Белем һәм тәрбиә
23 Август 2021, 17:00

Радий Хәбиров уңыштар теләне

Радий Хәбиров Йәш һөнәрмәндәрҙең (WorldSkills Russia) IX милли беренселеге финалында ҡатнашасаҡ төбәк йыйылма командаһы ҡатнашыусылары менән осрашты. 

Радий Хәбиров уңыштар теләнеРадий Хәбиров уңыштар теләне
Радий Хәбиров уңыштар теләне

Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Йәш һөнәрмәндәрҙең (WorldSkills Russia) IX милли беренселеге финалында ҡатнашасаҡ төбәк йыйылма командаһы ҡатнашыусылары менән осрашты, һәр береһенә уңыштар теләне.

- Ике көндән илебеҙҙә сағыу ваҡиға көтөлә – Йәш һөнәрмәндәрҙең чемпионат финалы Өфөлә үтәсәк, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ һеҙҙе дәртләндерергә килдек һәм еңеүҙәргә саҡырабыҙ. Һөнәр алыу – иң мөһиме был донъяла, эйе, һеҙ йәш саҡта һөнәр һайларға тейешһегеҙ. Уйлауымса, уны ғүмере буйына туйындыра алырлыҡ һәр кешенең һөнәре булырға тейеш. Бәлки, ошонда ултырыусыларҙың кемеһелер киләсәктә ғалим булыр, тағы ла бүтән һөнәрҙе һайлар. Уның ҡарауы, күңелегеҙҙе эшсе һөнәр йылытасаҡ, ауыр хәлдән сығырға ул ярҙам итәсәк.

“Йәш  һөнәрмәндәр”ҙең чемпионты финалында Башҡортостандан 102 компетенция буйынса рекордҡа тиң 280 кеше ҡатнашасаҡ.

Радий Хәбиров билдәләүенсә, һәр кем үҙенең компетенцияһында беренсе булһын, һәр ҡатнашыусының еңеү идеологияһы булырға тейеш.

Фото: Башҡортостан Башлығы порталы.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас