Белем һәм тәрбиә
23 Август 2021, 18:00

1800 конкурсанттың ҡатнашыуы көтөлә

Ул Рәсәйҙәге иң күләмле ярыштарҙың береһе.

1800 конкурсанттың ҡатнашыуы көтөлә1800 конкурсанттың ҡатнашыуы көтөлә
1800 конкурсанттың ҡатнашыуы көтөлә

Өфөлә ойоштороласаҡ Йәш һөнәрмәндәрҙең (WorldSkills Russia) IX милли беренселеге финалы башланыуға ике генә көн ҡалды. Ул Рәсәйҙәге иң күләмле ярыштарҙың береһе һанала. Унда юғары уҡыу йорттарының һәм урта профессиональ уҡыу йорттарының студенттары (16-25 йәшлектәр) һәм мәктәп уҡыусылары (16 йәшкә тиклемгеләр) ҡатнаша.

Өфөгә милли чемпионатта ҡатнашыусылар һәм эксперттар килеүен дауам итә. Бөтәһе 1800 конкурсанттың ҡатнашыуы көтөлә, шул иҫәптән, 600 үҫмер. Бынан тыш 2000 тирәһе эксперт киләсәк. Башҡортостандың йыйылма командаһында 498 кеше иҫәпләнә, шул иҫәптән, 280 конкурсант һәм 218 эксперт. Башҡортостандар 103 компетенцияла көс һынаша.

Башҡортостан милли чемпионатҡа тулыһынса әҙер. Ошо көндәрҙә әҙерлекте Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров тикшерҙе.

- Башҡортостан Йәш һөнәрмәндәрҙең милли беренселеге финалын үткәреүе менән сикһеҙ ғорурланыр тип уйлайым, – тине Андрей Назаров. – Бынамын тигән майҙансыҡтар урынлаштырҙыҡ, компетенциялар буйынса ла һынатмаясаҡбыҙ.

Өфөнөң Рубежная урамындағы “Йәш һөнәрмәндәр паркында” ярыштар 25-29 августа үтә.

 

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

#НацфиналУфа #Нацфинал2021 #WorldSkillsRussia  

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас