

Август айы еттеме, ата-әсәләрҙең башы ҡата башлай: баланы мәктәпкә әҙерләргә кәрәк. Ҡайҙан, ҡасан, нимә алырға, ҡайһыһы яҡшыраҡ та ҡайһыһы арзаныраҡ, ә иң мөһиме, быларҙың барыһы өсөн дә күпме аҡса әҙерләргә? Айырыуса балалары беренсе класҡа барған тәжрибәһеҙ ата-әсә хафалана.
Йыл һайын “Башстат” был йәһәттән яңы иҫәпләүҙәр әҙерләй. Быйылға һандар шундай: малайҙар өсөн – 19366 һум, ҡыҙҙарға 23947 һум аҡса кәрәк буласаҡ. Тик был иҫәпләүҙәрҙең уртаса булыуы аңлашыла. Һәр кем үҙенең кеҫәһенә ҡарап эш итә. Берәүҙәр арзаныраҡҡа таба алһа, икенселәр “минең баламда иң яҡшыһы булырға тейеш” тигән принцип менән иң ҡиммәтлеһен, иң яҡшыһын алырға тырыша.
Шуныһын билдәләргә кәрәк: быйыл финанс яҡтан уҡыу йылына әҙерлек күпкә еңелерәккә төшә. Ни өсөн тигәндә, ил Президенты Владимир Путин ғаиләләргә мәктәпкә әҙерлектә ярҙам йөҙөнән 6 йәштән 18 йәшкә тиклемге һәр бала өсөн ғаиләгә 10-ар мең һум аҡса бирергә ҡушты. Тәүҙә ул август урталарында күсер тиҙәр ине, аҙаҡ айҙың башында уҡ бирергә булдылар, һәм ғаиләләр иркенләп уҡыу йылына әҙерләнә лә башланы. Был аҡса, бар ихтыяжды ҡапламаһа ла, күҙгә күренерлек ярҙам.
Үҙәк баҙарҙа хаҡтар нисек?
Ә шулай ҙа баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә икән? Быны үҙ күҙебеҙ менән күреп белер өсөн баш ҡаланың Үҙәк баҙарына йүнәлдек. Бында өсөнсө ҡатта ҙур булмаған мәктәп йәрминкәһе ойошторолған. Әйткәндәй, ошоноң ише йәрминкәләр һәр ҙур сауҙа үҙәгендә тиерлек бар.
Өфөләге Үҙәк баҙарға төш ваҡыты үткәс барғайныҡ. Халыҡ, мыжғып тормаһа ла, байтаҡ ине. Башлыса – балалары менән әсәләр һәм өлкән класс уҡыусылары. Был майҙанда мәктәп формаһы, кейем-һалым һәм рюкзактар һатыла. Фирмаһына килгәндә, Рәсәйҙеке лә бар, Ҡытай фабрикаһыныҡы ла. Шулай уҡ Беларусь кейемдәренә ихтыяж ҙур.
Майҙансыҡ гөрләй: һатып алыусылар кейем һайлай, һатыусылар йүгерешеп йөрөп кәрәкле размерҙар эҙләй, балалар күндәм генә һәр биргән әйберҙе кейеп ҡарай.
– Быйыл Лиза өсөнсө класҡа бара. Беренсе йылы бик күп аҡса түккәйнек, быйыл еңелерәк. Әле алъяпҡысы бәләкәсәйгән һәм күлдәген генә алмаштырырға кәрәк. Ә юбка-блузкалар, спорт кейемдәре былтырғылары ярай һәм яҡшы торошта. Тағы аяҡ кейеме алырға тура килә, уныһын йыл һайын алмаштырабыҙ, – ти ҡыҙҙың әсәһе Настя. – Путин биргән аҡса бик шәп булды, быйыл мәктәпкә әҙерлек өсөн үҙ кеҫәбеҙҙән сығармаҫбыҙ, ахырыһы, ун мең һум артығы менән етә.
Һатыусыларға мөрәжәғәт итеп, уртаса хаҡтарҙы белешәбеҙ. Бында инде барыһы ла етештереүсенән тора. Мәҫәлән, ҡыҙҙар өсөн күлдәктәр 1800 һумдан башлана һәм 3500-гә тиклем етә. Блузкалар – 600-ҙән, алъяпҡыстар – 600-ҙән 1200 һумға тиклем, юбкалар 900 һумдан 1800 һумғаса. Малайҙар өсөн костюмдар 2500 һумдан башлана һәм, етештереүсеһенә, размерына ҡарап, 5500 һумға тиклем барып етә. Күлдәктәр – 650-850 һум. Аяк кейемдәре мең һумдан башлана.
