй башҡорттары федераль милли-мәҙәни автономияһы етәксеһе, Рәсәй Президенты янындағы милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса Совет ағзаһы Лилиә Ғүмәрова, Рәсәй мәғариф министрының урынбаҫары Александр Бугаев, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, республика Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов һәм башҡа рәсми ҡунаҡтар, республика райондарының власть органдары, мәғариф өлкәһе вәкилдәре, педагогтар һәм тармаҡ ветерандары ҡатнашты.

 

Автобустар райондарға юлланды

 

Кәңәшмә алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика мәктәптәре директорҙарына “ГАЗель” маркалы өр-яңы 41 автобустың асҡыстарын тапшырҙы.

Транспорт сараларын һатып алыу өсөн республика ҡаҙнаһынан 92 миллион һум аҡса бүленгән. Яңы автобустар Сибайға, мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн коррекцион мәктәпкә, 30 районға һәм Өфө ҡалаһындағы мәғариф учреждениеларына юлланды.

2019–2020 йылдарҙа республикала 151 мәктәп автобусы һатып алынған, был маҡсат өсөн төбәк ҡаҙнаһынан 310,7 миллион һум аҡса бүленгән.

– Быйыл автобустарҙы яңыртыу программаһы өсөн беҙ 110 миллион һум аҡса бүлдек. Яңы мәктәп автобустары хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәгән иҫкергән транспортты алмаштырасаҡ, балаларҙы йөрөтөү өсөн яңы маршруттар булдырырға ярҙам итәсәк. Мин яңы, уңайлы автобустарҙа йөрөйәсәк балалар өсөн шатмын, – тине Радий Хәбиров.

Яңы техника ГЛОНАСС юлдаш навигацияһы йәки ГЛОНАСС/GPS аппаратураһы, тахографтар менән тәьмин ителгән.

Республикала 1476 мәктәп автобусы бар, улар 42 мең самаһы баланы йөрө­тә, 2749 тораҡ пункт хеҙмәтләндерелә.

 

Мөһим йүнәлештәр билдәләнде

 

Кәңәшмәне асып, республика Башлығы Радий Хәбиров республиканың мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләне һәм яңы уҡыу йылы алдынан тармаҡҡа ҡағылышлы мөһим ғәмәлдәрҙе билдәләп үтте.

Тәүге сиратта, һүҙ 1 сентябргә ҡағыла: төбәк етәксеһе, яңы уҡыу йылы ҡәҙимге форматта буласаҡ, һәм барлыҡ уҡыусылар, студенттар мәктәптәргә, урта һәм юғары уҡыу йорттарына барасаҡ, тип билдәләне. Һис шикһеҙ, хәл республикалағы эпидемиологик хәлгә бәйле, әммә әлегә борсолорға урын юҡ: сир таралыуға бәйле хәл контролдә тотола.

– Әлеге ваҡытта уҡытыу процесын дистанциялы форматҡа күсереү йәһәтенән бер ниндәй ҙә нигеҙ юҡ. Әммә коронавирус инфекцияһының таралыуын иҫәпкә алып, төрлө хәлгә әҙер булырға кәрәк. Быйыл беренсе класҡа 58 мең бала барасаҡ, уларҙы тантаналы ҡаршылау зарур, – тине Радий Хәбиров.

Төбәк етәксеһе республикалағы 365 мәктәптә капиталь ремонт талап ителеүен дә билдәләп үтте, был – Башҡортостандағы һәр бишенсе мәктәп.

“Ил Президенты 2026 йылға тиклем барлыҡ иҫке мәктәп биналарын ремонтлау бурысын ҡуйҙы. Беҙ быны комплекслы итеп башҡарабыҙ, мәктәптең эргә-тирәһен дә, эсен дә ремонтлайбыҙ. Быйыл ғына ошо маҡсатҡа 400 миллион һум аҡса бүленгән һәм ете мәктәп тулыһынса тәртипкә килтерелгән”, – тине Радий Фәрит улы.

2021 йылда баш ҡалала һәләтле балалар өсөн математика һәм айти-технологиялар йүнәлешле республика лицей-интернаты асылырға тейеш ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был мәсьәлә һаман хәл ителмәгән, төҙөлөш өсөн Өфөлә ер участкаһы ла бүленмәгән.

Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, 1 октябргә тиклем ҡала хакимиәте был мәсьәләне хәл итмәгән осраҡта, төҙөлөштө Стәрлетамаҡҡа күсереү тәҡдиме ҡараласаҡ.

– Өфө теләмәй икән, Стәрлетамаҡта төҙөрбөҙ. Ҡала – эре сәнәғәт үҙәге, эргәһендә Салауат һәм Ишембай, “Алға” айырым иҡтисади зонаһы, – тине Радий Фәрит улы. 

