

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко илебеҙ территорияһында буласаҡ кампус селтәрҙәре тураһында сығыш яһаны.
Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырыла. Вице-премьерҙың телмәренән ҙур яңылыҡ ишеттек: Өфөлә донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы төҙөлөшөн Рәсәй Хөкүмәте хуплаған. Тимәк, Мәскәү, Екатеринбург, Калининград, Түбәнге Новгород, Силәбе, Томск, Новосибирск кеүек эре ҡалалар араһында Өфө лә буласаҡ, Башҡортостандың баш ҡалаһында студенттар ҡаласығы төҙәләсәк. Ғилми-белем үҙәгенең тап Фән һәм технологиялар йылында һалына башлауы айырыуса һөйөнөслө.
Әйткәндәй, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә ошо хаҡта тәьҫораттары менән уртаҡлашҡан.
– Рәсәй Хөкүмәтенең бөгөнгө ҡарары – Башҡортостан мәктәптәренең һәм фәндең һуңғы ун йылдағы иң мөһим ҡаҙаныштарына баһа, – тип башлаған яҙмаһын Радий Фәрит улы. – Был – беҙҙең төбәк Хөкүмәтенең, юғары уҡыу йорттарының оҙайлы йылдар алып барған эше һөҙөмтәһенең ысынбарлығына әйләнәсәк. Башҡортостандың үҙенең донъя кимәлендәге студенттар кампусы буласаҡ.
Республика етәксеһенең һүҙҙәренә ҡарағанда, тиҫтәнән ашыу миллиард һум аҡса тураһында һүҙ бара. Ул студенттарҙың дөйөм ятаҡтары өсөн генә тотонолмаясаҡ, ғилми лабораториялар, уҡытыусылар һәм студенттар өсөн спорт, мәҙәниәт учреждениелары булдырыуға ла йүнәлтеләсәк. Биналарҙың барыһы ла баш ҡалабыҙҙың үҙәгендә урынлашасаҡ.
– Ҙур ярҙам күрһәткәне өсөн илебеҙ Президентына оло рәхмәт. Айырым рәхмәт һүҙҙәрен Ғилми-белем үҙәгенең идара компанияһына, уның етәксеһе Александр Сидякинға, беҙгә ышанған юғары уҡыу йорттары ректорҙарына еткерге килә, – тигән Радий Хәбиров. – Хәҙер инде бергәләшеп алға табан барасаҡбыҙ. Республикабыҙҙың мәғариф һәм фән үҫешендә был һуңғы уңышыбыҙ булмаҫ, тигән ышаныста ҡалам.
Күптән түгел кампус төҙөлөшө уңайынан Башҡортостан юлдаш телеканалында тура эфир ойошторолдо. Һөйләшеүҙә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин был турала йөкмәткеле итеп һөйләне. Сарала шулай уҡ Башҡортостан Башлығының фән мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Руслан Ҡазыханов ҡатнашты, республикабыҙҙағы юғары уҡыу йорттары ректорҙарының да тос фекерҙәре яңғыраны.
Вуз-ара кампусты башта Өфөнөң Дим биҫтәһендә төҙөргә уйлағайнылар, аҙаҡтан баш ҡаланың үҙәге иң уңайлыһы тип тапҡандар. Шулай итеп, донъя әһәмиәтендәге кампус Башҡорт дәүләт университеты тирәһендә буласаҡ.
– IQ-парк яңы йылға тапшырыласаҡ, – тине брифингта Александр Сидякин. – Зәки Вәлиди урамындағы элек файҙаланылмаған майҙанда хәҙер төҙөлөш ҡайнай. Кампустың икенсе этабы әле проектлана, ул 2024 йылда Өфөнөң 450 йыллығына төҙөлөп бөтәсәк. Вуз-ара кампустың өсөнсө этабы иһә баш ҡалабыҙҙың көньяҡ битләүендә төҙөләсәк.
Александр Геннадьевич донъя кимәлендәге кампуста студенттарҙың белем эстәү менән бер рәттән фән менән дә шөғөлләнәсәген, бынан тыш, спорт һөйөүселәрҙең унда үҙҙәренә шөғөл табасағын бәйән итте.
Хәйер, кампусты студенттар ҡаласығы тип кенә ҡарарға ярамай. Унда донъя кимәлендә танылыу яулаған ғалимдар ҡатнашлығында төрлө симпозиумдар уҙасаҡ. Автомобилдәр өсөн туҡталҡа, бассейн, заманса дөйөм ятаҡтар, спорт залы, технопарк, конференц-холл, уҡыу һәм лаборатория блоктары һәм башҡа ҡоролмалар буласаҡ.
Әйткәндәй, Александр Сидякин, Башҡорт дәүләт университеты менән Өфө дәүләт авиация техник университетының ҡушылыуы Өфө фән һәм технологиялар университетын хасил итә, тине.
Шул иғтибарҙы йәлеп итә: төҙөлөшкә федераль бюджеттан ғына түгел, республикабыҙ бюджетынан да аҡса бүлеү ҡаралған. – Беҙҙең иҫәпләүҙәр буйынса, дөйөм алғанда, кампусты төҙөү 18 миллиард һумға төшә, – тине Александр Сидякин. – Һүҙ ҙә юҡ, федераль бюджеттан бик ҙур ярҙам бүленәсәк, ул дөйөм хаҡтың кәмендә 60 процентын тәшкил итә. Башҡортостан бюджетынан – 20 процент, бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан 20 процент аҡса йүнәлтеү ҡаралған.
