

Өфөлә ойоштороласаҡ Йәш һөнәрмәндәрҙең (WorldSkills Russia) IX милли беренселеге финалы ҡатнашыусыларын һәм ҡунаҡтарҙы аккредитациялау тәүлек әйләнәһенә ойошторола һәм унда бер ниндәй ҙә ҡатмарлыҡтар юҡ. 23 авгусҡа ҡарата, Өфөләге аккредитациялау, теркәү һәм униформа биреү нөктәһендә, 1991 аккредитация бейджы тапшырылған. Ысынлап та, чемпионатҡа ике көн ҡалғанда Башҡортостандың баш ҡалаһына әүҙем рәүештә конкурсанттар, уларҙың остаздары-компатриоттары, эксперттар һәм бүтән ҡатнашыусылар, шулай уҡ ҡунаҡтар һәм журналистар килә башланы.
- Беҙҙә өс нөктә эшләй, уларҙа чемпионатта ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы теркәйбеҙ, – тип һөйләй “Аккредитациялау һәм теркәү” эшмәкәрлегенең функциональ йүнәлеш биреү, шулай уҡ униформа менән тәьмин итеү үҙәге координаторы Эльвина Байбулатова. – Быларҙың барыһы ла уңайлыҡтар булдырыу, ваҡытты күп сарыф итмәү өсөн эшләнә. Аккредитациялау һәм теркәү нөктәләре Өфө аэропортында, Өфө тимер юл вокзалында һәм Йәш һөнәрмәндәр паркында эшләй. Һәр урында ла ирекмәндәр өс сменала һигеҙәр сәғәт эшләй, уларҙы ике тапҡыр ашатыу ойошторолған.
Өфөлә ойоштороласаҡ Йәш һөнәрмәндәрҙең (WorldSkills Russia) IX милли беренселеге финалы Рәсәйҙә иң күләмле сара. Был чемпионат йыл да “Йәш һөнәрмәндәр” һәм “Мәғариф” федераль проекты буйынса тормошҡа ашырыла. Быйыл милли чемпионат Өфөлә 25–29 август көндәре ойошторола. Башҡортостан йыйылма командаһында 498 кеше, ғөмүмән, унда Рәсәйҙең 76 төбәгенән командалар ҡатнаша.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.