

Өфөлә Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең төҙөлөүенә ҡарата барыһы ла үҙҙәренең ыңғай фекерҙәрен белдерҙе. Мәҫәлән, Башҡорт дәүләт университетының социология һәм йәштәр менән эшләү кафедраһы доценты Гүзәлиә Әсәҙуллина өсөн ул күптәнге хыял.
– Бөгөн республикабыҙҙың юғары уҡыу йорттары төрлө рейтингтарҙа, фән булһынмы, уҡытыу буйынса тиһеңме, тотороҡло урынды биләй, – тип һөйләй доцент Гүзәлиә Әсәҙуллина. – Башҡортостан бихисап ғалимдары менән ғорурлана. Шуға ҡарамаҫтан, йәштәрҙең белем эстәү ниәте менән күпләп ситкә ағылыуы борсолоу уятты. Сәбәбе – студенттар өсөн заманса йәшәү һәм уңайлы уҡыу биналарының булмауы. Хәҙерге студентҡа уҡыу урынының статусы, педагогтарҙың тәжрибәһенән башҡа заманса йыһазландырылған инфраструктура ла кәрәк.
Гүзәлиә Әсәҙуллина әйтеүенсә, студенттарға бынамын тигән кампус булдырылыуы – республикабыҙ өсөн бик яҡшы күренеш. Заманса йыһазландырылған китапханалар, уҡыу һәм ял урындары республика йәштәрен үҙебеҙҙә ҡалдырыуға һәм сит төбәктәрҙән студенттар йәлеп итеүгә ныҡлы булышлыҡ итәсәк.
Фото: ufa.dixinews.ru