– Студенттар кампусының икенсе этабы төҙөлгән ваҡытта Туҡай урамы йәйәүлеләр урамына әйләнәсәк, – тип дауам итте һүҙен Александр Геннадьевич. – Беҙ Өфө халҡы өсөн бер ниндәй ҙә ҡатмарлыҡтар тыуҙырырға тейеш түгел. Яр буйынан Зәки Вәлиди урамына хәтлем, тимәк, студенттарҙың кампусы биләмәһендә канатлы юл төҙөү күҙ уңында тотола. Киләсәктә иһә бындай канатлы юлдар бер нисәү буласаҡ.
Республикабыҙ юғары уҡыу йорттарының ректорҙары донъяуи кампусты бер тауыштан хуплауын белдерҙе. Бынан тыш, уларҙан белем усаҡтарында күпме студенттың уҡыуын ишетеү ҡыҙыҡлы ине. Мәҫәлән, Өфө дәүләт нефть техник университетында 21 меңдән ашыу студент иҫәпләнә, ә Башҡорт дәүләт университетында 15 мең тирәһе ҡыҙ һәм егет белем ала икән. Өфө дәүләт авиация техник университетында – 13 меңдән ашыу, ә Башҡортостан дәүләт медицина университетында 11 меңгә яҡын студент бар. Ғөмүмән, Өфө ҡалаһында бөтәһе – 70 меңдән ашыу студент, йәғни баш ҡалабыҙ халҡының ун процентын тиерлек студенттар тәшкил итә.
Өфөлә донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем үҙәгенең вуз-ара кампусы төҙөлөүенә ҡарата Башҡортостандан Рәсәйҙең Федерация Советы сенаторы Лилиә Ғүмәрова ла үҙ фекерен белдергән.
– Өфөлә донъя кимәлендәге вуз-ара студенттар кампусы булдырылыуы тағы бер ҙур еңеүебеҙ тураһында һөйләй, – тип һөйөнөсө менән бүлешкән Лилиә Салауат ҡыҙы. – Ысынлап та, был – Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге команданың ҡаҙанышы. Шәхсән мин әлеге ваҡиғаны республикабыҙҙа ғилми-белем комплексын нығытыу тәңгәлендә эре аҙымға тиңләйем. Беҙ донъя кимәлендәге кампус булһын өсөн шул хәтлем ауыр юл үттек. Эйе, маҡсатыбыҙға ирештек, тәүҙән үк Өфөлә буласаҡ Евразия университеты ҙур иғтибарға лайыҡ икәнен күрһәтте.
Лилиә Ғүмәрова белдереүенсә, киләһе аҙым – кампус төҙөлөшөндә ҡатнашыуҙағы көрәш. Ул ябай ғына биналар, стеналар, инфраструктура түгел, ә студенттар менән ғалимдарҙы үҙенә тартып торған тотош философия, киңлек. Республика командаһының йәнә пландары бар – “Өҫтөнлөк-2030” конкурсында ҡатнашыу.
Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина фекеренсә, донъя кимәлендәге объект төҙөлөшө – Башҡортостанда фән һәм мәғариф үҫеше күрһәткесе.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов вуз-ара кампус төҙөлөүенә бәйле фекерен түбәндәгесә белдерҙе:
– Башҡортостаныбыҙҙың битараф булмаған граждандарын Өфөлә заманса вуз-ара кампус төҙөүгә конкурста еңеү яулау менән ихлас ҡотлайым! Әлбиттә, иң беренсе сиратта еңеү менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировты һәм уның Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякинды тәбрикәйем! Заманса кампустар – уңайлы шарттар тыуҙырылған ятаҡтар ғына түгел, ә тотош инфраструктура: фәнни лабораториялар, мәҙәниәт һәм спорт учреждениелары, ял һәм шөғөлдәр өсөн йәмәғәт урындары.
Азат Шамил улы әйтеүенсә, тос проектты тормошҡа ашырып, Өфө федераль округта ғына түгел, ә тотош ил төбәктәре араһында лидерҙар рәтенә сыға. “Әлеге конкурстағы еңеү Радий Фәрит улының лоббист булараҡ мөмкинлектәрен, уға федераль кимәлдә ышаныстың ни тиклем ҙур икәнлеген дәлилләне. Радий Фәрит улы төбәктең үҫешенә дәүләт финанстарын йәлеп итеп йөрөүсе “папкалы башҡорт” өлгөһөн үҙе күрһәтә”, – тине Азат Бадранов.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова әйтеүенсә, Өфөләге юғары уҡыу йорттарын тоташтырған кампус республикалағы ғилми фекерҙең үҫешенә алып килә, сит төбәктәрҙең һәм илдәрҙең иғтибарын да йәлеп итә.
– Кампус “Ни өсөн абитуриенттар республикала ҡалырға тейеш?” тигән һорауға яуаптарҙың береһе булып тора, – ти Эльвира Ринат ҡыҙы. – Студент өсөн юғары уҡыу йортонда, статусынан тыш, уҡытыусыларҙың тәжрибәһе лә, инфраструктура ла бик мөһим.
Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль ғилми үҙәге рәйесе Вадим Захаров билдәләүенсә, Өфөлә төҙөләсәк донъя кимәлендәге вуз-ара кампус республикабыҙ фәненең донъя киңлегенә тәрәнерәк үтеп инеүенә ни тиклем ҙур ярҙам күрһәтелеүе тураһында һөйләй.
- Илдар АҠЪЮЛОВ.