

Башҡортостанда донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге янында вуз-ара студенттар кампусы төҙөләсәк. Үткән аҙнала был туралағы ҡарарҙы Рәсәй Хөкүмәтендә хупланылар. Бөгөн республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә ошо темаға ҙур һөйләшеү булды. Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин бының ни өсөн нимәләр эшләү талап ителеүе, унан республикаға ниндәй файҙа көтөлөүе, ғөмүмән, кампустың нимә аңлатыуы һәм нисә һум аҡса тотоноласағы тураһында һөйләне.
– Әлеге ваҡыттың иң мөһиме – кеше капиталы өсөн көрәш. Беҙҙең төп бурыс – һәләтле йәштәрҙе йәлеп итерҙәй төбәк булыу. Бында үҙебеҙҙең йәштәр ҙә, ситтән килгәндәр тураһында ла һүҙ бара. Төбәк иҡтисадын иҫке сәнәғәт форматынан яңы, киләсәк иҡтисадына күсереү кәрәк, унда белем һәм интеллект иң мөһиме булырға тейеш, – тине ул.
Республикала был проблема электән бар: мәктәпте тамамлаған уҡыусыларҙың барыһы ла Башҡортостанда ҡалып белем алырға һәм аҙаҡ эшләргә теләмәй. Иң яҡшы, иң һәләтле студенттар үҙебеҙҙә белем алһын өсөн заманса студенттар кампусы төҙөү планлаштырала ла инде.
Был маҡсатта БДУ-ның бер бинаһы емереләсәк. Ул - элекке Киров исемендәге завод бинаһы, әле ул ташландыҡ хәлдә тора. Шул уҡ ваҡытта ул биләгән ерҙе федераль милектән республика милкенә тапшырыу эше лә башланған.
Ҡайһы бер кешеләрҙә кампус нимә ул тигән һорау тыуа. Александр Сидякин быға ла аңлатма бирҙе. Кампус – студенттар, аспиранттар һм уҡытыусылар өсөн торлаҡ, белем биреү һәм социаль объекттар урынлашҡан биләмә. Ябай итеп әйткәндә, ул - ҡала эсендәге ҡала. Бында ҡаланың бөтә вуздарында уҡыған студенттар һәм уҡытыусылар ҙа йәшәй ала, шуға күрә ул вуз-ара тип атала.
Студенттар кампусы бик уңайлы урында – баш ҡаланың тарихи үҙәгендә урынлашасаҡ. Дүрт университет студенттары унда йәйәүләп барып етә ала. Шулай уҡ эргәлә генә мәҙәни, ял итеү һәм спорт объекттары бар.
Александр Сидякин белдереүенсә, проект өс сират менән тормошҡа ашырыласаҡ. Тәүгеһе - Сколково IQ-паркы - быйыл сафҡа индереләсәк, үҙәк объект 2024 йылда, Ағиҙел ярында урынлашҡан, өсөнсө сираты 2025 йылда тамамланасаҡ. Төҙөлөштөң дөйөм хаҡы 18 миллиард һум буласаҡ.
Фото: utv.ru