

Өфөлә ойоштороласаҡ Йәш һөнәрмәндәрҙең (WorldSkills Russia) IX милли беренселеге финалына ике генә көн ҡалды. Үҙ сиратында, уға әҙерлек ныҡ ҡыҙыу бара. Ярыш майҙансыҡтарын тәртипкә килтереү, ҡоролмалар урынлаштырыу, техника килтереү һәм башҡа хәстәрлектәр шуға асыҡ миҫал.
Йөҙләгән компетенциялар араһында ауыл хужалығы буйынса һигеҙ компетенция ла бар. Студенттар һәм үҫмерҙәр (өлкән класс уҡыусылары) “умартасылыҡ”, “ауыл хужалыҡы машинаһын эксплуатациялау”, “һанлы ер эше”, “агрономия”, “ауыл хужалығы биотехнологияһы”, “геном инженерияһы”, “ветеринария” һәм башҡа компетенцияларҙа һигеҙ кеше Башҡортостандан ҡатнаша.
- WorldSkills – илебеҙ, республикабыҙ, агросәнәғәт комплексы өсөн мөһим ваҡиға, – тип һөйләй Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Ҡайһы бер компетенцияларҙың ауыл хужалығы буйынса үтеүе тиккә түгел. Иң беренсе был сара аграр өлкәһендә эшләүселәргә иғтибарҙы йүнәлтәсәк, ауыл хужалығы һөнәренең абруйын арттырасаҡ. Башҡортостан студенттарының һынатмаҫына ышанам.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.