Белем һәм тәрбиә
20 Август 2021, 17:00

Күп ғәмәлдәр тел уҡытыусыларынан тора

Бөгөн Борай районында педагогтарҙың август кәңәшмәһе үтте. Уның эшендә Башҡортостан Фәндәр академияһы Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Социаль-мәҙәни тикшеренеүҙәр үҙәге етәксеһе Юлдаш Йосопов ҡатнашты һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән сығыш яһаны.

Күп ғәмәлдәр тел уҡытыусыларынан тораКүп ғәмәлдәр тел уҡытыусыларынан тора
Күп ғәмәлдәр тел уҡытыусыларынан тора

Бөгөн Борай районында педагогтарҙың август кәңәшмәһе үтте. Район хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Илдус Мостафин үҙ сығышында түбәндәге үҙенсәлектәрҙе билдәләне.

1 сентябрҙә Борай районы мәктәптәренә 2224 уҡыусы барасаҡ, шуның 223-ө – беренсе класҡа. "Педагогтарҙың бурысы – мәктәп тормошо сағыу, ҡыҙыҡлы булһын, балалар хәүефһеҙ, уңайлы шарттарҙа уҡыһын, сифатлы белем алһын", – тип билдәләне етәксе.

Сифатлы белем алыу мөмкинлеге тигеҙлеген тәьмин итеү йәһәтенән 56 тораҡ пункттан балалар мәктәпкә йөрөтөлә, асыҡ маршруттарҙы 22 мәктәп автобусы хеҙмәтләндерә. Был мөмкинлекте 435 уҡыусы файҙалана. Борай районының барлыҡ мәғариф учреждениеларында ла юғары тиҙлекле Интернет бар.

Борай ауылындағы өс мәктәптә медицина кабинеты эшләй. Ҡалған мәктәптәрҙе урындағы ФАП-тар хеҙмәтләндерә. 2020 йылдың мартынан Борайҙағы 2-се гимназияла балаларҙы “Юғарыға ос!” мәғариф проектының “Сәләмәт йылмайыу” модулен тормошҡа ашырыу сиктәрендә асылған стоматология кабинеты ҡарай.

Быйыл мәғариф ойошмаларының эпидемиологик хәлгә бәйле йәйге лагерҙарҙы асыу проблемаһы менән осрашҡаны бер кемгә лә сер түгел. Борай районында 15 лагерь планлаштырылһа ла, мәктәп эргәһендә уларҙың һигеҙе генә асылған. Дөйөм алғанда, 340 бала – көндөҙгө лагерҙа, 30 бала хеҙмәт һәм ял лагерында ял иткән.

«Танып» лагерында 207 бала һаулығын нығытҡан, уларҙың 64-е – ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләрҙән. Борай балалары менән бергә Мишкә һәм Яңауылдыҡылар ҙа ял иткән. Йәй дауамында урындағы мәшғүллек хеҙмәте булышлығы менән 23 бала ваҡытлыса эшкә урынлаштырылған.

Борайҙағы август кәңәшмәһе эшендә шулай уҡ Башҡортостан Фәндәр академияһы Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Социаль-мәҙәни тикшеренеүҙәр үҙәге етәксеһе  Юлдаш Йосопов ҡатнашты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән сығыш яһаны һәм уҡытыусыларға яңы уҡыу йылында уңыштар теләне.

Сығышында ул һәр туған телде өйрәнеүҙең төп маҡсаты – ошо бөйөк мираҫты ғаиләлә һаҡлап ҡалыу, йәш быуынға тапшырыу, ҡәҙимге һөйләште онотмау, тип билдәләне.

Мәғариф киңлегендә ата-әсәләр һәм уҡыусылар өсөн туған телде өйрәнеү йәһәтенән дөрөҫ ҡарар ҡабул итеү мәсьәләһе лә көнүҙәк булып ҡала. Был бигерәк тә башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектына ҡағылғанда айырым иғтибар талап итә. Һис шикһеҙ, туған телде өйрәнеүҙе һайлау фәҡәт ирекле нигеҙҙә башҡарыла. Бында күп нәмә ата-әсәләр менән дөрөҫ эшләй белеүҙән, кешеләрҙең мәғлүмәтлелегенән тора.

“Башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау йәһәтенән “Без башҡортлар” хәрәкәте менән бергә башҡарылған эштәр маҡтауға лайыҡ. Шул иҫәптән башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектын Lingvodoc платформаһында һанлаштырыу йәһәтенән дә ҙур эштәр алып барыла. Проектты тормошҡа ашырыу буйынса Башҡортостанда эштәр бара ла: әүҙемселәр, телһөйәрҙәр телмәр өлгөләрен, әкиәттәрҙе, риүәйәттәрҙе, ҡобайырҙарҙы, мөнәжәттәрҙе ебәрә, программа белгестәре уларҙы эшкәртә һәм киләсәктә электрон уҡытыу программаһы булдырыласаҡ. Ул саҡта ғәмәлдәге әҙәби нормаларҙы ғына түгел, ә нәҫелең, яҡындарың, ырыуҙаштарың һөйләшкән телде өйрәнеү мөмкинлеге лә барлыҡҡа киләсәк.

Өҫтәмә белем биргәндә, телде һәм тарихты өйрәнгәндә заман платформаларындағы мәғлүмәттәрҙе ҡулланыу ҙа мөһим. Һүҙ – “Башархив”, “Башҡорт ырыуҙары карта”һы кеүек интернет-ресурстар хаҡында. Улар нәҫелеңдең тарихын, шәжәрәңде белергә ярҙам итә, башҡорт халҡының ҡайҙа төпләнгәнен аныҡ күрһәтә. Уҡытыусылар, ата-әсәләр балаларҙы ошо сығанаҡтар менән эшләргә өйрәтһен ине. “Без башкортлар”, “Башҡортостан мишәрҙәре”, “Башҡортостандың тыуған яҡты өйрәнеүселәре” методик ҡулланмалары, төньяҡ-көнбайыш башҡорттары буйынса белешмәләр ҙә – һәр туған тел уҡытыусыһына һәм тарихы, тамырҙары менән ҡыҙыҡһынған кешеләргә ҙур ярҙам. Һис шикһеҙ, был эште урындағы халыҡтың һәм тел уҡытыусыларының ярҙамынан башҡа атҡарып булмаясаҡ”, – тип билдәләй Юлдаш Йосопов.  

Ағымдағы йыл башынан белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, ата-әсәләр, власть органары вәкилдәре ҡатнашлығында башҡорт телен туған һәм дәүләт телдәре булараҡ өйрәнеү үҙенсәлектәре буйынса онлайн-конференциялар циклы уҙғарылған, унда республиканың барлыҡ райондары, Рәсәйҙең туғыҙ төбәге, Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалалары вәкилдәре лә ҡатнашҡан. Башҡорт телен уҡытыу буйынса төбәктәрҙә булдырылған ата-әсәләр комитеттары формалашҡан, "Туған телдең көсө" исемле махсус фильм төшөрөлгән. Ул да туған тел ҡеүәтен, әһәмиәтен билдәләй, уны уҡытыу процесында ҡулланыу мөһимлеген төшөндөрә. Унан тыш, башҡорт телендә белем биреү процесын ойоштороуҙа проблемаларҙы асыҡлау өсөн махсус социологик тикшеренеүҙәр ҙә үткәрелгән. Уларҙың һөҙөмтәләре методик ҡулланма итеп баҫтырыласаҡ.

"Быйыл Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә башҡорт халҡының үҙбилдәләнешен һаҡлау йәһәтенән башҡорт ырыуҙарының йыйындары ла даими үткәрелә килә. Сентябрҙә иһә Туймазы районында башҡорт ырыуҙарының дөйөм йыйынын ойоштороу күҙаллана. Быйыл шулай уҡ "Каруанһарай" тарихи-архитектура комплексына нигеҙ һалыуға 175 йыл тула. Ул, һис шикһеҙ, башҡорт милли хәрәкәте тарихының, халҡыбыҙҙың милли-дәүләт төҙөлөшөнөң символы булып тора. Барлыҡ саралар ҙа Башҡортостан Башлығы указдары менән нығытылған – шуныһы ҡыуаныслы. 1 сентябрҙән Башҡорт тарихы йылы сиктәрендәге саралар буйынса эшегеҙҙе әүҙемләштерһәгеҙ ине", – тип билдәләне Юлдаш Йосопов.

 

Фото: З. Ибатуллина.

 

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас