Белем һәм тәрбиә
23 Август 2021, 05:35

Сәскә ултыртыу буйынса ярышасаҡтар

Йәш һөнәрмәндәрҙең (WorldSkills Russia) IX милли беренселеге финалында Өфөнөң ландшафт дизайнерҙары командаһы беренсе тапҡыр ҡатнаша.

Сәскә ултыртыу буйынса ярышасаҡтарСәскә ултыртыу буйынса ярышасаҡтар
Сәскә ултыртыу буйынса ярышасаҡтар

Йәш һөнәрмәндәрҙең (WorldSkills Russia) IX милли беренселеге финалында Өфөнөң ландшафт дизайнерҙары командаһы беренсе тапҡыр ҡатнаша. “Ландшафт дизайны” компетенцияһында тәжрибәле һөнәрмәндәр ҙә, үҫмерҙәр ҙә үҙ-ара көс һынаша.

Әйткәндәй, Башҡортостандан был компетенцияла өс команда (16 йәштән 22 йәшкә тиклемге йәш һөнәрмәндәрҙән – ике һәм 14 йәштән 16 хәтлемге үҫмерҙәр) ҡатнаша. Уларға төбәк чемпионаты этабында призлы урын алған ҡыҙ һәм егеттәр генә һайлап алынды. Өлкәндәр командаһын Өфө урман-техник техникумының икенсе курс студенттары хасил итә, ә үҫмерҙәр командаһына Республика экология-биология үҙәге уҡыусылары индерелде.

– Бындай чемпионатта беҙ тәүге тапҡыр ҡатнашабыҙ, – тип һөйләй ландшафт дизайны буйынса Башҡортостан командаһынан Гөлназ Ихсанова. – Был барыбыҙ өсөн дә бик тә яуаплы һәм ҡатмарлы. Ни өсөн тигәндә, бүтән командалар элек тә ярышта ҡатнашҡас, уларҙың тәжрибәләре бар. Бәйгегә әҙерлекте үҙебеҙҙең Өфө лимонарийында алып барабыҙ.

Компетенция эксперты Фәриҙә Садиҡова һөйләүенсә, конкурсанттарҙы бихисап ҡыҙыҡлы заданиелар көтә. Ҡыҙ һәм егеттәр сәскә, үҫенте ултыртырға, габион урынлаштырырға, һуҡмаҡ һалырға, тимерҙән конструкция төҙөргә тейеш. Уларҙың эше WorldSkills халыҡ-ара сифат стандарттары буйынса билдәләнәсәк. Өлкән командаларҙың эше үҫмерҙәрҙекенә ҡарағанда күпкә ҡатмарлыраҡ.

Рәсәйҙәге иң күләмле ярыштарҙың береһе –  Йәш һөнәрмәндәрҙең (WorldSkills Russia) IX милли беренселеге финалы Өфөлә 25 – 29 августа ойошторола.


#НацфиналУфа #Нацфинал2021 #WorldSkillsRussia  

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас