

Өфөлә ойоштороласаҡ Йәш һөнәрмәндәрҙең (WorldSkills Russia) IX милли беренселеге финалында 23 сәнәғәт компетенцияһы буйынса ярыштар буласаҡ.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Өфөлә ойоштороласаҡ Йәш һөнәрмәндәрҙең (WorldSkills Russia) IX милли беренселеге финалында ҡатнашыусылары менән осрашты. Башҡортостан Сәнәғәт, энергетика һәм инновация министрлығы 23 компетенцияға беркетелгән.
- Башҡортостандың иҡтисади етештереүе төбәк иҡтисады үҫешендә ярайһы өлөштө биләй, – тине сәнәғәт, энергетика һәм инновация министры Александр Шельдяев. – Был – 800-ҙән ашыу сәнәғәт предприятиеһы. Шуның өсөн дә беҙ иң ҙур команда. 52 ҡатнашыусы 23 компетенция буйынса көс һынаша. Беҙ үҙебеҙҙең егет һәм ҡыҙҙарыбыҙ менән һәр саҡ ғорурланабыҙ.
“Химия технологиялары аппаратсылары” компетенцияһы буйынса команда “Башнефть” акционерҙар йәмғиәте майҙансығында күнекмәләр үткән, ә “Полимер материалдарҙан изделиелар етештереү” компетенцияһы буйынса команда “Туймазинский завод автобетоновозов” акционерҙар йәмғиәтендә стажировка үткән.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.