

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Мишкә районына эш сәфәре барышында урындағы агросәнәғәт колледжында булды, ундағы матди-техник база һәм ауыл хужалығының төрлө тармаҡтары өсөн белгестәр әҙерләү шарттары менән танышты.
Уҡыу йортонда, Мишкә районынан тыш, Борай, Бөрө, Балтас, Ҡариҙел, Асҡын райондарынан 300-ҙән ашыу студент белем ала. Улар водитель-механик, тракторсы-машинист, умартасы, ашнаҡсы, бухгалтер-иҡтисадсы һөнәрҙәренә уҡый.
Колледж директоры Валерий Байбулатов һөйләүенсә, бында һөнәр нескәлектәрен үҙләштереү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған, дөйөм белем биреү предметтары һәм айырым йүнәлештәр буйынса махсус йыһазландырылған кабинеттар бар. Уҡыу йорто ҡарамағында автодром, трактодром, умарталыҡ, сәсеүлек ерҙәре лә бар. Башҡа райондарҙан йөрөп уҡыусыларға дөйөм ятаҡ тәҡдим ителә.
– Бигерәк тә умартасыға күп уҡыйҙар. Вадим Мортазин исемле егет бик яҡшы өлгәшә, тап ул тиҙҙән йәш һөнәрселәрҙең "WorldSkills Russia" милли чемпионатында ҡатнашасаҡ, – тип өҫтәне директор.
Радий Хәбиров уҡыу кластарын ҡараны, оҫтаханаларҙа, дөйөм ятаҡта булды, аҙаҡ Башҡортостан Хөкүмәтенә дөйөм ятаҡ бүлмәләренә ремонт яһау, йыһаздарҙы яңыртыу, колледждың матди-техник базаһын нығытыу өсөн аҡса бүлергә ҡушты.
"WorldSkills Russia" чемпионатынан һуң республика Башлығының күрһәтмәһе буйынса колледжға конкурсанттар өсөн тәғәйенләнгән заманса станоктарҙың бер өлөшөн килтерәсәктәр.
– Урындағы йәштәр өсөн был колледж – өйҙән алыҫ китмәйенсә генә һөнәри белем алыу мөмкинлеге, шуға уға мөмкин булғанса ярҙам итергә тырышабыҙ, – тине Радий Хәбиров.
Фото: glavarb.ru