

Йәш һөнәрмәндәрҙең (WorldSkills Russia) IX милли беренселеге финалы үтәсәк майҙанда чемпионат эмблемаһы төшөрөлгән фисташкалы торт бешергәндәр.
Өфө сауҙа-иҡтисади колледжы уҡытыусыһы Эльвира Ильясованың һүҙҙәренә ҡарағанда, сырлы крем менән бешерелгән торт өс килограмм тартҡан, уны әҙерләүгә 2 сәғәт 30 минут ваҡыт киткән.
– Чемпионаттағы ҡоролманы һынап ҡараныҡ, барыһы ла яҡшы, – тип шатлығы менән уртаҡлаша Эльвира Ильясова. – “Кондитер эше” компетенцияһы – иң тәмле компетенцияларҙың береһе. Уйлауымса, быға берәүҙең дә тамсы ла шиге булырға тейеш түгел. Башҡортостан өсөн был иң яңы компетенция, ниһайәт, был тәңгәлдә команда туплай алдыҡ. Бында иң мөһиме, ҡамыр менән нисек эшләү, рецеп режимын һаҡлау зарур, һәр кондитер цехында температура 19-21 градус тирәһе һаҡланырға тейеш.
Өфөлә Йәш һөнәрмәндәрҙең (WorldSkills Russia) IX милли беренселеге финалы 25 – 29 август көндәре ойошторола.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.