Ошо уҡ йәрминкәләге бер урында рюкзактар һатыла. Һатыусы ҡыҙ Диана әйтеүенсә, улар ҙа ҡиммәт түгел, 1490 һумдан 1990 һумғаса. Әммә әлеге ваҡытта модала булған ортопедик арҡалы рюкзактар юҡ. Уларының хаҡы 5 мең һумдан башлана. Эйе, ҡиммәт, әммә, тәжрибәле ата-әсәләр белдереүенсә, улар оҙаҡҡа етә, икенсенән, баланың арҡаһы өсөн бик уңайлы һәм зыянһыҙ.
– Беҙҙекеләр Рәсәйҙә етештерелгән. Ортопедик ҡиммәтле рюкзактар иһә башлыса Ҡытайҙа эшләнә. Күпмегә етере баланың үҙенән тора инде, матур тотонһа, бер нисә йылға етә, һаҡһыҙ ҡыланһа, ҡиммәтлеһе лә бер нисә айҙа туҙыуы ихтимал, – ти Диана.
Йәрминкә гөрләгән урындан алыҫ түгел магазиндарҙа канцелярия тауарҙары һатыла. Улар – фирма магазиндары, шуға хаҡтары юғарыраҡ. Бында рюкзактарҙың хаҡы 1500 һумдан башлана һәм 6000 һумға тиклем барып етә.
– Ике балам уҡый. Ҡыҙым мәктәпкә барған йылда уға ҡиммәтле ортопедик арҡалы рюкзак алғайныҡ, 5 мең һум ине хаҡы. Быйыл өсөнсө йыл йөрөтәсәк, өр-яңы кеүек. Шуға мин сифатлы әйберҙәр алыу яҡлымын. Әле малайға ла шундайҙы эҙләйбеҙ, хаҡтар бер аҙ күтәрелгән, әммә был ҡурҡыныс түгел, мин уны дүрт-биш йылға иҫәп тотоп алам, – ти Зарема исемле ҡатын.
Өфө ҡалаһында йәшәгән Александраның ҡыҙы Полина быйыл беренсе класҡа бара. Уларҙы канцтауарҙар магазинында осраттыҡ.
– Президенттың ун мең һумын тотоноп бөттөк инде, – тип көлә әсәһе. – Форма, кейем-һалым алдыҡ. Тик ҡыҙҙарға әйбер күп кәрәк бит. Майка, колготки, алмаш юбка-блузкалар, спорт кейемдәре. Шуларҙың хаҡы ун меңдән ашты. Әле аяҡ кейеме алынмаған. Дәфтәр, ручкалар ҙа ҙур ғына хаҡҡа барып баҫыр кеүек. Өлкән ҡыҙым туғыҙынсыға бара. Уныһына әйберҙәр тағы ла ҡиммәтерәккә төшә, балалар үҫкән һайын талаптары ла арта. Тик барыбер ошо мәлде яратам мин. Балаларҙы мәктәпкә әҙерләү – тормоштарының яңы этабына әҙерләү бит. Матур итеп уҡыһындар һәм һау булһындар, тип теләйем.
Был магазин һатыусыларынан “уҡыу йылы башланыр алдынан хаҡтар арттымы?” тип һорайбыҙ.
– Ә ҡасан хаҡтарҙың артмай торғаны бар? Миҙгел башланыр алдынан нығыраҡ күтәрелеүе – тәбиғи хәл. Тик кешеләр барыбер күпләп килә, мәктәпкә әҙерләнергә кәрәк, – тине һатыусы ҡыҙ.
Был магазиндан сыҡҡанды күреп ҡалған икенсе бер әсә, яныбыҙға килеп, “сер” уртаҡлашты. Һәм был турала гәзит уҡыусыларға ла өйрәтеүҙе үтенде.
– Минең быйыл дүртенсе балам уҡырға бара. Ошо йылдар эсендә бик тәжрибәле әсәйгә әйләндем. Август айында хаҡтар мәктәп әйберҙәренә ныҡ арта. Шуға күрә мин йә йыл дауамында яйлап ҡына алам, йә сентябрь тулып бер-ике аҙна үткәс. Был саҡта хаҡтар ныҡлы төшә. Уҡыуҙарын башларға етерлек кенә дәфтәр-ручка алып торам да, аҙаҡ барып, арзаныраҡ хаҡҡа барыһын да туплайбыҙ, – тине Рүзилә исемле ханым.
