

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәғариф һәм фән министрлығына хәүеф төркөмөндә торған уҡыусыларҙы ваҡытлыса дистанцион режимға күсереү мөмкинлеген уйларға ҡушты. Һүҙ бында коронавирус инфекцияһын ҡатмарлаштырыуға килтергән хроник сирҙәре булғандарға ҡағыла. Был сараны уҡыу йылының тәүге ике аҙнаһында ата-әсәләрҙең теләге менән ҡулланырға мөмкин.
– Республикалағы санитар-эидемиологик хәл 1 сентябрҙә ярты миллионға яҡын баланың мәктәптәргә барасағын әйтергә ышаныс тыуҙыра. Беренсе класҡа 58 меңгә яҡын малайҙар һәм ҡыҙҙар барасаҡ, - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров быйылғы август кәңәшмәһендә. – Беҙҙең әлегә уҡыу процесын дистанцион форматҡа күсереү өсөн бер ниндәй нигеҙебеҙ юҡ. Әммә, әлбиттә, коронавирус менән хәлде иҫәпкә алып, бөтә нимәгә лә әҙер булырға кәрәк.
Яңы уҡыу йылын мәктәптә башлауҙы илдең балалар омбудсмены Анна Кузнецова ла хупланы.
– Ғәҙәти уҡыу рәүешен алмаштырыу мөмкин түгел, сөнки ул белем биреүҙе генә түгел, тәрбиә биреүҙе лә күҙ уңында тота. Ул онлайн-режимда бара алмай. ”Дистант” шулай уҡ балаларҙың сәләмәтлегенә кире йоғонто яһай, – ти белдерҙе ул.
1 сентябрҙә тантаналы линейкалар республиканың бөтә мәктәптәрендә лә асыҡ һауала үтәсәк. Тәүге ҡыңғырауҙар төрлө ваҡытта һәр рәт өсөн айырым, социаль ара һаҡланған хәлдә яңғырарға тейеш. Тантаналы сарала 200-ҙән дә артыҡ кеше булырға тейеш түгел. Ата-әсәләр битлек кейгәндә һәм социаль араны һаҡлағанда сарала ҡатнаша аласаҡ.
Битлек режимы мәктәптә йыл әйләнәһенә һаҡланасаҡ. Педагогтарға вакцина яһау ирекле, республика уҡытыусыларының 70 проценты прививка эшләткән. Уҡыу йорттарында сәләмәтлекте һаҡлау буйынса бөтә саралар күреләсәк. Мәктәптәрҙәге санитар хәлде 1 сентябрҙән медицина инспекторҙары күҙәтәсәк.
Фото:covid19-global.ru