Кәңәшмәлә республика ҡалала­рында юғары уҡыу йорттарының филиалдарын асыу мәсьәләһе хаҡында ла һүҙ булды.

Был йәһәттән, Радий Хәбиров тәүге сиратта Белорет һәм Күмертау ҡалала­рын телгә алып үтте, ҙур һәм күп халыҡ йәшәгән төбәк тип билдәләне. Шуныһы – республика ҡалаларында Магнитогорск һәм Ырымбур юғары уҡыу йорттарының филиалдары бар, ә үҙебеҙҙекеләрҙең юҡ. “Хәлде төҙәтергә кәрәк”, – тине Радий Хәбиров.

Район-ҡалалар өсөн белгестәр әҙерләү ҙә – киҫкен проблемаларҙың береһе. Республика етәксеһе әйтеүенсә, әлеге ваҡытта Урал аръяғы райондары өсөн медицина белгестәре әҙерләү мәсьәләһе хәл ителгән. Улар Сибай медицина колледжына уҡырға ингәндән һуң, автоматик рәүештә Башҡорт дәүләт университетының биология факультеты студенттары тип иҫәпләнәсәк. Өсөнсө курстан уларҙы Башҡорт дәүләт медицина университетына ҡабул итәсәктәр. Төп шарт – диплом алғас, улар тыуған яғына эшкә ҡайтырға тейеш.

Сара барышында Радий Фәрит улы бер төркөм мәғариф хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградаларын һәм һөнәри оҫталыҡ конкурстары финалистарына республика Башлығы премияларын тапшырҙы.

 

Телһөйәрҙәр тәрбиәләү үҙебеҙҙән тора

 

Башҡа проблемалар менән бер рәттән бөгөнгө мәғариф киңлегендә ата-әсәләр һәм уҡыусылар өсөн туған телде өйрәнеү йәһәтенән дөрөҫ ҡарар ҡабул итеү мәсьәләһе лә көнүҙәк булып ҡала. Был проблема бигерәк тә башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектына ҡағылғанда айырым иғтибар талап итә.

Һис шикһеҙ, туған телде өйрәнеүҙе һайлау фәҡәт ирекле нигеҙҙә башҡа­рыла. Бында күп нәмә ата-әсәләр менән дөрөҫ эшләй белеүҙән, кешеләрҙең мәғлүмәтлелегенән тора.

Нисек кенә булмаһын, һәр туған телде өйрәнеүҙең төп маҡсаты – ошо бөйөк мираҫты ғаиләлә һаҡлап ҡалыу, йәш быуынға тапшырыу, ҡәҙимге һөйләште онотмау.

Әйткәндәй, күптән түгел Өфөлә тыу­ған яҡты өйрәнеүселәр форумы үткәйне. Унда Рәсәй Фәндәр акаде­мияһының Телдәрҙе өйрәнеү институты белгесе, лингвист, филология фәндәре докторы Юлия Норманская сығыш яһаны. Ул башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектын Lingvodoc плат­формаһында һанлаштырыу йәһәтенән масштаблы эш башларға тәҡдим итте. Республика етәкселеге Мәскәү ғалимдарының был башланғысын хупланы һәм әлеге ваҡытта проектты тормошҡа ашырыу буйынса Башҡортостанда эштәр башланды ла: әүҙемселәр, телһөйәрҙәр телмәр өлгөләрен, әкиәттәрҙе, риүәйәттәрҙе, ҡобайыр­ҙарҙы, мөнәжәттәрҙе ебәрә, программа белгестәре уларҙы эшкәртә һәм киләсәктә электрон уҡытыу программаһы булдырыласаҡ. Ул саҡта ғәмәлдәге әҙәби нормаларҙы ғына өйрәнеү түгел, ә нәҫелең, яҡындарың, ырыуҙаштарың һөйләшкән телде өйрәнеү мөмкинлеге лә барлыҡҡа киләсәк.

Һис шикһеҙ, был эште урындағы халыҡтың һәм тел уҡытыусыларының ярҙамынан башҡа атҡарып булмаясаҡ. Был тәңгәлдә эшләгән, телде һанлаштырыу, уҡытыу программаларын төҙөгән ғалимдарға ла яҡлау кәрәк, сөнки һүҙ, ғөмүмән, туған телдәрҙе һаҡлау һәм яҡлау, үҫтереү хаҡында бара, шул иҫәптән башҡорт телен һәм уның диалекттарын да.