Хәҙер интернетта һатыу итеү бик популярға әйләнде. Күп кенә ата-әсә маркетплейстар аша арзан хаҡҡа әйберҙәр ала. Бында кәнсә тауарҙары ғына түгел, барлыҡ кейем һәм хатта техника ла бар. Тик интернет-заказ аша тауарҙың айға яҡын килеүен иҫәпкә алып, алдараҡ заказ яһау кәрәк икәнлеген онотмағыҙ.
Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА,
журналист:
– Балаларға беренсе класҡа кейем һатып алыу мәсьәләһе миңә яҡшы таныш – быйыл өсөнсө балабыҙ беренсе класҡа бара. Хаҡтарҙы яҡынса күҙаллайым, шуға улар миндә аптырау тыуҙырмай. Ғөмүмән, был ғәмәлде ҡабаланмай һәм тыныс ғына башҡарҙыҡ, ҡыҙыбыҙға барлыҡ кәрәк-яраҡтарҙы бер көндә тупланыҡ.
Хаҡтарға килгәндә, улар төрлө. Баш ҡаланың барлыҡ сауҙа үҙәктәре, магазиндары яңы уҡыу йылына әҙерләнгән, тәҡдим иткән тауарҙарҙың ассортименты ярайһы уҡ киң һәм төрлө хаҡтағы әйберҙәрҙе табып була. Беҙгә мәктәптән сарафанды аныҡ билдәләнгән фирманыҡын алырға ҡуштылар, ул 1600 һумға төштө. Аҡ блузкаларҙың хаҡы 600-ҙән алып 2500 һумға тиклем, тегелгән туҡыманың сифатына, күркәмлегенә бәйле. Үҙемә ҡалһа, ныҡ арзанды, синтетиканан булғанын алырға ярамай, тәбиғи туҡыманан уңайлы итеп тегелгәнде һайлау зарур. Фабрикала барлыҡ стандарттарға ярашлы итеп етештерелгән тауарҙарға өҫтөнлөк биреү отошлораҡ. Аяҡ кейеме 800 – 3000 һум, һүҙ мәктәптә кейәһе туфли хаҡында бара. Бында ла тәбиғи материалдарҙан, дәүләт стандарттары буйынса эшләнгәне ҡиммәтерәк, әлбиттә. Әммә аяҡ кейеме өсөн аҡса йәлләргә ярамай: бәләкәстәр көноҙоно бихисап ваҡытты ошо аяҡ кейемендә үткәрәсәк, шуға ул тәү сиратта сифатлы, уңайлы булырға тейеш.
Ҡыҙҙарға таҫма, аҡ колготки, эске кейем кеүек бихисап ваҡ-төйәктең хаҡы ла 200 һумдан башлана һәм 1000 һумға барып етә. Нисек кенә булмаһын, магазиндарҙа тауар ассортименты киң, һәр кем хәленә һәм үҙ талаптарына ярашлы һайлап ала.
Дамир ИБРАҠОВ,
завод эшсеһе:
– Әйберҙәрҙе ҡатыным ала, мин – аҡса биреүсе генә (көлә). Быйыл өсөнсө балабыҙ уҡырға бара. Һәр бала мәктәпкә барған һайын, хаҡтарҙың ни саҡлы артҡанын билдәләйбеҙ. Тик ни эшләйһең инде, кәрәгенең бөтәһен дә алабыҙ. Балалар иптәштәре алдында үҙҙәрен кәм-хур тоймаһын тип, яҡшыны алабыҙ. Балалар тип эшләйбеҙ бит инде, шуға әллә ни ауырһынмайым. Быйыл Президент та ярҙам итте, өс балабыҙға 30 мең һум алдыҡ. Тойолорлоҡ ҡына ярҙам булды, рәхмәтлебеҙ.
Резида ФӘХРЕТДИНОВА,
бухгалтер:
– Беренсе класҡа йыйыныуы ауыр, тигән булалар. Һеҙ бына 9-сы йә 10-сы класҡа барған балағыҙға ярап ҡарағыҙ. Быныһы оҡшамай, тегенеһе модалы түгел, быныһы бигерәк ябай тип йөҙ сөйөрәләр. Брендлы әйберҙәр алдырғылары килә. Кейем-һалым, канцтауарҙар өҫтөнә ҡиммәтле телефон, компьютер, принтер ҙа кәрәк бит әле уларға. Шуға балалар уҡып бөткәнсе тынысланыу юҡ.
- Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.