Өҫтәмә белем биргәндә, телде һәм тарихты өйрәнгәндә заман платформаларындағы мәғлүмәттәрҙе ҡулланыу ҙа мөһим. Һүҙ “Башархив”, “Башҡорт ырыуҙары карта”һы кеүек интернет-ресурстар хаҡында бара. Был өйҙән сыҡмайынса үҙеңдең нәҫелеңдең тарихын, шәжәрәңде белергә ярҙам итә, башҡорт халҡының ҡайҙа төпләнгәнен аныҡ күрһәтә.

“Без – башҡортлар”, “Башҡортостан мишәрҙәре”, “Башҡортостандың тыуған яҡты өйрәнеүселәре” методик ҡулланмалары, төньяҡ-көнбайыш башҡорттары буйынса белешмәләр ҙә – һәр туған тел уҡытыусыһына һәм тарихы, тамырҙары менән ҡыҙыҡһынған кешеләргә ҙур ярҙам.

Ғәмәлдә үҙенең тарихы менән ҡыҙыҡһынған һәр кеше, һәр бала мәғлүмәттә ориентир ала белергә, ҡыҙыҡһынырға, өйрәнергә тейеш. Туған телде, тарихи мираҫты һаҡлау һәм үҫтереү киләсәге өсөн борсолған һәр милләт вәкиленең бурысы ғына түгел, ә тотош ҡәүем алдындағы уртаҡ мәсьәлә ул.

Ошо йәһәттән уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә Тәтешле районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе, Гәрәй ырыуы башҡорто Әҙеһәм Фәрүәзетдинов түбәндәге фекерен белдерҙе:

– Мин Тәтешле районының Иҫке Аҡбулат ауылында тыуып үҫтем, Гәрәй ырыуы башҡортомон. Ғүмер буйы мәғариф өлкәһендә эшләнем. Беҙҙең Тәтешле районы халҡы төньяҡ-көнбайыш башҡорттары төркөмөнә ҡарай. Һуңғы йылдарҙа тарихыбыҙға, диалектыбыҙға иғтибар бермә-бер артты, быны беҙ бик шатланып ҡабул иттек. Был өлкәлә алып барылған сараларҙа ла теләп ҡатнашабыҙ.

Райондың Гәрәй ырыуы башҡорт­тары берләшмәһенә лә етәкселек итәм. Күптән түгел Ҡалтасы районында ҙур йыйын уҙғарылды. Ғөмүмән, ошондай саралар күп милләттәштәребеҙгә уларҙың төньяҡ-көнбайыш башҡорт­тары төркөмөнә ҡарауын, урындағы диалектта һөйләшеүен аңлата, кеше­ләр тарихи ысынбарлыҡты асыҡлап, нәҫер ептәре менән ҡыҙыҡһына башлай. Халыҡ араһында ҡыҙыҡһыныу бар, улар һөйләшебеҙҙең башҡорт теленең бер диалекты икәнлеген асыҡ аңлай. Өфөнән килгән күренекле ғалимдарҙың да аңлатыу эштәре алып барыуы, шәжәрәләребеҙҙе төҙөргә ярҙам итеүе – ыңғай күренеш. Кешеләрҙә милләтенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу барлыҡҡа килде – был бик шәп. Мәктәптәрҙә башҡорт теленә өҫтәмә рәүештә урындағы диалект буйынса махсус әсбаптарҙан дәрестәр алып барыла. Былтыр бишенсе класс өсөн булһа, быйыл алтынсылар ҙа ошондай әсбаптар менән ҡуллана аласаҡ. Әйтергә кәрәк, балаларға был дәрестәр бик оҡшай, улар теләп уҡый, сөнки үҙҙәре аралашҡан әсә телен өйрәнәләр.

Мин үҙем дә шатланам, сөнки телебеҙҙең, һөйләшебеҙҙең баһаһы бермә-бер күтәрелде. Мәктәптәрҙә балалар шәжәрәләр төҙөй, был да күптәргә кем һәм ҡайҙан, ниндәй нәҫелдән икәнлеген аңларға ярҙам итте. Мәҫәлән, беҙҙең район билә­мәһендә Иван Грозный заманында ситтән күсеп килгән халыҡ та бар, әммә беҙ тарихи дөрөҫлөктө билдәләнек: ата-бабаларыбыҙ был ерҙәрҙе күпкә алдараҡ үҙләштергән, улар аҫаба ерҙәрендә йәшәгән ерле башҡорт ырыуҙары вәкилдәре булған. Данлыҡлы Иҫән хан, “беҙ – урман башҡорттары” тигән Ғәли Соҡоройобоҙ – ғорур­лығыбыҙ, – тине Әҙеһәм Фәрүәзетдинов.

 

Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.

Читайте нас